Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
3 Июнь 2022, 15:01

Һағынмаған, иҫкә алмаған көн юҡ

Ул кешеләрҙе, башҡарған эшен яратты.

Ауыр ҡайғылар килгәндә халҡыбыҙ борон-борондан сабырлыҡҡа ынтылған, матәм көндәрендә лә сараһыҙҙан баш ормаған, тыйнаҡлыҡ һаҡлаған, ҡайнар күҙ йәштәрен артыҡ күрһәтеп бармаҫлыҡ көс тапҡан. Күрәһең, был ислам дине менән индерелгән матур йолаларыбыҙҙың береһелер, йәнә милләттәштәребеҙҙең мәҙәнилеге менән бәйлелер. Нисек кенә булмаһын, айырым кешеләр, туған-тыумаса, күрше-күлән, хатта тотош халыҡ шундай көндәрҙә һынала, үҙен күрһәтә. Ошондай ваҡытта бергә булыуҙарға бер ни ҙә етмәйҙер.

 

Йөрәк ҡушыуы буйынса барҙыҡ

 

5 июнь, 2021 йыл... Иртәнге ауыр хәбәр йәндәребеҙҙе өтөп-өтөп алды, йөрәктәребеҙҙе тетрән­дерҙе. Республикабыҙ мәғарифы­ның киң билдәле етәкселәренең береһе, танылған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Альбина Баязитова, ҡаты ауырыуҙан һуң, мәңгелек йортона күсте. Альбина Наил ҡыҙының бер теләге булған: Өфөлә күп кеше йыйып, ҙур матәм митингы үткәрмәһендәр, эш кешеләрен мәшәҡәтләмәһендәр, йонсоп, был эҫелә Юлдыбайға ла йөрөмәһендәр. Мәрхүмәнең теләге изге. Шул саҡта ла кешеләрҙе уйлауы-ҡайғыртыуы һоҡландыра ла, тетрәндерә лә.

Әммә туғанлыҡ, дуҫлыҡ бурысы, кешелеклелек кеүек төшөнсәләр ҙә бар бит әле был донъяла. Беҙ, Өфө күп профилле һөнәри белем биреү колледжы уҡытыусылары, директорыбыҙ Сынтимер Биктимер улының, уларҙың балалары Гөлназ һәм Айнурҙың, өләсәйҙәре Сәбилә Усман ҡыҙы Килсенбаеваның, ту­ған­дарының ауыр ҡайғыһын уртаҡ­лашыр өсөн, таң һарыһы менән Күгәрсен районына юл тоттоҡ. Юлдыбайҙа өфөләр күп булды. Ҡалабыҙҙың Киров районы хаки­миәте хеҙмәткәрҙәре, 20-се, 140-сы, 136-сы башҡорт лицей-гимназиялары директорҙары, уҡытыусы­лары бар ине. Күгәрсен районы, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән районы вәкилдәре, алыҫ араларҙы яҡын итеп, килеп еткәйне. Ана бит, ауыр юғалтыу ҡайғыһы күпме бәндәне бер урынға туплаған, берҙәм иткән, бындай сараға кеше йөкмәтелгәнде үтәр өсөн йөрөмәй, йөрәк ҡушыуы, намыҫ талабы буйынса килә. Шуға күрә хәтирәләр, йыуатыу һүҙҙәре ихлас әйтелде.

Ғүмеркәйе ҡыҫҡа, әммә сағыу булды

 

Альбина Баязитова 1967 йыл­дың 29 ғинуарында Күгәрсен райо­нының Һатлыҡ ауылында донъяға килә. Юлдыбай урта мәктәбен тамамлағас, хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына филология факультетының рус-башҡорт бүлегенә уҡырға инә. Тәүге көндәрҙә үк төркөмдәштәре янып, дәрт-дарманы ташып торған, ойоштороу һәләтенә эйә һылыу ҡыҙҙы староста итеп һайлап ҡуя. 1989 йылда уҡыуын тамамлағас, А.Н. Баязитова Өфө финанс һәм иҡтисад колледжында тәрбиәсе булып эш башлай, йәш ғаилә ошо уҡыу йортоноң дөйөм ятағында йәшәй. Өфөлә йәшәй башлауҙың ауырлығы күптәребеҙгә таныш. Баязитовтар ҙа ыҙалы юлдың бар баҫҡыстарын намыҫ менән үтә. Альбина менән Сынтимер Баязитовтар 1994 йылда яңы асылған 136-сы башҡорт лицейында эшләй башлай. Ғаилә башлығы – дирек­торҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, ә Альбина Наил ҡыҙы – лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бер нисә йылдан С.Б. Баязитов 140-сы гимназия директоры, артабан ҡала мәғариф идаралығы етәксеһе, дәүләт эшмәкәре вазифаларына үрләтелә. А.Н. Баязитованы ла шун­дай уҡ хеҙмәт көтә, Өфө ҡала­һының 140-сы, 20-се башҡорт гимназиялары директоры, БР Хөкү­мәтендә белгес, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлы­ғының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Һуңғы йылдарҙа ул баш ҡаланың “Водоканал” ойошмаһында генераль директор урынбаҫары булып хеҙмәт итте.

Альбина Наил ҡыҙына эшкә бирелгәнлек, оло яуаплылыҡ, һәр эшкә ижади ҡараш кеүек сифаттар хас ине. Ул ҡул аҫтындағылар, ҡала халҡы, педагогтар, ябай кешеләр менән ихлас аралашты, кеше айырманы. Абруйы бик юғары булды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, “БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәт­кәре”, “РФ-тың дөйөм белем би­реүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре” тигән юғары исемдәргә лайыҡ булды. Ул бер нисә тапҡыр Рәсәйҙең “Йыл директоры” титулын яуланы. Илебеҙ Президенты В.В. Путиндың Маҡтау ҡағыҙы һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнде. Ә шулай ҙа уның иң мәртәбәле, абруйлы бүләге – халыҡ һөйөүе, етәк­селәрҙең, коллегаларының, яҡын­дары һәм дуҫтарының йылы һүҙе, оло рәхмәте! Шулар менән бергә йәмәғәте менән улдары Айнурҙы, ҡыҙҙары Гөлназды һоҡланғыс шәхестәр итеп тәрбиәләне, ваҡы­тында дөрөҫ юл күрһәтте. Айнур Баязитов Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, бөгөн “Роснефть” компанияһында әй­ҙәүсе инженер, ә Гөлназ Сирусина Өфө дәүләт авиация техник уни­верситетының иҡтисад факультетында уҡығандан һуң “Газпромбанк”та баш белгес булып эшләй. Самир исемле ул үҫтерәләр.

– Беҙгә бөгөн әсәйемдең ихлас йылмайыуы, шатлыҡлы көлөп ебәреүҙәре етмәй, йәнгә шул тиклем ауыр, һыҙланыу ғазаптары үтмәй. Ләкин тормош дауам итә, беҙ хәҙер уның өсөн дә йәшәйбеҙ төҫлө тойола, – ти улы.

Гөлназ да әсәһен һағынып иҫкә ала:

– Әсәйемә көслө энергетика, кешеләргә иғтибарлы булыу хас ине. Ул ағайым менән миңә һәр яҡтан өлгө булды, яуаплылыҡ, эшкә бирелгәнлек, лидерлыҡ кеүек сифаттарға унан өйрәндек. Әсәйем, әүәлгесә, ҡайҙалыр эше буйынса киткән дә бына-бына ҡайтып килер төҫлө....

Альбина Наил ҡыҙының хәләле Сынтимер Баязитовтан ауыр көндәрҙә ишеткән һүҙҙәр ҙә күптәребеҙгә фәһем алырҙай.

– Ғүмеренең шулай ҡыҫҡа булырын алдан белгән һымаҡ, бөтә нәмәне эшләп ҡалғыһы килде. Тормошто яратты. Ни эшләйһең, ауыр сир барыбыҙҙан да көслөрәк булып сыҡты. Ҡәҙерлемде һауыҡтырыр өсөн әллә ниҙәр эшләгән дә кеүек инем. Бармаған ер, күрмәгән табип ҡалманы. Ғүмеркәйе ҡыҫҡа, әммә сағыу булды ҡәҙерлемдең. Ҡанатлы һүҙ тимәһендәр, ул үҙе өсөн түгел, кешеләр өсөн, халҡы өсөн янып йәшәне, дуҫтары, коллегалары быны яҡшы белә.

 

Намыҫ һәм тоғролоҡ билдәһе

 

Эйе, Альбина Наил ҡыҙының яҡындары әйткән һүҙҙәр, ысынлап та, йөрәк түренән сыҡҡан изге төшөнсәләр ул. Ауыр көндәрҙә бер-береңә терәк булыу кеүек матур сифаттарҙы беҙ тап улар йөҙөндә күрҙек. Ҡайғы алдында бөгөлөп төшмәүҙәре, иртәгәгә ҡул һелтәп ҡуймауҙы, сабырлыҡты тойҙоҡ. Тимәк, ғүмер, тормош дауам итә. Һөйгәнең, балаң, ҡәҙерле әсәйең хаҡындағы ҡайнар тойғолар, яҡты хәтирәләр йәшәүгә көс бирә, бәлки, шул сифаттар менән кеше бөйөктөр ҙә. Сынтимер Биктимер улының янында булыу, көн дә тиерлек аралашып тороу, тыуған яҡтарына сәфәр ҡылыуҙар уның ни тиклем көслө рухлы, мәрхүмә йәмәғәтенә тоғролоғо хаҡында шәхсән фекер йөрөтөргә мөм­кинлек бирә.

С.Б. Баязитов ҡәйнәһе Сәбилә Усман ҡыҙы янына, ваҡыты тар булыуға ҡарамаҫтан, йыш ҡайтып тора. Телефондан аралашмаған көнө юҡ. Альбина Наил ҡыҙының ҡәберенә зыярат ҡылыуҙар, мәсеттә аят уҡытыуҙар мәшәҡәт түгел уға, ә күңел йыуанысы, ҡәҙерлеһенең рухын яҡтыртыуы. “Юлдаш” радиоһы йыш ҡына уның башҡарыуында “Һине яратмайса мөмкин түгел” йырын тапшыра. Башҡалар беләме икән был йырҙың махсус рәүештә тәғәйен Альбина Наил ҡыҙына бағышлап ижад ителгәнен? Кем нисектер, мин йырҙы ишеткән һайын тәрән уйҙарға тарыйым, аҡҡоштар тоғролоғона хайран ҡалам. Мөхәббәт ана шулай була!

Шундай изге эштәргә өҫтәп, С.Б. Баязитов һөйөклөһөнөң ҡырҡына тәғәйенләп, “Ерҙә яҡты эҙе ҡалды” (Өфө: “Мир печати”, 2021. – 167 б.) тип аталған хәтернамә китабын баҫтырҙы. Был баһалап та, аңлап та бөтмәҫлек ғәмәл булды, сөнки ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ундай баҫманың әҙерләнеүен һәм ташҡа баҫылыуын әлегәсә күргән һәм ишеткән булманы. Баҫмала Альбина Наил ҡыҙы хаҡында йәмәғәте, балалары Айнур һәм Гөлназдың, әсәһенең, коллегаларының, дуҫтарының, БДПУ профессорҙары һәм уҡытыусыларының, студент йылдарындағы төркөмдәштәренең иң йылы фекер-тойғолары нәшер ителде. Китап кеше күңелдәре йылыһы менән генә түгел, иҫ киткес матур биҙәлеше менән дә һоҡландырҙы. Иң мөһиме, ана, ниндәй эштәр менән дә кешелек, ирлек бурыстарыңды үтәп була икән.

Кеше ғүмеркәйҙәре йылдар менән түгел, йөкмәткеле изге ғәмәлдәр менән үлсәнәлер. Ана шундайҙар кеше, хатта тотош халыҡ хәтерендә ҡала, күңелдәргә матур хәтирәләр булып уйыла. Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙҙарының береһе, күренекле шәхес, арҙаҡлы етәксе һәм педагог Альбина Баязитова нәҡ шундайҙарҙан булды. Ерҙә ҡылған барлыҡ эштәре, кешеләрҙе, башҡарған эшен яратыуы уны шундай бейеклеккә күтәрҙе. Беҙҙең күңелдәрҙә Альбина Наил ҡыҙы ана шундай шәхес булып һаҡланасаҡ. Рухың яҡты, урының йәннәт түрҙәрендә булһын, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы!

Фәнзил САНЪЯРОВ


Өфө ҡалаһы

Читайте нас: