Күренекле геолог Басир Мәһәҙиевтең тол ҡалған ҡатыны Сәүиә Гәрәй ҡыҙы баҫтырып сығарған китабында “Еремдең хазина-байлыҡтарын табып, халҡыма тапшырыуға өлгәшеү ғүмеремдең бушҡа үтмәгәнлеген билдәләне, тип уйлайым” тигән һүҙҙәр бар. Басир ағай әйткән уларҙы. Бындай яҙмыш ысынында беҙҙә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Сит ил геологтары ла иғтибар итә
Басир Мәһәҙиев Ейәнсура районының иң төпкөл Абҙан ауылында тыуған. Үҫмер ваҡытында уҡ ағаһы Дәүләтгәрәй (һигеҙ йәшкә олораҡ) менән китап донъяһына мөкиббәнлек, белемгә ҡыҙыҡһыныу ғаилә тәрбиәһе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1949 йылда урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Бер аҙ уҡытҡандан һуң, 1951 йылда М.И. Калинин исемендәге Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтына уҡырға инә һәм алдынғы студенттар иҫәбендә була. Йәш белгескә аспирантурала ҡалырға кәңәш итәләр, әммә Башҡортостандан саҡырыу көтөп, был тәҡдимдән баш тарта. Уралыма булһа ла ҡайтайым тип, Свердловск өлкәһенең Полевской ҡалаһында өс йыл эшләп, маҡсатына өлгәшә: Әбйәлил районындағы яңы ойошторолған геологоразведкала сәмләнеп хеҙмәт итергә тотона.
Эш базаһы, юғары белемле кадрҙар юҡ. 1960 йылда институт тамамлаған өс геолог килә. Тәжрибә туплап өлгөргән Мәһәҙиев етәкселегендә райондың геологик үҙенсәлектәрен өйрәнә башлағас, уларға арыу ғына ғилми ҡаҙаныш насип була: районда Салауат тип аталған ҙур баҡыр ятҡылығы табыла. Һуңғараҡ, әлеге тикшеренеүҙәрҙе һәм асыштарҙы дөйөмләштереп, Басир Дәүләт улы геология-минералогия кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Күсем руднигы һәм Ташбулат ауылы тарихында яҡты эҙ ҡалдыра: 2018 йылда уның хөрмәтенә клуб стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.
1963 йылда Өфөнән килгән белгестәр Басир ағайҙың геофизика йүнәлешендәге төплө белеменә шаһит булып, үҙҙәренә эшкә саҡыра. Баш ҡалала ғалимдар менән аралашып эшләргә хыялланған геолог, ҡанатланып, 15 йыл Учалы, Хәйбулла, Белорет райондарында төрлө геологик фараз экспедицияларында яуаплы вазифаларҙа уңышлы эшләй. Атаҡлы Мансур гранит ятҡылығы шул ваҡыттағы мөһим асыш һанала. Әйткәндәй, Өфө опера һәм балет театры шуның ташы менән биҙәлгән.
1978 – 1992 йылдарҙа Басир Дәүләт улы “Башкиргеология” идаралығы генераль директоры урынбаҫары һәм баш геологы булып эшләй. Романтикаға бирелеп эшләнем, тип әйтә торған булған ул ҡатынына. Ошо йылдарҙа Сибай – Бүребай араһындағы майҙанда бик ҙур асыштар эпопеяһы башлана. Геологияла баҡыр-цинк ятҡылыҡтарын эҙләүҙең фәнни методикаһы нигеҙләнә. Был өлкәләге ныҡышмалы хеҙмәте өсөн, уға Хәйбулла районында баҡыр колчеданына ифрат бай Подольск һәм Юбилей ятҡылыҡтарын асыусылар менән бер рәттән, СССР-ҙың дәүләт премияһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм “БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ҡаҙаныштар сит ил геологтары иғтибарынан да ситтә ҡалмай. ХХVII халыҡ-ара геология конгресында сығыш яһау, алты ил делегаттарын Башҡортостанда ҡабул итеү Басир Мәһәҙиев иңенә төшә. Артабан 1984 йылда башланған аралашыуҙа Канада, Германия геологтары менән дөйөм маҡсатлы эшкә форсат асыла.
Һынылышлы осорҙа
1990 йылдарҙағы сәйәси үҙгәрештәр ике яҡлы булды. Сәйәси күҙлектән ҡарағанда, башта республикабыҙ үҙенең абруйын ныҡ күтәреүгә өлгәште. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе М.Ғ. Рәхимов халҡыбыҙ файҙаһына башҡарған эштәре менән ил күләмендә киң танылды. Ул, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, халҡыбыҙ ер аҫты хазиналары менән хужаларса эш итә алһын өсөн, 1992 йылдың февралендә БР Геология дәүләт комитетын ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Ошо мәлдән комитет рәйесе итеп тәғәйенләнгән һәм Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы булған Мәһәҙиевтең тормошонда үтә яуаплы, көсөргәнешле осор башлана. Мине нефть геологияһы һәм нефть сығарыу мәсьәләләрен алып барыу буйынса беренсе урынбаҫары итеп эшкә саҡырҙы. “Башҡорт энциклопедияһы” фәнни нәшриәтендә, һәр беребеҙ үҙаллы ылыҡтырылып, ул – баш мөхәррир урынбаҫары, мин “Башҡортостан Республикаһының ҡыҫҡа энциклопедияһы”ның геология бүлегендә мәҡәләләр авторы, штаттан тыш терминдар тәржемәсеһе, ете томлыҡты әҙерләгәндә шулай уҡ мөхәрририәт ағзаһы булдым. Шунан сығып та, мине үҙенә эшкә алыуы осраҡлы булмағандыр, тип уйлайым. Мин – ун йыл Өфө балалар йортонда тәрбиәләнгән, 1-се республика мәктәп-интернатын (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) көмөш миҙалға тамамлаған “һуғыш балаһы”. Ул ваҡытҡа М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетын һәм ВНИИГАЗ аспирантураһын тамамлап, “Башнефть” промыслаларында һәм аппаратында, Ангола Халыҡ Республикаһының Нефть министрлығында нефть ятҡылыҡтарын үҙләштергән баш инженер вазифаһында эшләп ҡайтҡан, донъяла беренселәрҙән булып үҙебеҙ уйлап тапҡан, сит илдәрҙә лә киң танылып өлгөргән ҙур яңы ғилми йүнәлештәге – нефтте өҫтәмә сығарыу технологияһындағы лабораториялар асҡан, Мәскәүҙә диссертация яҡлаған геология-минералогия фәндәре кандидаты инем. Б. Мәһәҙиев Геология комитетына саҡырғанға тиклем “Союзнефтеотдача”ла бүлек мөдире булдым.
Комитет ҙур булманы, штат туплағанда ҡыйынлыҡтар ҙа осраны: белгестәр генә түгел, идара итеү һәләтенә эйә булғандарын да эҙләнек. Предприятиеларҙа белгестәрҙең эш хаҡы күпкә юғары ине, шуға күрә теләгән кешеләрҙе аппаратҡа ылыҡтыра алманыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә килгән “беренсе тулҡынды”, элеккесә әйткәндә, энтузиастар – үҙ халҡына һәм республикаһына хеҙмәт итергә теләгән кешеләр тәшкил итте. Улар коллективтың төп таянысы булды. Пенсия йәше алдындағы һәм хаҡлы ялдағыларҙы ла алырға тура килде.
Ойошторолған сағында беҙҙеке кеүек үҙ ҡанундарын сығарыуға хоҡуҡлы Геология комитеты Рәсәйҙә икәү генә ине. “Башҡортостан Республикаһы Ер аҫты тураһында кодексы” (1994 йыл) тәүге һәм иң мөһим документ булды. Икенсе мәсьәлә – Башҡортостан Хөкүмәте биргән хоҡуҡ нигеҙендә, геология-эҙләнеү һәм ер аҫтын төрлө маҡсатта файҙаланыу эштәрен планлаштырыу, уның үтәлешен һәм һөҙөмтәләрен тикшереү бурысы торҙо. Өсөнсө мәсьәлә – уларҙы финанслау. Башҡортостандың Геология комитеты, махсус бюджеттан тыш, минерал сеймал базаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән фонд иҫәбенә геологик партияларға аҡса күсерә башлағайны. Бының асылы шунда: беҙҙең тармаҡ предприятиелары үҙ продукцияһын һатҡанда, ҡаҙылма байлыҡтың төрөнә ҡарап, аҡсаның 1,7–10 процентын ана шул фондҡа күсерә ине. Илебеҙ тарихындағы 1992 – 1995 йылдарҙағы был һынылышлы осорҙа комитет, бюджеттан тыш минерал-сеймал базаһын ҡайтанан үҫтереү фондына эйә булып, “Башнефть”, “Башкиргеология”, “Геофизика”, Октябрьский ҡалаһындағы ВНИИГИС институтын тарҡалыуҙан һаҡлап алып ҡалды.
Үҙенә күрә бер һәйкәл ул
1991 йылдан башлап Уралда, шул иҫәптән Башҡортостанда, Германия, Мәскәү, Өфө геологтары менән берлектә ерҙең тәрәндәге тамырын геофизиканың мөмкинлектәрен файҙаланып ҡапшап ҡарауға йүнәлтелгән халыҡ-ара проекттар (“Европроба”, “Уралсейс” профиле) тормошҡа ашырыла башланы. Мәһәҙиевтең абруйы, ныҡышмалылығы арҡаһында был эшкә аҡса бүленде. Ул геология буйынса Төркиәлә һәм Ҡытайҙа үткән конгрестарҙа ҡатнашты. Дүрт йыл эсендә беҙҙең комитет ер аҫтын файҙаланыуҙың төрлө яҡтарын үҙ эсенә алған 20-ләп закон һәм норматив акт әҙерләне. Улар республика Хөкүмәте тарафынан раҫланды. Әһәмиәте буйынса шул ваҡытта донъя күргән “Башҡортостан Республикаһының тәбиғи ресурстарын файҙаланыу өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте концепцияһы” ла иғтибарға лайыҡ.
Басир ағай үҙен, ғилем өсөн тыуғанмын тип, асыҡтан-асыҡ әйтә торғайны. 1992 йылдан вазифалы етәксе булыуҙың минең өсөн бер ыңғай яғы бар ине: ҙур китап яҙмайынса, ташҡа баҫылған фәнни хеҙмәттәреңә таянып, ғилми доклад формаһында диссертация яҡларға рөхсәт ителде. 1994 йылда “Башнефть” хеҙмәткәрҙәре үткәргән ентекле анализ беҙҙең технологияның Башҡортостанда ҡулланылған 14 яңы технология араһында бөтә күрһәткестәр буйынса иң алдынғыһы булыуын раҫланы. Ул 20 авторлыҡ танытмаһы һәм патенты менән яҡланды (аҙаҡ уларҙың һаны 30-ға етте).
Йыл ярым алда яҙа башлаған докладты (докторлыҡ диссертацияһын) 1995 йылдың февралендә Мәскәүҙә уңышлы яҡлап, бер тауыштан хуплауҙарына өлгәштем һәм уның Рәсәйҙең Юғары аттестация комиссияһы бюллетененән шул йылда илдә яҡланған диссертациялар араһында иң яҡшылар иҫәбендә булыуын белеп, ҙур кинәнес кисерҙем. Йәнә шуны әйтер инем: Басир ағай минең диссертация яҙыуымды белде, әммә “ваҡытты бушҡа әрәм итәһең, эшеңә ҡамасаулай йә иһә һаулығыңа хәүеф янай” тип ҡәнәғәтһеҙлек белдермәне.
Басир ағай киткәс, комитет рәйесе вазифаһын миңә тәҡдим иттеләр. “59 йәш булып бара, мин фәнгә ҡайтам” тип ризалыҡ бирмәнем.
Һуңғы ваҡытта Басир ағайҙың шәхесенә ҡыҙыҡһыныуым бермә-бер артты. Башҡорт геологтарынан был фәнде популярлаштырыу өлкәһендә иң әүҙем эшләгәндәрҙән фән кандидаттары Миңләхмәт Моталов һәм Диҡҡәт Бураҡаев ағайҙар булыуы күптәргә билдәле. Уларҙың мауыҡтырғыс мәҡәләләре һәм китаптары ваҡытында нәшер ителеп барҙы һәм эстәлектәре буйынса Павел Бажовтың Урал тауҙарының мөғжизәләрен тасуирлағандан бер ҙә ҡалышманы һәм уҡыусыларҙа Тыуған илгә, тыуған ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Баштараҡ Басир ағай тәбиғәт күренештәре тураһында мәҡәләләр яҙа, улар һибелмә алтын бөртөктәре кеүек төрлө гәзит-журналдарҙа донъя күрә. “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған 49 яҙмаһы шәхси архивында һаҡлана. Ғүмере буйы еребеҙҙең хазиналары – алтыны, көмөшөнөң халҡым өсөн файҙаһынан зыяны күберәк, тип әсенеп йәшәне. Ошо хаҡта матбуғатта бер-бер артлы мәҡәләләре баҫыла килде: “Хазиналар иле” (“Ағиҙел”, 1994, 3-сө һан), “Таланған ерем” (“Ватандаш”, 1997, 2-се һан), “Нищета при сокровищах. Парадокс?” (“Известия Башкортостана”, 1992, 22 май).
Сәүиә ханым ике китап сығарҙы: “Тауҙарым минең...” (“Китап”, 2017) һәм “Хазиналы тауҙарым” (“Китап”, 2021). Рәхмәт уға. Тормошҡа, әҙәбиәт, мәҙәниәт донъяһына мөкиббән булып йәшәгән геолог ялға сыҡҡас та ижади эшен дауам итә. “Уралымдың ғәжәп төҫтәре” (1994, 2004) “Йыл китабы” тип юғары баһаланды.
Басир Мәһәҙиевтең өлкән ағаһы, энциклопедик белемле Дәүләтгәрәйҙең дә шәхес булып формалашыуында ғаилә йоғонтоһо ҙур булғандыр. Ул билдәле журналист булып таныла, Ҡөрьәнде башҡортсаға тәржемә итеүҙә ҡатнаша, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Ағалы-энеле Мәһәҙиевтәрҙең – СССР һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт премиялары лауреаттарының музейын ауылдаштары ҡәҙерләп тота. Мәғариф һәм фән министрлығы “Хазиналы тауҙарым” китабын республика мәктәптәренә таратыуҙы ойошторһа, бик мәслихәт булыр ине. Матур биҙәлешле, тәрән йөкмәткеле, ҡатмарлы геологик күренештәр, тау тоҡомдары, минералдар, аҫылташтар тураһында балалар өсөн аңлайышлы итеп яҙылған китап – Басир ағайыбыҙға үҙенә күрә бер һәйкәл ул.
Эрнст ЮЛБАРИСОВ