Оло талантыңа
Хайран ҡалып,
Мин шаҡ ҡатып
шулай уйлайым:
Һин, Мөхәммәт,
Тәпәй баҫҡас та уҡ,
Орсоҡ һымаҡ ҡына
Зыр әйләнеп,
Бейеп киткәнһеңдер,
Моғайын!
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың “Афарин, Иҙрис, маладис!” тигән шиғыры беҙҙең мәшһүр халыҡ бейеүсеһе Мөхәммәт Иҙрисовҡа бағышлана.
Данлы ҡурайсы менән осрашыу
Ярты быуаттан ашыу элек була ул хәл: үҙешмәкәр түңәрәк концерттарында бейеп йөрөгән егерме йәшлек Мөхәммәт Иҙрисов башҡорт профессиональ сәхнәһенә ҡапыл ҙур һикереш яһай. Быға ғәжәп итергә лә, аптырамаҫҡа ла мөмкин. Шулай ҙа хайран ҡалырлығы бар: Мөхәммәт Рамаҙан улы һымаҡ бик күптәрҙең бәхет йондоҙо әлеге лә баяғы үҙешмәкәрлектә ҡабынған бит. Халыҡ таланттарға һис ҡасан ярлы булмай, тимәк. Күрә һәм балҡыта белергә генә кәрәк.
Мөхәммәт Рамаҙан улы Иҙрисов Хәйбулла районының 2-се Мырҙа ауылында 1920 йылдың 18 февралендә донъяға килә. Ғаиләһендәге рәттән өс ҡыҙҙан һуң тыуған беренсе малайға атаһы бик ҡыуана. Рамаҙан ағай мулла була, ләкин йырларға, бейергә, ҡурай тартырға тәбиғи әүәҫлеген һис юғалтмай.
Ауыл халҡы хатта ауыр йылдарҙа ла дәртен, илһамын һүрелтмәй бит ул. Егерменсе йылдар аҙағында ла 2-се Мырҙа кешеләре рухи төшөнкөлөккә бирелмәгән. Яйы сыҡҡан һайын сәнғәт бәйгеһе, төрлө байрам үткәргәндәр.
Ауыл тимерсеһе Хәйбулла Әпсәләмовтың малайҙары ла атайҙары шикелле һөнәрле: Уйылдан – гармунда, Шәрифулла менән Ғилман скрипкала һәйбәт уйнай. Быларға ҡушылып, Мөхәммәт иҙәнде дөпөлдөгөн сығара. Тегеләр ҡупайтып торғас, бейей-бейей оҫтара башлай.
Бер саҡ, мәктәптән ҡайтып инһә, мулла өйөндә оло байрам, кесе туй бара, имеш. Париждан тыуған ауылы Смаҡҡа ҡайтып барған Йомабай Иҫәнбаев хөрмәтенә икән... Рамаҙан мулла бер мәл мөхтәрәм ҡунаҡтан “Байыҡ”ты тартыуын һорай. “Хужа ишәге” ни хәл итһен – һыҙҙырып ебәрә, атай кеше малайҙы бейеп күрһәтергә саҡыра. Атай һүҙе лә ҡанун бит инде – төшә Мөхәммәт. Анауындай ҙа Париж һынлы Парижды таң ҡалдырған ҡурайсының көйөнә насар бейергә ярамай ҙаһа, үҫмер барлыҡ ихласлығын, бар һәләтен һала. Мөхәммәт ағай Иҙрисовтың киләсәккә яҙмышы ошо табында хәл ителмәнеме икән?
“Һин итек кейеп бейе әле!”
Тормош тормош инде, Иҙрисовтар ғаиләһе, яҡшыраҡ көнкүреште эҙләп, Баймаҡ районындағы Йолалы руднигына күсә. Мөхәммәт ошонда ете класс тамамлай, драма түңәрәктәрендә ҡатнаша, ҡыҙҙарҙы клубҡа сығармағастар, спектаклдәрҙә ҡыҙ булып та уйнай, ләкин театр бигүк тартмай уны. Бейеү биләй булмышын.
Ҡәһәрле 1937 йылдың яҙы етә. Ҡайһылай ҙа байрамһыҙ булмай бит тормош – һабантуй үткәрәләр, Мөхәммәт бейеү бәйгеһендә еңеп сыға, ниһайәт. Уға шәлъяулыҡ бүләк итәләр.
Рудникка эшкә төшкәс тә, сәхнәне ташламай егет. Хәмзә Саппаров, Зәйнәғәбдин Йәнбәковтың ҡурайҙа уйнауҙары, өҙә баҫып бейеүҙәре һоҡландыра уны, уларға оҡшарға тырыша. Атайҙан ғына түгел, ағайҙарҙан да күреп уҡ юналар икән – Мөхәммәт тиҙҙән танылыу яулай.
Дәһшәтле 1941 йылдың яҙында, Башҡортостан сәнғәте һәм әҙәбиәтенең Мәскәүҙә үтәсәк декадаһына әҙерлек барған осорҙа, Баймаҡҡа Өфөнән Ирек Ибраһимов килә, ул һайлаған бейеүселәр араһына Мөхәммәт тә эләгә, әлбиттә.
Өфөлә Фәйзи Ғәскәров үҙе ҡарай икән быларҙы. Иҙрисов ситекле аяҡтары менән шыпылдығын сығара икән сәхнәне. Ҡурайҙа көй тартҡан Заһир Исмәғилев түҙмәй: “Һин итек кейеп бейе әле!” – ти ҙә үҙенекен сисеп бирә...
Бына ошонда ҡыҙыҡ хәл була. Ауыл балаһы Мөхәммәт галошлы ситеген ҙур һаҡлыҡ менән сисә, ҡәҙерләп тороп сәхнә ситенә алып барып ҡуя, юғалып ҡуймаһын тигәндәй, ҡарай-ҡарай, Заһирҙың итектәрен кейә, әммә итектә иғтибары-вайымы һис юҡ икән...
Галошты, ситекте ҡәҙерләп ситкә ҡуйып, әйбергә ихтирам билдәһе булараҡ, аҙаҡ “Өс туған” бейеүенә, ә инде Мөхәммәттең “Байыҡ”ты башлап ебәргәндә “Һай, рәхәт донъя!” тигәндәре шул бейеүгә индерелә. Ансамблгә ошо ваҡытта килә лә инде Мөхәммәт Иҙрисов. Күрәһегеҙ, профессиональ сәхнәгә “һикереш” ғәҙәти генә килеп сыға.
Бейеү оҫтаһы көн дә тыуып тормай
Декада үткәрелмәй ҡала, һуғыш сыға, әммә үҙе теләп фронтҡа китергә ынтылған Мөхәммәтте алмайҙар, күҙгә зәғиферәк була шул. Етмәһә, бронь ҡуялар: госпиталдәрҙә сығыш яһарға, эшселәрҙең, колхозсыларҙың кәйефен күтәрергә. Көнөнә өсәр-дүртәр тапҡыр сығыш яһап, арманһыҙ булып ҡайтҡандарында йәш Иҙрисов үҙенән-үҙе ояла, хатта ансамблдән фронтҡа китеп һәләк булған Баҡыев, Ғәйфуллин, Шәрәфетдинов, Йәнтүрин, Аллаяров, Тупиков кеүек әле яңыраҡ ҡына уның менән бергә бейегән сәхнәләштәренән көнләшә. Ни хәл итәһең инде...
– Карауаттар араһында бейеп йөрөйөм, яралылар тилмерешеп ята, минең йөрәгемдә ут яна. Оят бит, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Мөхәммәт ағай. – Бер саҡ күрәм: ике аяҡһыҙ, һыңар ҡулһыҙ бер яугир иҫән ҡулын мин бейегән ыңғайы ритмлы хәрәкәт иттерә, дәртләнеп киткән, күҙҙәре осҡонланған... Ғүмерҙә оноторлоҡ түгел!
Күрәһең, ошо хәл Иҙрисовта үҙ һөнәренең ни тиклем кәрәк икәнлегенә ышаныс тыуҙырғандыр, һөнәренән оялмаҫҡа, киреһенсә, уны торған һайын камиллаштырырға, кешеләргә аңлайышлыраҡ, яҡыныраҡ итергә тейешлегенә инандырғандыр. Тамаша өсөн генә бейемәй бит ул, халыҡҡа тормоштоң гүзәллеге, йәшәү көсө хаҡында ҡисса һөйләй, кешеләрҙе матур йәшәргә, изге күңелле булырға өндәй!
Был фекере уның фронттағы сығыштары ваҡытында тағы ла нығына. 1943 йылда Башҡортостан делегацияһы составында артистар ҙа Көньяҡ-көнбайыш фронтҡа юл тота. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында өс ай булалар, бүтән частарҙы ла хеҙмәтләндерәләр. Артистар, яҙыусылар дивизияла бөтөнләй ҡалыу уйы менән яна башлай хатта. Мөхәммәт Иҙрисовтың үтенесенә ҡаршы полк командиры Таһир Күсимов былай ти:
– Мөхәммәт, Гитлерҙы һинһеҙ ҙә еңербеҙ, ә бына бейеү оҫтаһы көн дә тыуып тормай, бейе генә!
Фронттың алғы һыҙығында концерт ҡуйған артистарҙың ҡыйыулығына яугирҙәр үҙҙәре лә һоҡлана, командование уларға ла “гвардиясы” исемен бирә.
Һуғыш йылдарында артистар бригадаһы Сталинград, Курск дуғаһы алыштары булған ерҙәрҙә, Ленинград блокадаһын өҙгән мәлдәрҙә Украина, Белоруссия, Молдавия, Польша һәм Германияла була, Алыҫ Көнсығыш округы һалдаттары алдында ла сығыш яһайҙар.
“Һис үкенмәйем”
1945 йылдың февралендә Мөхәммәт Иҙрисовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелә, һуңғараҡ “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. 1947 йылда Башҡорт дәүләт бейеү ансамбле Свердловск һәм Силәбенән башлап Камчаткаға тиклем барлыҡ ҡалаларҙы тиерлек йөрөп сыға. Приморье төбәгендә генә, мәҫәлән, 40 концерт ҡуялар. Башҡорттарҙың сығышын бик яраталар һәм улар был сәйәхәтте киләһе йыл тағы ҡабатларға мәжбүр була. Һуңынан Мәскәүҙә Ҙур театрҙа И.В. Сталин һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты, Хөкүмәт ағзалары алдында бейейҙәр.
Гастролдәр хаҡында байтаҡ яҙырға мөмкин. Мөхәммәт Рамаҙан улы күп кенә сит илдәрҙә – Һиндостан, Вьетнам, Бельгия, Румыния һәм башҡаларҙа була, әммә уға иң мөһиме – үҙ халҡының алдында сығыш яһау, сөнки иң талапсан тамашасы, ысын баһа биреүсе – ул үҙ ерең кешеләре.
1953 йылда Бухарест ҡалаһында Бөтә донъя йәштәре һәм студенттарының фестивале була. Унда беҙҙекеләр ҙә ҡатнаша. Яңғыҙ бейеүҙә Һиндостан вәкилен берәү ҙә еңә алмай. Ә бына халыҡ бейеүҙәре конкурсында иһә “Өс туған” менән Мөхәммәт Иҙрисов, Мөхәммәт Шәмсетдинов һәм Әнүәр Фәхретдинов беренселекте яулай, уларға алтын миҙал тапшырыла. Бынан тыш, Тамара Хоҙайбирҙина “Заһиҙә”не башҡара һәм көмөш миҙалға лайыҡ була. Шулай итеп, башҡорт бейеүҙәре халыҡ-ара аренала ла ҙур танылыу яулай башлай. Мөхәммәт ағайға ошо уҡ йылда “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән юғары исем бирелә.
Ансамбль составында ғына бейеп ҡалмай Иҙрисов, хатта опера һәм балет театры спектаклдәрендә лә ҡатнаша. 1955 йылда Мәскәүҙә декадала “Салауат Юлаев” операһында ҡарт яугир Сураман образын ҙур оҫталыҡ менән башҡара, “Сыңрау торна” балетында көтөүсе булып бейей. Декаданан һуң ул “РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Төрлө илдәр-ерҙәр үтеп, гастролдәр һәм репетициялар араһында хатта өс йыл Өфө ҡала Советы депутаты вазифаһын башҡарып, “Почет Билдәһе” һәм 2-се дәрәжә “Камбоджа” ордены менән наградланып, пенсияға йыйына Мөхәммәт ағай, ләкин ебәрмәйҙәр. Филармония бригадалары составында туҡһанынсы йылдар башынаса бейей ҙә бейей.
Мөхәммәт ағайға һәр ваҡыт ҡатыны Александра Николаевна ныҡлы терәк, рухи кәңәшсе, ярҙамсы була. Бәхетле ҡартлыҡ кисерә Иҙрисовтар.
Мәшһүр “Байыҡ”тың солтаны
Иҙрисовтың мәшһүр “Байығы” тураһында айырым әйтеүҙе хуп күрҙек. Был бейеү башҡорттарҙа XVIII быуаттан, бөйөк Байыҡ Айҙар сәсән эшмәкәрлегенә бәйле билдәле. Һәр быуын, һәр заман уны үҙенсә башҡарған, үҙенсә йөкмәтке һалған. Бейеүсенең шәхси сифаттары һәм үҙенсәлектәре лә сағылыш тапмай ҡалмаған, әлбиттә. Ғөмүмән, “Байыҡ” бейеүе йөкмәткегә бай, ижадсыға киң мөмкинлектәр асыуы менән бик характерлы. Мөхәммәт ағай Иҙрисов, үҙенең шәхесенә ярашлы, уны үҙ репертуарының йөҙөк ҡашына әүерелдерә. Ошо “Байығы” менән профессиональ сәхнә түренә һикерҙе ул, ошо бейеүҙе сәнғәтебеҙҙең иң күркәм биҙәктәренең береһенә әүерелдерҙе, сәхнәнән “Байыҡ”ты донъя кимәленә сығарып китте. Бейеүҙе Мөхәммәт Рамаҙан улы ижад итмәгән, ләкин, ижадсы булараҡ, уға фәҡәт үҙенә генә хас байтаҡ яңылыҡ өҫтәгән, биҙәктәр баҫҡан. Мәҫәлән, бейеү башланғанда уның артабанғы дөйөм йөкмәткеһен билдәләгән “Һай, рәхәт донъя!” тигәне, “Перовский” бейеүенән индереп ебәргән элементтары, мутлыҡ-шаянлыҡ сатҡылары сағылдырыуы һәм башҡалар Иҙрисовтың индивидуаллегенә ҡайтып ҡала. Шуныһы айырыуса иғтибарға лайыҡ: 25 йәшлек Иҙрисов башҡарған “Байыҡ” менән 55 йәшлек Иҙрисов бейегән “Байыҡ” араһында бик талапсан белгестәр ҙә әллә ни айырма тапмаҫ. Ни өсөн? “Байыҡ”ҡа Мөхәммәт ағай һалған идея, нигеҙҙә, шуға ҡайтып ҡала: тырышып хеҙмәт иткән, илен ҡурсаларға һәр ваҡыт әҙер торған, башҡаларға ҡарата изге мөнәсәбәттә булған ысын кеше һәр саҡ бәхетле, һәр саҡ йәш һәм энергиялы, көслө.
“Байыҡ” бейеүенең бик борондан килгәнен әйткәйнек үрҙә. Боронғо булһа ла, мәңге йәш ул, сөнки уны һәр яңы быуын кешеләре, яңы таланттар йәшәртә, йәшәтә. Ә инде Мөхәммәт Рамаҙан улы Иҙрисовты иһә, XX быуатта мәшһүр “Байыҡ”тың солтаны булды, тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ.
Мәшһүр бейеүсе башҡорт сәхнә бейеүе үҫешенә ҙур өлөш индерә, бейеүҙәрҙе халыҡсан башҡарыуы менән айырылып тора. Шулай итеп, һоҡланғыс кеше һәм талантлы бейеүсе Мөхәммәт Рамаҙан улы Иҙрисов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Рәмилә ТИМЕРБАЕВА,
Өфө ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Таңсулпан НИҒӘМӘТОВА,
Өфө ауылы мәктәбенең 7-се “б” класы уҡыусыһы.