Милләтебеҙҙең аҫыл вәкиле – педагог, яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева оло юбилейын – 80 йәшен ҡаршылай. Халҡыбыҙ араһында уның абруйы, дәрәжәһе иҫ китмәле юғары, шуға ла үҙен Ил инәһе тип ололайбыҙ. Мәрйәм апай башланғысы менән мәктәптә балалар “Тормош һабаҡтары” дәресен уҡыны, башҡорт балаларына милли тәрбиә нигеҙҙәрен, милли рух һалған “Йәйләү” йәйге ял итеү үҙәге эшләй башланы һәм, шөкөр, уңышлы дауам итә. Республикабыҙҙа ҙур дәрт менән ҡабул ителеп, дәррәү күтәреп алынған “Шәжәрә байрамы”, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе”, “Өләсәйҙәр мәктәбе” проекттарының авторы ла – Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. Уның үҫеп килгән быуынға әхлаҡи, рухи тәрбиә биреүгә, илһөйәрлек тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һалыуға арналған, халыҡ педагогикаһына таянып яҙылған хеҙмәттәре көслө ҡыҙыҡһыныу уятты һәм уята, ҙур ихтыяж менән файҙалана. Затлы шәхесебеҙҙең һәр мәсьәләгә үҙ фекере, ҡарашы бар. Һәр әйткәне – алтынға бәрәбәр аҡыл, тәжрибә үрнәге. Уның менән әңгәмәләшеү оло хазинаға тиң. Беҙгә ошондай форсат тейҙе.
– Мәрйәм апай, һеҙҙең “Тормош һабаҡтары” үҙ ваҡытында ҙур ҡаҙаныш булды, уны мәктәптә барыһы ла яратып уҡыны. Ошоға бәйле, үҙегеҙгә мөрәжәғәт итәләрме?
– Китапты эҙләүселәр күп, тура үҙемә яҙып та һорайҙар. “Тормош һабаҡтары”, аҙаҡ “Башҡортостан мәҙәниәте” тип уҡытылды. “Бик яҡшы дәрестәр ине, йәл, алып ташланылар, мотлаҡ кире ҡайтартырға кәрәк” тип яҙалар. “Ата-әсәләргә лә унда бик кәрәкле, файҙалы кәңәштәр күп ине”, “Тормош һабаҡтары” дәресен үҙем дә, балалар ҙа түҙемһеҙләнеп көтөп ала торған инек. Тормошта осраған, ләкин аңлатыуы ҡыйыныраҡ хәлдәр шундай ябай, еңел генә итеп аңлатылған. Үҙем өсөн дә күп кенә дәрестәр тотош бер асыш булды!” тип яҙыусылар бар.
– Йәш башҡорт ата-әсәләре лә йыш мөрәжәғәт итәлер, моғайын. Уларҙы нимә борсой?
– Балаға нисек башҡортлоҡ тойғоһо һалырға, тип йыш һорайҙар. Ысынлап та, башҡорт булыу – ул башҡортса һөйләшеү генә түгел, ә башҡортлоғоңдо йөрәгең менән тойоу. Быны ниҙән башларға һуң, тип һораусылар бар. Иң беренсе шарт – балаға мотлаҡ башҡорт өнлө үҙебеҙҙең исемде ҡушырға кәрәк. Сабый үҙен иркәләгән саҡта башҡорт өнөн, туған телдең моңон ишетергә тейеш. Балаға ят исем ҡушыу – үҙ милли мәҙәниәтеңә битараф булыуҙың, хатта яратмауҙың бер сағылышы. Исемдәр донъяһын өйрәнеүселәр йәки шәжәрә тикшереүселәрҙең фекеренсә, исемдәр аша халыҡтың рухи донъяһының нисек үҙгәреүен асыҡ күреп була. Алыҫ китергә түгел, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан башланған күтәрелеш, рухи асылға ҡайтыу исемдәрҙә ныҡ сағыла. Ул саҡта тыуған башҡорт балалары Буранбай, Арыҫлан, Таймаҫ, Юрматы, Тамъян, Мортаза, Сәлимә, Зөлхизә, Зәлифә, Зарифа кеүек боронғо исемдәрҙе йөрөтә.
Артабан тәрбиә ҡанға һалынған моң мөхитендә дауам итергә тейеш. Үкенес, һуңғы йылдарҙа балаға сәңгелдәк йыры йырлау түгел, ябай ғына башҡортса көйләү ҙә онотола бара. Ә бала туған моң солғанышында үҫергә тейеш.
Унан, бала күңеле йәшәгән өйҙө, ишек алдын, ундағы әйберҙәрҙе, тәбиғәтте, йән эйәләренең тауыштарын башҡортса ҡабул итһен. Әйтәйек, кәкүк: “Кәк-кәкүк, кәк-кәкүк, һикерҙек, остоҡ бейек”, – тип саҡыра. Балаға туған тел тойғоһо һалыр өсөн иң тәүҙән үк уны уратып алған бәләкәй генә мөхит туған телендә һөйләшергә тейеш, әйтәйек, бесәйҙе “кыс-кыс” тип түгел, ә башҡортсалап “бес-бес-бес” тип саҡырырға. Туған тел мөхитенә ят ауаздарҙың килеп инеүе музыка ҡоралының көйһөҙләнеүе кеүек була. Туған тел ныҡлы тамыр йәймәйенсә тороп, икенсе телгә күсеү дөрөҫ түгел. Балаға бәләкәй сағынан уҡ бер нисә тел өйрәтеп маташыу мейелә аң, заң ҡалыплашыуына ҡамасаулайҙыр. Ҡыҫҡаһы, балаға башҡортлоҡ тойғоһо һалыр өсөн уның тирә-яғында башҡорт моңо, башҡорт өн-ауазы булдырыуҙан башларға кәрәк. Тәбиғи булмышына һалынған тел мөхитен нығытыу, үҫтереү, камиллаштырыу зарур.
– “Урал батыр мәктәбе”нең башлаусыһы ла һеҙ. Тиңһеҙ рухи хазинабыҙҙа тормош ҡанундары, йәшәйеш буйынса затлы аҡыл тупланған икәненә иғтибарҙы йүнәлтеүсе кешеһегеҙ. Был темаға ҡағылмай үтеү мөмкин түгел.
– Эйе, “Урал батыр” – ул башҡорттоң йәшәйеш мәктәбе. Уның нигеҙендә ойошҡанбыҙ, шуның өсөн һаҡланып ҡала алғанбыҙ. Милләтте, телде фәҡәт “Урал батыр” тәғлимәттәре, ундағы йәшәйеш фәлсәфәһе нигеҙендә генә һаҡлап ҡалып була. Шуға “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгендә бөйөк эпосыбыҙ йөкмәткеһенән сығып, ун йүнәлеште билдәләнек тә эш башланыҡ.
Беренсеһе: “Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын”. Ул тәбиғәтте һаҡлау маҡсатын тота.
Икенсеһе: “Еҫерҙәрҙең алдында күҙенә керпек булығыҙ”. Бында етемдәр тураһында һүҙ бара. Элек бит атай-әсәйе булмаған балаларҙы туғандары баҡҡан. Халҡыбыҙҙың һәйбәт йолаһын дауам итергә кәрәк ине лә. Юҡһа, хәҙер хатта өлкәндәрҙең ҡайһы берҙәре ҡараусыһыҙ, балалары ситкә китеп бөткән...
Өсөнсөһө: “Ил ынйыһын йәшереп, ергә күмеп ҡуймаҫҡа”. Борон байҙар халыҡты ҡараған. Ҡыуатовтар, Тасимовтар, Мәмбәт ҡарттар. Байлыҡты байлыҡ өсөн туплау уны ергә йәшереп ҡуйыуға бәрәбәр. Халыҡ мәнфәғәтендә генә уның бәрәкәте була. (Әлегә был йүнәлеште ҡуҙғатып булмай әле...)
Дүртенсеһе: “Яҡшының эскәне һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр”. Бына был “Айыҡ ауыл” конкурсының девизы булырға тейеш. Нисә быуаттар элек үк халҡыбыҙ яманлыҡтың башы ыуҙа икәнлеген аңлатырға тырышҡан. Халҡыбыҙ зирәк ул. “Урал батыр” эпосын ижад иткән ҡәүем балаларыбыҙ бит. Зиһенде яҡтыртып ебәрерлек итеп эпосты уҡып, ошо юлдарға аңлатма биреп башларға кәрәк.
Бишенсеһе: Һомай әйтә: “Ил күрергә сыҡтым мин, Ер ҡошонан түгелмен – йәшәй торған илем бар, илһеҙ етем түгелмен”. Сит илдә оя ҡороусылар үҙҙәрен нисек тоялыр?.. Эпоста атай-әсәйһеҙ генә түгел, ә илһеҙ ҡалыуҙың да етемлек икәне хаҡында ап-асыҡ әйтелгән. Ил ташлап бөтөнләйгә сығып китеү дөрөҫ түгел – быны ла аңлатырға кәрәк.
Алтынсыһы: “Атамдың хаҡы өсөн, әсәмдең хәтере өсөн тағы ла бер һынайым”. Кеше әҙ генә яңылышһа ла, ғәйепләргә әҙер торабыҙ. Ә бәлки, ул тел ярҙамына, кәңәшкә, хатта матди ярҙамға мохтаждыр?.. Кеше хәленә инеү кәрәк.
Етенсеһе: “Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ”. Был йүнәлеш йәш ғалимдарыбыҙ менән эшләүгә ҡоролған. Халҡыбыҙ борон-борондан ғилемгә ынтылған. “Атам һине ҡурҡытыр, уныһынан да ҡурҡма һин, һаман телен һора һин...” Ошо һүҙҙәрҙең әрәсәһе – кешенең, халыҡтың теленә хужа булдыңмы, барыһы ла һинеке, тигән һүҙ.
Һигеҙенсеһе: “Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡыла торған йола бар”. Насар кеше юҡ, насар холоҡлоһо була, әммә уның да яҡшы сифаттары бар. Кешенең яҡшы эше, яҡшы сифаттарына иғтибар итергә кәрәк. Был үҙе бер һабаҡ, тәрбиә, ул ыңғай һөҙөмтә бирә. Эпостағы баяғы юлдар шуға ишара.
Туғыҙынсыһы: “Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе итегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ”. Был йүнәлеш буйынса Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева менән “Өләсәйҙәр мәктәбе”н асып ебәрҙек. Өләсәйҙәр ғәжәп ихлас. Һәр береһе ейән-ейәнсәрен нисек тәрбиәләгәнен, туған телдә аралашыр өсөн ниндәй ысулдар ҡулланғанын яҙа, видеолар ебәрә. Эш йәнле бара, шулай дауам итә күрһен.
Унынсыһы: “Йәншишмәнән һыу алып, Үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын”. Бында һүҙ рухи терелтеү тураһында бара. Тарихи шәхестәребеҙҙе онотмау, затлы исем нигеҙендә йәштәрҙе тәрбиәләү күҙ уңында тотола. “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм Мәрүә Ғилметдинова менән ошо йүнәлештә бергәләп эш башланыҡ. Маҡсатыбыҙ – эпос йөкмәткеһен, уның фәлсәфәһен йәштәргә аңлатыу. Был юҫыҡта ғалимдарҙы, аҡыл туплаған уҙамандарҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырабыҙ.
– Этнопедагогика, йәғни халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары буйынса ла ҙур эш башҡараһығыҙ.
– Халҡыбыҙҙың аҡылы тәрән, зиһене яҡты, фекере тос, рухы бай. Ижадында – иҫ китмәле һабаҡ. Шуны киләсәк быуынға ҡалдыра торған фән ул – этнопедагогика. Ә беҙҙә ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәрән бушлыҡ. Урыҡ-һурыҡ ҡына шөғөлләнгәндәр. Тәрбиәләге ошо бушлыҡты тулыландырыу – беҙҙең маҡсат.
– Һеҙҙең юбилейығыҙ айҡанлы “Бураҡаева уҡыуҙары” ойошторолдо, ул күп яҡлы эшмәкәрлегегеҙгә арнала. Бөгөн кис Ейәнсурала, һеҙҙең исемде йөрөткән башҡорт гимназия-интернатында, уның йомғаҡлау өлөшө уҙғарыла. Һөҙөмтәләре буйынса тағы ла бер һөйләшеп алырға уңайы сығыр, тип өмөтләнеп, һөйләшеүҙе әлегә тамамлайбыҙ. Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын, имен-һау була күрегеҙ, Ил инәһе!
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА