Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
2 Октябрь 2019, 15:43

Владимир Путин кемгә Герой исемен бирҙе?

Был юғары награда “ҡаһарманлыҡ ҡылыуға бәйле, дәүләт һәм халыҡ алдындағы хеҙмәттәр өсөн” бирелә.

Фото: vk.ru
Фото: vk.ru
Рәсәй президенты Владимир Путин “Ростех” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.


“Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме тураһындағы положение”ға ярашлы, был юғары награда “ҡаһарманлыҡ ҡылыуға бәйле, дәүләт һәм халыҡ алдындағы хеҙмәттәр өсөн” бирелә.


Сергей Чемезов иһә юғары исемгә оборона-сәнәғәт комплексын үҫтереүгә һәм илдең оборонаға һәләтен арттырыуға тос өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды.


Бынан тыш, Президенттың айырым Указы нигеҙендә Рәсәй Геройының тыуған ере – Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһында уның бронза бюсы ҡуйылыуы ла ихтимал.



#ВладимирПутин
Читайте нас: