Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
28 Ноябрь 2022, 14:51

Мин хәҙер оло йәштә, оҙаҡламай китермен инде

Беҙ серле донъянан хасил булабыҙ һәм, бер аҙ йәшәгәс, икенсе бер серле донъяға мәңгелеккә китеп барабыҙ. Ҡурҡаммы бынан? 

Мин хәҙер оло йәштә, оҙаҡламай китермен инде
Мин хәҙер оло йәштә, оҙаҡламай китермен инде

Тиҙҙән был тормоштан китергә тейешлегем хаҡында йыш уйланам. Беҙ серле донъянан хасил булабыҙ һәм, бер аҙ йәшәгәс, икенсе бер серле донъяға мәңгелеккә китеп барабыҙ. Ҡурҡаммы бынан? Юҡ, һис тә ҡурҡмайым, фәҡәт туҡтауһыҙ борсолам һәм тойғоларға биреләм: барыһын да тейешенсә эшләй алдыммы икән, бөтәһе лә намыҫым ҡушҡанса булдымы, кешеләр миңә үпкәләп ҡалмаҫмы, яңылыш аҙымдарым өсөн бөтәһенән дә ғәфү үтенеп бөттөммө?

 Бер тапалған фекерҙе иҫкә төшөрәһем килә: шәхестең бәләкәй аҙымы – кешелек донъяһының ҙур аҙымы ул. Кешелек донъяһын төҙәтеп булмай, үҙеңде генә төҙәтергә мөмкин. Сабыйҙы ашатырға, тупаҫ һүҙ әйтмәҫкә, ҡарт кешегә юл аша сығырға ярҙам итергә, илағанды тынысландырырға, яуызлыҡҡа яуап бирмәҫкә, кешенең күҙенә тура ҡарай алырға. Быларҙың барыһына ла айырым кешенең хәленән килә, ә бөтә кешелек донъяһының? Шуға күрә һәр саҡ тәүҙә үҙеңә һорау бирергә кәрәк. Минең яратҡан лаҡабым: емештәрен күреп өлгөрмәҫеңде белһәң дә, ағас ултырт...

Был һүҙҙәрҙе бөтә донъяға билдәле академик Дмитрий Лихачев әйткән. Бөгөн уның тыуған көнө.

Фото: yаndex.ru.

Мин хәҙер оло йәштә, оҙаҡламай китермен инде
Мин хәҙер оло йәштә, оҙаҡламай китермен инде
Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: