Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр бейеүсе, хореограф Риф Ғәбитовты белмәгән кеше юҡтыр. “Бөркөтостан”, “Илкәйем”, “Саптар”, “Тархандар” һәм башҡа бик күп бейеүҙәр авторы ул. Риф Фәтих улы менән ойошторған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
– Риф Фәтих улы, беҙҙең халыҡ, “Булыр бала – биләүҙән”, ти. Һеҙҙең бейеүсе булып китерегеҙ бала саҡтан билдәле булдымы икән? Бейеүгә һөйөүегеҙ ҡайҙан килә?
– Белорет районының Аҙналы ауылында тыуып үҫтем. Башланғыс белемде тыуған ауылымда алғас, Сермән урта мәктәбенә күстем. Ул ваҡытта сәнғәт түңәрәктәре юҡ ине. Моңға ҡағылышлы булмышым ғаиләнән, ата-әсәйҙән. Атайым – мәҙәни-ағартыу эштәрен алып барған, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрен ойоштороп йөрөгән, үҫтергән, музыка яратҡан кеше. Үҙ ҡулдары менән скрипка эшләп уйнай торғайны. Бейеүгә лә һәләте булды. Бәлки, күберәк тә булғандыр тип уйлайым. Л. Нагаеваның “Танцы восточных башкир” тигән китабы бар, экспедицияға барып, халыҡтан төрлө бейеү өлгөләрен яҙып алған. Атайымдың фотоһы ла бар, ул бейеү хәрәкәттәре яһап баҫып тора. Фәтих Ғәбитовтан бейеү, шулай уҡ ҡайһы бер башҡорт бейеү хәрәкәттәренең терминдарын да яҙып алған: “өҙәңге”, “юрға йөрөшө”... Һәр бер хәрәкәттең исеме булған. Бала саҡта бейеүсе булам тип хыялланмаһам да, шундай мөхиттә үҫеүем эҙһеҙ ҡалмаған, күрәһең.
Ғаиләлә һигеҙ бала. Икегә бүленеп үҫтек. Ике апайыбыҙ менән ике ағайыбыҙ өлкәнәйеп өйҙән сығып киткәс, бәләкәйҙәр – ике малай, ике ҡыҙ – бергәләп үҫтек. Ике ағым. Шуның өсөн ағайҙарҙы һағынып көтөп ала торғайныҡ. Ауылға яҡын ғына аэродром бар ине. Самолет төшөп килһә, “О, Фәрит ағай ҡайтып килә”, “Рафиҡ ағай ҡайтып килә”, – тип шул яҡҡа йүгерәбеҙ. Әйтергә кәрәк, өлкән ағайым ауылда юғары белем алған беренсе кеше. Ул алдына маҡсат ҡуйып, ауылда ғүмере булмағанса белемгә ынтылды. Икенсе ағайым – хәрби осоусы. Рафиҡ ағай бала саҡтан осоусы булырға хыялланған. Ни өсөн тигәндә, шундай лаҡап бар: элекке ваҡытта халыҡты һәйбәт эшләгән өсөн төрлөсә дәртләндерергә тырышҡандар. Аҡса булмаған, уның урынына әйберләтә түләгәндәр. Беҙҙең ауылға аэродром яҡын, тинем. Дәртләндереү маҡсатында, урыу эштәре бөткәс, иң алдынғы эшселәрҙе йыйып алып, ана шул аэропланға ултыртып, ауыл өҫтөнән бер-ике уратып алып килгәндәр. Минең әсәйем тырыш колхозсы булған. Уны ла аэропланға ултыртып йөрөткәндәр. Шул саҡ, әсәйемдең ҡарынында ятҡан ағайыма самолет “ене” ҡағылған, тип әйтәләр ине. Йәше еткәс, уны әрмегә алғандар. Тымыҡ океанда матрос булып хеҙмәт иткән ваҡытта “минең летчик булғым килә” тип рапорт биргән. Армавирҙа юғары хәрби училищела уҡып осоусы һөнәрен алып ҡайтҡан. Уны хәтерләйем, хәрби кейемдә бик матур итеп ҡайтып төшә торғайны. Шунан һуң офицер булып китте. Мурманск өлкәһендә хеҙмәт итте. Хәрбиҙәргә йыл һайын хром итек бирәләр, ағайым уны атайыма алып ҡайтып бирә. Хром итектәре теҙелеп китә торғайны. Бейергә кәрәк булһа, шул итектәрҙе кейеп алып, тыпырлатып бейей. Атайҙың бейеү хәрәкәттәре һаман да күҙ алдымда. Уларҙы әҙерәк кенә үҙгәртеп, үҫтереп, бейеүҙәрҙә лә ҡулландым.
– Төпкөл ауыл балаһының сәнғәткә килеү юлы нисек булды?
– Етенсе класҡа тиклем Сермән урта мәктәбендә уҡыным. Һигеҙенсе класҡа өлкән ағайым Өфөгә 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға алып килеп урынлаштырҙы. Ул ваҡытта ҡурай сәнғәте юҡ кимәлдә ине. Беҙҙең ауылда бер генә кеше – Ибраһим тигән тешһеҙ бабай ҡалған бер генә теше менән ҡурай уйнай торғайны. Беҙгә нисектер күңелгә яҡын ине ҡурай тауышы. Шул бабайға барып, өгөтләп, көй уйната торғайныҡ. Шуғалыр ҙа, интернатҡа килгәс аптырап киттем, ни өсөн тигәндә, күҙаллауымса, ҡурайҙа тик оло кешеләр генә уйнарға тейеш. Ә интернатта минең йәштәге егеттәр һәм ҡыҙҙар бейей, матур итеп йырлай, ҡурайҙа уйнай. Шул аптырашҡа һалды. Ошо тулҡынға мин дә эләгеп киттем, бейеү, ҡурай түңәрәктәренә йөрөй башланым. Интернат мәктәбенең сәхнәһенә баҫҡанда, “ҙур, бер яғынан икенсе яғына нисек барып етәһең”, тип уйлай торғайным. Аҙаҡтан, төрлө осрашыуҙарға саҡырғандарында, бер-ике аҙым атлаһаң икенсе яғына бара ла сығаһың икән.
Ҡурайға ылығыуымда Әҙеһәм ағай Исҡужиндың йоғонтоһо ҙур булды. Бик күп малайҙарҙы эйәртеп йөрөй торғайны. Үҙенең ҡурай бүлмәһе бар ине. Ҙур магнитофоны булды, шуны тоҡандыра ла көй тыңлайбыҙ. Үҙебеҙ нотаны танымайбыҙ ҙа. Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов менән бергә йөрөнөк. Шул йылдарҙа сәнғәткә ылығыу көслөрәк булды. Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Унда ла студенттарҙың бейеү ансамблендә бейенем. Уға Екатерина Варламова етәкселек итте. Ансамблгә килеүгә, әлеге лә баяғы, өлкән ағайым Фәрит сәбәпсе булды, сөнки ул үҙе профессионал булмаһа ла, тәбиғәте менән бик оҫта бейеүсе. Ғөмүмән, Фәрит Фәтих улына Хоҙай Тәғәлә һәләтте күберәк биргәндер, ул бейеүсе булырға тейеш булғандыр, тим. Ҡыҫҡаһы, ағайым яҙмышымды билдәләүҙә ҙур роль уйнаны. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыным. “Ҡустым, атайыбыҙҙан ҡалған бер һөнәребеҙ бар. Ана шул юғалып ҡалмаһын ине ул. Һәр ваҡыт хыялланһам да, бейеүсе булып китә алманым. Һин хәҙер филология факультетын тамамларһың да ауылға ҡайтырһыңмы, ҡайҙа барырһың. Уҡытыусы булырһың, ә улар күп. Бейеүселәр юҡ. Һин шул яҡты ҡараштыр әле”, – тине. Икенсе яҡтан дәртләндереп ебәрҙе: “Мөхәмәт ағай Иҙрисов (“Байыҡ” бейеүе менән дан ҡаҙанған кеше) икенсе пенсияһын эшләп йөрөй. Егерме йыл эшләп пенсияға сыҡҡан да, тағы егерме йыл стаж тултырып, өсөнсөһөнә күсеп ята. Шундай яҙмыш һиңә оҡшамаймы ни?” – ти. “132 тәңкә пенсия ала, эш хаҡы 60-80 һум. Тегендә-бында саҡырһалар барып бейей ҙә, ансамблгә махсус рәүештә йөрөп эшләмәй. Олоғайғансы эшләп йөрөгөң киләме?” – ти. Шулайтып дәрт һалып, ансамблгә ебәрҙе. Ул ваҡытта ағайым обкомда сәнғәт бүлегендә эшләй ине. Уның йоғонтоһо булғандыр, тип уйлайым.
– Һеҙгә 1995 йылда “Еҙ үксә”, “Көтөүсе йыры”, “Башҡортса краковяк” бейеүҙәрен ҡуйғанығыҙ һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылған. Бейеү нисек ижад ителә? Береһенең яҙылыу тарихына туҡталып китмәҫһегеҙме икән?
– Ансамблдә башҡорт бейеүен ҡуйыуы бик ҡыйын, башҡорт репертуары һәр ваҡыт ҙур проблема булып килде. Бейеүселәр, балетмейстерҙар эркелеп ятмай. Әлеге ваҡытта бар ул, ә элек юҡ ине. Ф. Ғәскәровтан һуң Хашим Мостаев килде. Үҙе репертуарға биш башҡорт бейеүен өҫтәне. Ул Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында эшләп йөрөнө. Башҡорт бейеүендә лә классик йүнәлеш нығыраҡ ине. 80-се йылдар башында Хәлил Ишбирҙин тигән егет ансамблгә килгән ине. Бер һөйләшеүҙә шундай фекер уянды: “Башҡорт бейеүҙәре юҡ бит, беҙ эшләмәһәк кем эшләр, әйҙә тотоноп ҡарайыҡ!” Кәңәшләшеп йөрөнөк тә бейеү һалырға булдыҡ. Иң беренсе “Буранбай” (сюжет буйынса – башҡорт халыҡ йырынан) тигән бейеү һалырға булдыҡ. Хәлил физик, техник яҡтан көслө. Был ролде ул башҡарырға тейеш ине. Йәл, килеп сыҡманы инде. Унан һуң “Арғымаҡ” тигән дуэт башланыҡ. Далала сабып йөрөгән ҡырағай ат. Шул тарпанды егет тотоп йүгәнләргә тейеш ине. Ул идеяны ҡаҙаҡ шағиры Олжас Сөләймәновтың “Арғымаҡ” тигән шиғырынан алдым. Шунан һуң “Көтөүсе моңо” тигән бейеү тыуҙы. “Еҙ үксә” 1987 йылда сыҡты. Рим Әбделмәнов, Рафаил Амантаев, Рәдис Тотманов – беҙ беренсе составы. Радионан тыңлап ятам. Диктор: “Башҡорт халыҡ көйө “Еҙ үксә”. Ҡурайсылар квартеты башҡара”, – тип әйтте, һәм көй башланып китте. Ғата ағай, Ишмулла ағай, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Мөхәммәт Рәхмәтуллин – дүрт мөһабәт ҡурайсы ағайҙар бейеп киткән һымаҡ күҙ алдына килеп баҫты. Идеяһы шулай барлыҡҡа килде.
Башҡорт дәүләт университетында уҡыуҙың файҙаһы бик ҙур булды. Филология факультетында күп нәмәләрҙе өйрәнәһең: фольклорҙы, тарихты, этнографияны, әҙәбиәтте. Тарихи романдар сыға торғайны. Шуларҙан башҡорт тормошон һүрәтләүҙе алаһың. Сюжеты буйынса егеттәргә был бейеү менән беҙ нимә әйтергә теләгәнебеҙҙе аңлатыр кәрәк. Һәр бер хәрәкәттең мәғәнәһе булырға тейеш бит. Ни өсөн дүрт егет бейей тигәндә – донъяның дүрт тарафын символлаштыра. Ырыуҙың аҫаба ерҙәренә кеше килеп урынлашмаһын, баҫып алмаһын өсөн, егеттәр аттарға ултырып ҡарарға китә. Йәнәһе, дүрт бер-береһенә таныш булмаған ырыу егете сиктәренә килә. Иң беренсе хәрәкәттәре “Һин кем?”, “Һин кем балаһы?” тип һорау бирәләр. Һәр береһе үҙҙәренең башҡарған яңғыҙ киҫәктәрендә “Мин шул” тип үҙҙәрен күрһәтә. Һуңынан былар көрәшергә, көс һынашырға булып китә. Иң аҙаҡ йәш егет әйтә: “Ни эшләп беҙ көрәшәбеҙ?” – ти. “Байыҡ” көйө башлана, сөнки – ул башҡорттарҙа киң таралған бейеү. “Беҙ бөтәбеҙ ҙә – башҡорттар” тигән мәғәнәлә берләштереүсе бейеү менән тамамлана. “Еҙ үксә” тигән һүҙ булғас, бейеүҙең хәрәкәттәре үксәгә йүнәлтелә. Шуның өсөн, үксәне көсәйтергә тура килде. Шпоралар ҡуйылған ине. Йүнләп шаҡылдамай, тауышы сыҡмай бит. Шул ваҡытта Рафаэль Амантаев яңы шпоралар уйлап сығарҙы. Әлеге ваҡытта уны бөтә Башҡортостанда ҡулланалар.
– Киләсәккә ниндәй пландар менән янып йөрөйһөгөҙ?
– Башлыса беҙҙең айырым бейеүҙәр генә бар. “Аҫаба” тип исемләнгән төрлө бейеүҙәрҙән торған заманса шоу проекты әҙерләп йөрөйөм. Был проекттың идеяһы – Ер йөҙөндә нимәләр булғаны, Урал батырҙан башлап барыһының да башҡорттарға мөнәсәбәте булыуы хаҡында. Башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте тарихын сағылдырған шоу булырға тейеш тип ниәтләйем.
- Рузилә ИҪӘНБАЕВА