Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
30 Июль 2021, 12:36

Көндәр ҡыҫҡарыуға табан көндәр көҙгә ауыша

Яҡташым тураһында кәлимә һүҙ.

Яңғыҙлыҡтан кемдәр йолоп ҡалыр?Һағыныуҙан кемдәр аралар?Һағыштарға яҡынайған һайын,Алыҫая бара аралар. Роберт Миңнуллин.

Ҡара көҙ. Әллә Йыһандан, әллә йәһәннәмдән иҫкән өшәнесле ел тунды ғына түгел, тәнде лә, хатта йәнде лә өҙгөләгәндәй.Профессор Илһамов, улдары өйҙә үҙҙәре генә ултырғанлыҡтан, өтәләнеп ынтылһа ла, лабораторияһынан һуң ғына ысҡынып китә алды. Хеҙмәттәштәрең дә шунда донъяһын онотоп тотҡарланғас, бына-бына һөҙөмтәһе сығырҙай экспериментты өҙөп, ни хәл ташлап ҡайтып китәһең? Фән шундай юл инде ул – йә осона бер килеп сыға алаһың, йә урап үтмәҫтәй таш диуарға барып төртөләһең. Донъя маҙаларын белмәй, күңел ғазаптарынан әлһерәмәй, ғилем даръяһына сумып ҡына йәшәргә ине лә.

Фән үрҙәренә ынтылғанда...

 Людмилаһынан яҙғас, Марат юғалып ҡалғандай булды. Ҡатыны – Ҡазан ҡыҙы, ҡартатаһы-ҡартәсәһе ҡулында үҫкән.

Людмила Кузнецова мәктәпте алтын миҙал менән тамамлаған, бер юлы музыка мәктәбенә лә өлгөргән. Ҡазан университетының механика-математика факультетынан ҡыҙыл диплом алып сыҡҡас, Физика-техник институтында һәм Ҡазан инженер-төҙөлөш институтының теоретик механика кафедраһында эшләгән.

Һәм бына ҡырҡ биш йәшлек Люд­милаһы уны мәңгелеккә ҡал­дырып китте; кесе улы Адель-Ғәҙел дүртенсе класҡа ғына йөрөй...

Марат Әҡсән улы, тауышланмаҫҡа тырышып, ишекте үҙ асҡысы менән асып, фатирына үтте. Малайҙар йоҡлаған, ахыры, өй тып-тын. Өҫ-башын алмаштырғас, ул тәғәм ризыҡ ҡабып тормаҫтан, залға креслоға сығып ултырҙы. Телевизор ҡабыҙҙы. Рөстәм Яхин йырҙарынан һәм романстарынан төҙөлгән концерт бара икән. Марат Ҡазанда күп йылдар йәшәһә лә, Яхин музыкаһына айырым илтифат итмәгән. Быйыл йәй Америка Ҡушма Штаттарында оҙайлы ғилми командировкала йөрөп, Рөстәм ағайҙың йыраҡ туғандарын осратып, уларҙан сәләм килтереп тапшырғас ҡына, профессор-математик менән композитор ғаиләһе араһында танышлыҡ хасил булғайны.

Бар ғаләм ҡайҙалыр китеп олаҡҡандай булды. Йәнбулат менән Ғәҙел үҙ бүлмәләрендә тын да тартмай йоҡлай. Әйтерһең, был донъяла телевизор емелдәүе менән яҡтыртылған ошо бүлмә лә, бер һүнеп, бер янып торған экран да үҙе генә. Ә сәхнәлә башҡарыласаҡ әҫәрҙе иғлан итеп, артис­тарҙы саҡырып йөрөүсе йәш ханымға Марат илтифат итмәгән дә һымаҡ булды. Үҙ уйҙарына сумған профессор ошо сибәр ханымдың бер ваҡыт тормошонда алаһы урынын ҡайҙан белһен?!

...Уҙған быуаттан да алда Ярлыҡапҡа Оло Ҡыҙыл буйлап аҙ ғына түбәндә ятҡан Рауил ауылынан Илһам Төхәүетдинов атлы йәш мулла килеп төшә. Ҡөрьән Кәримде баштан-аяҡ белгәнгәлер, Ярлы­ҡапҡа төпләнеп, ғаиләле булып киткән указлы мулланы Илһам-Ҡарый тип йөрөтәләр. Өс малай һәм өс ҡыҙға ғүмер биреп, мәғрифәтсе мулла 1933 йылда донъя ҡуя. Уның иң булдыҡлы Әҡсән исемле уртансы улы Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем алып, ауылына мөғәллим булып ҡайта. Марат Илһамов – Әҡсән менән Фатиманың ун балаһының кесеһе.

Марат Илһамов Асҡар урта мәктәбендә математик булараҡ танылғас, хыял ҡанаттарында осоп, әлбиттә, Мәскәү тарафтарына етергә лә теләгәндер. Әммә һуғыштан һуңғы ярлы тормош уны Өфө авиация институтында ғына туҡтарға мәжбүр иткән. Бөтә Илһамовтар һымаҡ, Марат та уҡыуға ихлас тотона. Институт тарихында беренселәрҙән булып Илһамовҡа юғары курстарҙа шәхси план буйынса һабаҡ алырға рөхсәт бирелә. Бында инде ышаныс күберәкме, студенттың яуаплылығымы, нимәгәлер өҫтөнлөк биреүе ҡыйын. Хатта авиация институты һымаҡ заманса профилле вузда ла Илһамовты бөтә студенттар өсөн уртаҡ булған уҡытыу системаһы ҡәнәғәтләндермәй. Марат физика-математика һәм дөйөм техник фәндәрҙе тәрәнерәк өйрәнергә, күберәк ошо йүнәлештә эшләргә теләй.

 Иң йәш доктор

 Диплом менән бергә Илһамовҡа аспирантураға тәҡдим ҡағыҙы ла тотторалар, ләкин ул тәүҙә оборона предприятиелары мәнфәғәтендә эшләүсе тәжрибә-конструкторлыҡ бюроларының береһендә көсөн һынап ҡарамаҡсы була. Бер үк ваҡытта Илһамов авиация институтының киске бүлегендә уҡытып та йөрөй.

1958 йылдың йәйендә Ленин урамындағы китап кибетендә Илһамов Х.М. Мөштәри менән К.З. Ғәлимовтың “Нелинейная теория упругих оболочек” тигән моногра­фияһына юлыға. Ҡазандыҡылар икән был ғалимдар. Ошо хеҙмәт менән танышыу Маратты меха­никаның ғәйәт ҡатмарлы йүнәлешенә алып килгән тип өҙөп кенә раҫлауҙан йыраҡмын. Ундай мөғжизәләр әкиәттә генә булалыр. Әммә артабан яҙмыш Илһамовты Ҡазанға, Е.К. Завойский исемен­дәге физика-техник институты аспирантураһына алып килгән. Бында уға фән үрҙәрен яуларға данлыҡлы ғалим-механик, профессор Хәмит Мозаффар улы Мөштәри ярҙам итә.

Илһамов кандидатлыҡ диссер­тацияһы менән дә артыҡ тотҡар­ланмай, докторлығын да көттөр­мәй. Утыҙ йәш тигәндә, Илһамов – физика-математика фәндәре докторы. Һуңынан белеүемсә, Марат ул саҡта үҙ йүнәлеше буйынса Ҡазанда иң йәш доктор булған икән.

Фән юлдары Илһамовты көнбайышта ла, көнсығышта ла, көньяҡта ла, төньяҡта ла йөрөттө. Һәр сәфәрҙән, һәр бер осрашыуҙан күңел дәфтәренә сәхифәләр өҫтәлә барһа ла, фәнни яҡтан да, рухи йәһәттән дә Бөйөк Британияла һәм Америка Ҡушма Штаттарында оҙайлы командировкалар айырыуса уңышлы булғандыр. Англияла – Ливерпуль, Эдинбург, Лондон, Кембридж, Оксфорд, Америкала Принстон, Нью-Йорк, Бостон, Массачусетс, Яңы Орлеан, Сан-Франциско һәм башҡа ҡалалар, университеттар, ғилми үҙәктәр. Конференциялар, семинарҙар, лекциялар. Мәғлүмдер, Кембриджда, мәҫәлән, бөйөк ғалимдар Ньютон, Дарвин, Резерфордтар ижад иткән.

Ғөмүмән, Кембридж – механиканың мәккәһе бит инде. Ошо уни­верситеттың Кавендиш лабо­раторияһында мәшһүр совет физигы академик Петр Леонидович Капица эшләгән. Американан йөрөп ҡайтып, бер нисә йыл үтеүгә, профессор Илһамов менән Принстон университеты профессоры Эрл Дауэлл “Исследования по нелинейной аэроупругости” тигән монография яҙған. Хеҙмәт Нью-Йоркта, Лондонда, Парижда, Берлинда, Токиола, Гейдельбергта нәшер ителгән, бары Рәсәйҙә генә донъя күрә алмаған. Әйткәндәй, океан аръяғында йөрөгәндә Марат Әҡсән улы Илһамов Америка аэрокосмик йәмғиәтенең сит ил ағзалығына ҡабул ителгән.

...Рөстәм Яхин концерты ҡайһы арала тамамланып өлгөрҙө икән – экрандағы ҡара пәрҙәне рашҡы яуғандағы кеүек аҡ бөрсөктәр емелдәтә. Әллә тышта ла көн боҙолдомо? Ятҡас та Илһамовтың күҙен йоҡо алманы.

Бер кис Яхиндар Илһамовты “Шүрәле” балетын бергәләп ҡарарға саҡырғайны. Театрҙа улты­рыуҙары булды, яндарына теле­визорҙан Яхин концертын алып барған ханым тура килде. Таныштылар. Исеме Айһылыу икән.

Айһылыу Камалетдинова – актриса. Байтаҡ роль башҡарған. Сәлих Сәйҙәшевтең “Наемщик” музыкаль драмаһында ҡаты күңелле, хакимә йәнле помещица ролен уйнай. Ә сәхнәләштәре кем? Зилә Сөнәғәтуллина, Хәйҙәр Бигичев, Усман Әлмиев, Азат Аббасов, Шаһсәнәм Әсфәндийәрова, Венера Ғәниева, Руслан Дәминев! Өйләнешеп, Айһылыу еңгәй менән Марат ағай Йәнбулат менән Ғәҙелде буй еткертте.

 “Ҡыҙылыбыҙ – иң гүзәле”

 “Был донъяның хаҡһыҙ язаһы...”. Мостай Кәрим, донъя ғазаптарын үҙе лә күп кисергән кеше, Илһа­мовты ғына уйлап яҙмағандыр ҙа инде әлеге юлдарын? Яҙмыш һине, йылы түшәктә иркәләүҙән былай, күбеһенсә күшектереп яфалай. Айһылыу Фәүзи ҡыҙы Марат ағай менән егерме йыл ғүмер кисергәндән һуң ҡаты сирҙән баҡый китте. “Китмә, һандуғас, беҙҙең талдай зифа талдар бүтән илдәрҙә юҡ бит”. Тыңламаны.

Уҡыусының: “Академик Марат Әҡсән улы Илһамов фәндең ҡайһы өлкәһендә эшләй һуң, шулай ҙа?” – тип сабырһыҙланыуы ихтимал. Ғалимдың эшмәкәрлеген һанап сығыу өсөн дә байтаҡ ваҡыт кәрәк. Ябайлаштырып ҡына әйткәндә, Илһамовҡа самолет, ракета двига­телдәре лә, атом ракеталары ла, торба үткәргестәр ҙә, парашют системалары ла ят даирә түгел. Әле лә уның вазифа-бурыстарына илебеҙ сәнәғәтен, оборона ҡеүәтен көсәйтеүгә йүнәлтелгән мәсьәләләр инә. Маҡтау, юғары исемдәр, бүләктәр ағайыбыҙға һис тә йоғонто яһамай. Ул беҙҙеке булып ҡала.

Әбйәлил районындағы ыҡсым ғына Ярлыҡап ауылы. Ун балаға ғүмер биргән мәғрифәтсе-мөғәллим Әҡсән ағай менән көслө рухлы Фатима апайҙың, алда әйткәнебеҙсә, төпсөк улы. Уҡымышлы Илһамовтар тоҡомонан. Асҡар урта мәктәбе. Өфө авиация институты. Сталин стипендиаты. Конструкторлыҡ эшмәкәрлеге. Фән менән вазифа үрҙәре. СССР Фәндәр академия­һының Ҡазан филиалы Президиумы рәйесе урынбаҫары. Институт директоры. Ҡазанда үткән утыҙ ете йыл ғүмер. Туҡһанынсы йылдар уртаһынан – Өфөлә. Табыштар. Юғалтыуҙар... Дәрт менән дар­мандың туҡтау белмәҫ тартҡылашыуы.

“Уға нисә генә йәш булмаһын, һәр кем уның менән тормоштоң сығанаҡтарына әйләнеп ҡайта, йылдар үтә килә мин быны йышыраҡ кисерәм. Ғүмерҙең төрлө мәлдәрендә әсәйең, атайың иҫкә төшә, теге йәки был осраҡтарҙа улар ни эшләр ине икән, тип уйлайһың”. Әлеге юлдарҙы Марат Әҡсән улы тормош кисеүҙәрен кисә торғас яҙған һәм уларҙа, минеңсә, фәндең ҡырыҫ йүнәлешендә эшләүсе ғалим хистә­ренең тәрәнлеге асыла төшкән һымаҡ.

“...Төрлө ваҡыттарҙа миңә мәғрур Кавказ, Тянь-Шань, Һиндостандағы Һималайҙарҙы ла, Америкалағы Аппалач һәм Ҡаялы тауҙарҙы ла күрергә насип итте. Әммә улар минең тауҙарым түгел ине.

Йәнә лә -– йылғалар. Рәсәйҙең барлыҡ ҙур йылғаларын да йөҙөп үттем, Темза, Ганг, Миссисипи, Янцзы тулҡындарында ла тирбәлдем. Уларҙың һәр береһенең үҙ матурлығы, ләкин иҫ белгәндән алып һыу ингән, балыҡ ҡармаҡлаған, ҡыштарын тимераяҡта шыуған Ҡыҙылыбыҙ – минең өсөн иң гүзәле. Ул Яйыҡҡа ҡоя. Беҙҙең тау яғында Оло Ҡыҙыл шашынып китә лә, болонға сыҡһа, тынысланып уйсан төҫ ала. Яҙҙарын ташҡын ваҡытында әллә кем булып йәйелеп, шау-гөр килеп аға”.

...Иртәнсәк малайҙарҙы мәктәпкә оҙатып, кейенеп эшкә сыҡҡанда, Ҡазан өҫтөнә аҡ мамыҡ ятҡайны. Беренсе ҡар ҡаланы балҡытып ебәргән. Йыһан еле күктәге аҡ болоттарҙы һыу тамағына, көнсығышҡа ҡыуа. Улар хәҙер генә Башҡортостанға барып етә инде. Шағир әйтмешләй, “Ағыла ла болот ағыла, тауҙар аша Урал яғына”.

Күренекле ғалимыбыҙҙың Башҡортостанға ҡайтып эшләүенә егерме биш йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ғүмер ҙә, болоттарҙай, ағыла ла ағыла.

 - Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Читайте нас: