Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
31 Ғинуар 2023, 15:12

Шиғри күңелле ғалимә

Шиғри күңелле ғалимә.

Күренекле башҡорт ғалим-методисы Мәрйәм Ғимало­ваның тыуыуына 100 йыл тулды. РСФСР, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогика фәндәре кандидаты, К. Ушин­ский миҙалына лайыҡ шәхес ул.

Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы 1922 йылдың 22 июнендә хәҙерге Мә­сетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында донъяға килә. Атаһы Ғилметдин ауылдың урта хәлле кешеһе Ғима­лет­диндең улы була. Ғималетдин дүрт балаһын – Ғилметдин, Миңләх­мәт, Кинжәбай, Рамаҙанды – белемле кеше итеп тәрбиәләргә тырыша. 1883 йылда тыуған олоһо Ғилметдин айырыуса отҡор була. Земство мәктәбен тамамлай, аҙаҡ юғары рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Әрме хеҙмәтенә бара. Ә 1908 йылда, 25 йәшендә, “Ауыл уҡытыусыһы” таныҡ­лығы ала. Шунан Мәсетле, Дыуан яҡта­рында мәктәптә эшләй, башҡорт, рус, немец телдәрен өйрәтә.

Бына шунан башлана ла инде Ғималовтарҙың уҡытыусылар ди­нас­тияһы. Әйткәндәй, үҙем дә – ошо ауылда тыуған, ошо уҡытыу­сыларҙың йылы ҡулында уҡып кеше булған затмын. Арҙаҡлы ауылдашым Мәрйәм апай менән һәр саҡ ғорурландым, ахырҙа үҙем дә әҙәбиәткә ылыҡ­тым: беҙ шул Әй буйының йәшел сиҙәменә тәү тәпәй баҫҡанбыҙ, һыуын эсеп үҫкәнбеҙ, шул уҡ күктәргә баҡҡанбыҙ. Бала сағы­быҙ шунда үткән.

Мәрйәм апай 14 йәшендә ауыл­дан 17 саҡрымдарҙағы Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Унан һуң биш йыл Ҡариҙел райо­нының Байҡыбаш ауылында бала­ларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиә­тенән уҡыта. 1945 йылда Өфөгә килгәс, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институ­тының (аҙаҡ – Башҡорт дәүләт университеты) тарих-әҙәбиәт бүлеге студенты булып китә. Институтты тик яҡшы билдәләргә тамамлай.

Юғары уҡыу йортонда уҡы­ғанда уҡ, 1949 йылдан, 9-сы башҡорт мәктәп-интернатында (хәҙер – Рәми Ғарипов исемен­дәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) башҡорт әҙәбиәтен уҡыта. Шунда яҡташ уҡыусыһы Рәми Ғарипов­тың ижади һәләтен тойоп, уны үҫтерергә тырыша. Һуңынан буласаҡ шағир­ҙың иң яратҡан уҡы­тыу­сыларының береһенә әйләнә. Мөғәллим менән шәкерт­тең бергә төшкән фотолары, бер-береһенә яҙған хаттары һаҡ­лана. Шағир унда “әҙәбиәтте иң нескә тойған тәүге шиғри уҡы­тыусыма” тип яҙа.

1957 йылда Мәрйәм Ғималова СССР Фәндәр академияһының Баш­ҡортостан филиалы аспиран­тураһын тамамлай, РСФСР Мәға­риф министр­лығының милли мәк­тәптәр ғилми-тикшеренеү институтына эшкә урынлаша. Ә тағы ла дүрт йылдан педагогия фәндәре кандидат­лығына диссертация яҡ­лай. Мәскәүҙән килгән профес­сор­ҙар йәш белгесте – баш­ҡорт әҙә­биәте методикаһы, В. Песков менән Ә. Әхмәрованы – рус теле, Ф. Исламованы баш­ҡорт теле буйынса дәреслектәр төҙөү эшенә һайлап ала. Әйтергә кәрәк, ул заманда аспирантура тамамлаған, ғөмүмән, ғилми дәрәжәгә эйә белгестәребеҙ бармаҡ менән генә һанарлыҡ, һәр береһе алтынға торошло ине.

Әҙәбиәт методикаһының шундай һайлам ғына вәкилдәренең береһе ең һыҙғанып яңыса дәрес­лектәр төҙөүгә тотона, күп уҡы­тыусылар раҫлауынса, ниһайәт, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙың фәнни-теоретик нигеҙҙәрен һала. Күп йыллыҡ хеҙмәт бушҡа китмәй: “Мәктәптә Баязит Бикбай ижадын өйрәнеү” (1964), “V – VII кластарҙа башҡорт яҙыусы­ларының әҫәрҙә­рен өйрәнеү” (1972), “Урта мәктәп­тәрҙең IV – VIII кластарында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу ме­тодикаһы” (1982), “V – VIII клас­тарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы” (1994) исемле ҙур монографиялары донъя күрә, бөтә клас­тар буйынса башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу программалары төҙөлә. Нисәмә быуын баш­ҡорт балалары Мәрйәм Ғима­лованың әҙәбиәт дәреслек­тәрен уҡып үҫте, ә күпме әҙәбиәт уҡытыусылары уның методика­һынан файҙалана!

Ғалимә 37 йыл буйы академик Ғайса Хөсәйенов менән әҙәбиәт дәреслектәре ижад итә. Уларҙың күбеһе дәреслектәр конкурсында еңеп сыҡҡан. Мәрйәм Ғималова ысынында – башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына нигеҙ һалған инсан, йәнә шул методиканы эшләү, үҫтереүҙә үҙ мәктә­бен дә булдырҙы. Роберт Байымов, Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов, Әхмәт Сөләймәнов, Мирас Иҙелбаев, Миңлебай Юлмө­хәмәтов, Рафаэль Аҙнағолов, Фәүриә Аҡҡу­жина, Ғиниәт Ҡуна­фин, Булат Ғафаров – шул мәктәптән.

900-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының мәға­риф отличнигы. Ул шиғри күңелле зат та була: бик күп шиғырҙарҙы яттан белә, шуларҙы әленән-әле дәреслектәренә индереп ебәрә.

Минең ауылдаш апайым! Күпте күргән, кисергән, төрлө холоҡло түрәләр менән эшләгән; үҙе лә бер ҡатлы, елбәҙәк кенә холоҡло түгел. Төплө уйлап эш итеүсән, ҡыйыу ҙа ҡатын ине ул. Ғөмүмән, беҙҙең ауыл кешеләре ебегән түгел, үтә хискә лә бирелеп бармайҙар, бер-береһен дә “өф” итеп кенә тормайҙар. “Үҙ илеңдә әүлиә юҡ” тигән әйтем, бәлки, нәҡ Мәстауылда тыуғандыр ул. Апайымдың эсендәге – тышында, уйлағанын ярып әйтә торғайны.

Рәми Ғарипов, Ғәбиҙулла Зарипов һәм дә Мәрйәм Ғималова... Шуға уның менән ғорурланырға хаҡым барҙыр, тим. Бер үк күктәргә баҡ­ҡан­быҙ, бер үк һауаларҙы һулаған­быҙ...


Ринат КАМАЛ

Читайте нас: