Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
7 Август 2020, 13:17

Иҫке Аҡташ башҡорто

Уның шәжәрәһе ил батыры Батыршаға барып тоташа.

Сенсация яратҡан Рәмил Сурағол – тыуған ауылы Иҫке Аҡташтың ҡәҙерле бер балаһы ул. Бәләкәй генә боронғо башҡорт ауылында уны айырыуса яратып, хөрмәт менән телгә алалар. Ҡайтһа ла, китһә лә, йырҙарын ишетһәләр ҙә, һүҙ гел Рәмил тирәһендә бөтөрөлә. Уның халҡыбыҙҙың йыр сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Әгәр Рәмил булмаһа, бөгөн йыр сәнғәтенең бер өлөшө тулыланмайса, ниндәйҙер дәрәжәлә буш булыр ине, тигән фекер тыуҙы ирекһеҙҙән.



Шәрифулла ахундың ейәне


Рәмил үҙенең ижадында ысыҡ тамсыһы кеүек саф. Йырҙары ла сәскәләрҙән үрелгән моң кеүек. Ул бөгөн йырсы-шағирҙар араһында иң уңғаны, тәбиғәт биргән талантын тиҙерәк халыҡҡа өләшергә ашыға. Ул бит – меңдән ашыу йыр авторы!


Ҡырмыҫҡалы районында тәбиғәттең иҫ киткес матур, йәннәткә тиң мөйөшөндә урын­лаш­ҡан уның тыуған ауылы Иҫке Аҡташ. Уҡы­мышлы кешеләр ғаиләһендә тыуған ул. Рәмил – башҡорт халҡының күренекле дин әһеле Шәрифулла ахундың ейәне. Атаһы Мо­таһар ағай ете телдә иркен һөйләшә бел­гән ғалим булған. Заманында Бөрө дәүләт педагогия институтында кафедра мөдире, оҫта етәксе булып таныла.


Ата-әсәһе күпселек ваҡытта командировкала булыу сәбәпле, Рәмилдең бала сағы Вә­силә өләсәһе янында үтә. Ул көндәрҙе һа­ғы­нып иҫкә ала шағир. Кем-кем, әммә өлә­сәйҙәр өгөт-нәсихәтте һеңдерә белә инде ул.


– Өләсәй бик күп халыҡ әкиәттәрен белә ине. Иҫ киткес хәтерле әбей булған икән. Бәйеттәрҙе, робағи-риүәйәттәрҙе яттан һөйләгәне әле лә хәтеремдә. Халыҡтың ауыҙ-тел ижадын өләсәйемдән өйрәндем. Ул минең өсөн тере энциклопедия булды. Йәне йәннәттә булһын инде, Хоҙайым. Нәҫелебеҙҙә бик күп уҡымышлы муллалар, мөғәллимдәр булған. Өләсәй беҙҙең туғандар араһында Ҡөрьән-хафиздар булыуы тураһында ғорурланып һөйләй ине, – тип башҡорт тамырҙары менән ғорурланып һөйләй Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы, шағир Рәмил Сурағол.


Рәмил Сурағол урау-урау юлдар үткәндән һуң ҙур сәнғәткә килә. Уға “Толпар”, “Аманат” журналдарында эшләргә насип була, “Өмет” гәзитендә лә сынығыу ала. “Аҙна” гәзитенең тәүге мөхәррире. Күп йылдар “Азатлыҡ нуры” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй. Ул йылдарҙа Рәмил Сурағол медиамагнат булып китер кеүек ине, ләкин яҙмыштың үҙ юлдары бар.

Тормошта hәр ваҡыт игелекле уйҙар ме­нән йәшәгән Рәмилдең биографияһында Баш­ҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыған осоро уның ижа­дында боролошло йылдар тип әйтһәк, дө­рөҫ булыр. Ул шағир булараҡ өлгөрөп етә.


1996 йылда уны Башҡортостан Яҙыусы­лар союзына ағза итеп алалар. Ҡәләм­дәштәре араһында ул ваҡытта иң йәш вәкил була. Был ваҡиғаға Рәмил Сурағолдоң “Бер­гәләп йырлайһы йырҙар бар” тигән йырҙар йы­йынтығының донъя күреүе этәргес бул­ғандыр. Был китапҡа баш һүҙҙе Әнғәм Атнабаев яҙа. Ҡулъяҙманы уҡып сыҡҡас, әҙип былай тип әйтә: “Булған был егет, булған. Ижадыңды күптән күҙәтеп киләм, илhам шишмәң бик тәрәнгә оҡшай. Үҙ уҡыусыңды таптың инде һин. Шиғырҙарың яҡты ҡәләм менән яҙылған. Был бик яҡшы сифат. Уңыштар теләйем һиңә”.


Шағир был китапҡа беренсе шиғырҙар гөлләмәһен туплай. Уның йырҙары бер аҙ һағышлы яңғыраһа ла, ижадында тормошто яратыу, йәшәйештең мәғәнәһен аңларға тырышыу, Ватанға оло мөхәббәт, халыҡтар дуҫлығы темаһы ярылып ята. 20 мең дана тираж менән сыҡҡан китап халыҡ ҡулына күсә. Ә инде 2002 йылда Рәмил Сурағол “Гәлсәр hандуғас” республика телевизион эстрада конкурсының беренсе лауреаты булып таныла.


“Моңдар ҡайтһын ауылға”


Халыҡ күңеленә “Моңдар ҡайтһын ауылға” йыры менән килеп инде ул. Ризуан Хәкимов менән яҙған уртаҡ ижади емештәре шул тиклем популярлашып китте, был йыр халҡыбыҙҙың ретро-йырына әйләнеп, әле лә күп артистарҙың репертуарына ингән.


Айҙар Ғәлимов башҡарыуында ул ысын мәғәнәһендә ҡабатланғыһыҙ булып яңғырай. Был йырҙа – эске күркәмлек, миhырбанлыҡ, кешелеклелек, йәшлекте, бала саҡты һағыныу хистәре ташҡыны.


Бала саҡ... Кеше ғүмеренең иң татлы осоро. Берәүҙәрҙең сабыйлығы бик шат­лыҡлы көндәрҙә үтһә, икенселәре иһә яңғыҙ әсәләренә тормош көтөргә булыша. Эйе, hәр кемдең – үҙ яҙмышы. Ә яҙмыш йырһыҙ-моңһоҙ булмай ул. Мәшhүр композитор, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың hәм СССР-ҙың халыҡ артисы, сәнғәттә hәм мәҙәниәттә атаҡлы шәхес Заhир Исмәғилев былай тип яҙҙы: “Халыҡ йәшәй икән, уның йыры ла, мо­ңо ла йәшәй. Моңдар-йырҙар – хеҙмәт хал­ҡының күңел ҡанаты. Ул кешеләрҙе дәрт­ләндерә, еңеүҙәргә күтәрә. Улар булмаһа, бәлки, ер ҙә шул тиклем күркәм булмаҫ ине”. Был фекергә бер нәмә лә өҫтәп булмай. Теүәл әйтелгән. Рәмил Сурағол да, халҡы­быҙ­ҙың бөйөк шәхесенең ошо һүҙҙәрен аң­лап, “Моңдар ҡайтһын ауылға” йырын яҙған.


Йыр – уның юлдашы. Күңеле төшөп, өҫтөндә болоттар ҡуйырғанда ла ул йырлап ебәрә, фортепианонан яңы кантаталар эҙләй. Яңы эштәрен йән дуҫтары – Нур Дауытовҡа, Роберт Тимербаевҡа, Ризуан Хәкимовҡа тыңлата, фекерләшә.


Йырсылар Айҙар Ғәлимовҡа, Иҙрис Кәлимуллинға ишеттерә. Йыр яҙыу – ул үҙе бер мәктәп. Һин әйтергә теләгәнде халыҡ аңлап яратһа ине. Мең йыр яҙғансы, бер яҡшыны яҙыуың артығыраҡ, ә Рәмилдең hәр әҫәре берәгәйле.


Рәмил Сурағолдоң исемен башҡорт йәшәгән барлыҡ ерҙәрҙә лә беләләр. “Әйтмә һин ауыр һүҙ”, “Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир!” hәм башҡа йырҙар табындарҙа, тыуған көн­дәрҙә, туйҙарҙа, сәхнәләрҙә йырлана. Быуындар алмашҡан дәүерҙә улар популярлаша бара ғына. Сәнғәт – фанаттар донъяһы. Үҙең шул хеҙмәттә ҡайнағанда, дуҫтар ҙа ишәйә. Композиторҙар Зөфәр Хәйретдинов, Мөфтәдин Ғиләжев, Ирек Шәрипов, Урал Рәшитов, Илгиз Закиров, Һәүбән Суғанаевтарҙың Рәмил менән бергә ижад иткән йырҙары башҡорт һәм татар йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән. Фәдис Ғәниев, Айҙар Ғәлимов, Салауат Фәтхетдинов, Иҙрис Кәлимуллин Сурағолдоң йырҙарын бик теләп үҙҙәренең репертуарына ала. Халҡыбыҙҙың һандуғастары Хәлиҙә Бегичева, Хәмдүнә Тимерғәлиева, Фәриҙә Тимербаева, Гөлдәниә Хәйруллина, Нәфҡәт Ниғмәтуллин, Резеда Әминева, Хәсән Усманов, Ғәбделфәт Сафин Рәмил Сурағолдоң береһенән-береһе моңлораҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Был – халыҡтың да, башҡарыу­сыларҙың да авторға булған оло ихтирамы. Композиторға ошонан да билдәлерәк булырға мөмкинме һуң?!


Рәмил Сурағол 2002 йылда үҙенең нәшриәт йортон булдыра hәм 18 йыл инде ошо эшен уңышлы алып бара. Нәшриәттә ун яҙыусының әҫәрҙәре, әллә күпме китаптары баҫылып сыҡты. Рәмил Мотаһар улы ике туғандаш халыҡты ла үҙ итә, маҡтай, данлай, ярата. Шуға ла ул иң яратҡан әҫәрен “Бергәләп йырлайһы йырҙар бар” тип атаған. Моңдоң сиктәре юҡ. Ул ыҙанһыҙ.


Башҡорт тархандары нәҫеленән


Рәмил башҡорт тархандары нәҫеленән булыуы менән ғорурланып йәшәй. Архангел, Белорет, Бөрйән райондарында, Пермь кра­йының Барҙа районында уның нәҫелдәш­тәрен табып була. Рәмилдең шәжәрәһе Балтас районының Юғары Ҡарыш ауылында тыуып үҫкән ил батыры Батыршаға барып тоташа.


Балтас егете, Татарстандың атҡаҙанған артисы Азат Имаев менән “Шәжәрә” йырын яҙғанда был факттар тарихи китаптар менән дөрөҫләнде.


Рәмил – башҡорттоң да, татарҙың да яратҡан уртаҡ улы. Ә мөхәббәт hәр ваҡыт ике яҡлы була. Сурағол үҙенең ижадында нәҡ ошо фекерҙәрҙе яҡлай, нығыта.


Рәмил Мотаһар улының бай ижади эшмәкәрлеге лайыҡлы баһалана. Ул – Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарс­тан­дың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ошо өс берлектә торған берҙән-бер шағир. Уның күп йырҙары ике республикала ла үткәрелеп килгән “Йыл йыры”, “Башҡорт йыры”, “Алтын барыҫ” кеүек конкурстарҙа беренсе премияға лайыҡ булды. Рәмилдең фиҙакәр хеҙмәте “Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.


Рәмил Сурағол – үҙ халҡының илһөйәре. Уның һуңғы йылдарҙа популярлашып киткән “Өфө – Ҡазан араһы”, “Һуҡыр йырсы”, “Етем бала”, “Ҡарттар йорто” , “Әсәйҙе юғалтҡас”, “Тыуған йорт тәҙрәләре”, “Төштәремә инә Кандагар” йырҙары юғары гражданлыҡ ҡарашын сағылдыра.


Шағир күңеле бер нәмәгә лә мохтаж түгел. Ул – халыҡ илсеһе. Уның йырҙары халыҡҡа яҡын hәм ҡәҙерле, сөнки улар халыҡсан итеп тормоштан алып ижад ителгән. Шуға ла Рәмилдең йырҙары халыҡтыҡы инде. Улар ябай, аңлайышлы, йөрәк-бауырыңа инеп ултырырлыҡ итеп яҙылған.


Рәмил Мотаһар улы Сурағолов – күптән инде халыҡтың яратҡан шағиры. Инде килеп халыҡ биргән был исемде рәсмиләштерергә генә кәрәк, сөнки ул быға лайыҡ. Әҙ­әбиә­тебеҙгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, Татарстандың халыҡ шағиры Илдар Юзеев фатихаһы менән килгән, мәҙәниәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә шундай ҙур өлөш индергән, яратҡан, үҙ иткән Рәмилебеҙҙең ижады юғары үрҙәрҙе яулар әле.

Эйе, таланттар илгә хеҙмәт итә, уларҙың ҡәҙерен беләйек.



Читайте нас: