Яҙыусы Мөслим Әбсәләмов республикабыҙҙа билдәле шәхес ине. Әҙип, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, әүҙем йәмәғәтсе ине ул. Тыуған яғы – Йылайыр районының Юлдыбай ауылында уға арнап үткәрелгән кисәлә яҙыусының ҡыҙы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Светлана Әбсәләмова, ҡәләмдәше, район гәзитенең элекке баш мөхәррире Ильяс Таҡалов, уҡытыусылар, уҡыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм әҙәбиәт һөйөүсе ауылдаштары ҡатнашты.
Урындағы мәктәп уҡыусылары яҙыусының “Сонтор бала саҡ” тигән әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Унда авторҙың һутлы теле менән һүрәтләнгән балалар араһындағы ихлас дуҫлыҡты күреп, шул заманға хас һөйләшеүҙе һәм һүҙҙәрҙе тыңлап, әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡытты күҙ алдына баҫтырҙыҡ. Хәтер кисәһендә Мөслим Бәхтиәр улының бихисап уҡыусылары, ижадташтары Сания Иҫәндәүләтова, Хәфизә Амантаева, Гөлшат Зөлҡәрнәева, Рәйлә Айытҡолова, Флүрә Юлдашева һәм башҡалар сығыш яһаны, йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, ауылдаштарының тормоштарында яҡты эҙ ҡалдырыуы хаҡында бәйән итте.
Светлана Әбсәләмованың атаһы тураһындағы иҫтәлектәрен тыныс ҡына тыңлап булмай ине. “Атайым иҫ китмәле ипле, тыйнаҡ, әҙәпле, йомшаҡ күңелле булды. Ул иң яҡшы атайҙар иҫәбендә ине. Булмышын, асылын мин әле булһа үҙем өсөн асам. Уның менән ғорурланыуым, уға булған ихтирамым, һоҡланыуым арта бара, – тине яҙыусының ҡыҙы. – Атайымдан ҡалған бер сумаҙан ҡағыҙҙар араһында әллә күпме китап сығарырлыҡ ижади хазина ята. Ғүмеренең һуңғы йылдарында яҙа башлаған “Хәлфә” трилогияһын ул тамамлай алманы. Үҙе иҫән саҡта романдың беренсе китабы донъя күрҙе, икенсеһен тамамлап өлгөрмәне, ул 2020 йылда нәшер ителергә тейеш ине, әммә санкциялар арҡаһында пландан төшөп ҡалды... Беҙҙең алда ошо романды нәшриәттә баҫтырып сығарыу бурысы тора...”
Мөслим Бәхтиәр улы яҙыусы ғына түгел, шағир ҙа ине. Светлана төрлө баҫмаларҙа донъя күргән шиғырҙарын туплап, үҙнәшер юлы менән “Моңдарым” тип аталған йыйынтыҡ сығарыуға өлгәшкән. Ул йыйынтыҡты кисәгә килгән ҡунаҡтарға, сығыш яһаусыларға, Юлдыбай һәм Йылайыр китапханаларына бүләк итте. Әҙиптең ҡыҙы шулай уҡ атаһының исемен мәңгеләштереү өсөн ҙур эш башҡарған ауылдаштарына, коллегаларына, Гөлшат менән Сабир Зөлҡәрнәевтәргә оло рәхмәтен еткерҙе. Уларҙың тырышлығы арҡаһында бөгөн райондың иң ҙур белем усаҡтарының береһе – Юлдыбай урта мәктәбе Мөслим Әбсәләмовтың исемен йөрөтә, унда иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылған.
“Мөслим ағай – районыбыҙҙың ғына түгел, республиканың абруйлы шәхесе, – тине үҙенең сығышында хаҡлы ялдағы журналист Ильяс Таҡалов. – Ул мине мәктәптә уҡытмаһа ла, уны үҙемдең уҡытыусым тип һанайым, сөнки уның бөтә шиғырҙарын, хикәйәләрен үҙебеҙҙең район гәзите аша халыҡҡа еткерә торғайныҡ. Шул ваҡытта әҫәрҙәрен уҡып, яҙырға өйрәндек, бай теленә һоҡландыҡ. Фотохәбәрсе булараҡ, Мөслим ағайҙан фотоға төшөрөү серҙәрен дә өйрәндем. Ул бик ихлас кеше ине, үҙе белгәнде башҡаларға ихлас өйрәтте. Мин БДУ-ла уҡығанда курс, диплом эштәрен уға алып килеп күрһәттем. Ул, уҡып сығып, кәңәштәрен әйтте, иҫкәрмәләр яһаны, яҡшы ерҙәрен маҡтап та ебәрә торғайны”.
Ильяс Исмәғил улы шулай уҡ Мөслим Әбсәләмовтың тәүгеләрҙән булып Шәйехзада Бабич ижадын өйрәнеүе, ул йөрөгән юлдарҙан уҡыусылары менән Темәстән алып Йылайырға тиклем барыуҙары, Бабичты белгән-күргән кешеләр менән осрашып, иҫтәлектәрен яҙып алыуы хаҡында бәйән итте. “Бында сығыш яһаусылар Мөслим ағайҙы тыйнаҡ, әҙәпле кеше булараҡ һүрәтләһә лә, шул осор өсөн ул ҡыйыу, батыр замандаш та ине. Шулай булмаһа, ул исемен телгә алыу тыйылған ваҡытта Бабичты өйрәнер, уның һуҡмаҡтарынан йөрөр инеме?! – тип белдерҙе. – Ҡайһы бер шиғырҙары өсөн хатта беҙҙең район гәзитенә Мөслим Бәхтиәр улының исем-шәрифен яҙыуҙы, әҫәрҙәрен баҫыуҙы биш йылға тыйыуҙар ҙа булды...”.
Мәҙәниәт ветераны Ғәлимә Исламғолова иһә Мөслим Әбсәләмовтың “Фәйрүзә менән Фәйзрахман” хикәйәһен яттан һөйләп хайран итте. Ул ауылдашының прозаик ҡына түгел, күп яҡлы талант эйәһе икәнлегенә лә баҫым яһаны. “Мин драма түңәрәгенә етәкселек иткән ваҡытта Мөслим ағайҙан бер ҡайҙа ла ҡуйылмаған пьеса табып биреүен үтендем. Ул миңә үҙенең “Бөтәһе лә фронт өсөн!” тигән пьесаһын бирҙе. Беҙ уны яратып уҡып сыҡтыҡ һәм ауылда сәхнәләштерҙек. Мөслим Бәхтиәр улы үҙе лә әүҙем “актерыбыҙ” булды. Һәр спектаклебеҙҙә уға ролдәр бирҙек һәм ул бик матур итеп уйнай торғайны”, – тип Ғәлимә апай әҙип яратҡан башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.
40 йылдан ашыу туған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләү дәүерендә М.Б. Әбсәләмов уҡыусылары менән үҙебеҙҙең яҡтың төрлө ерҙәренә сәйәхәт итә һәм һәр экскурсиянан һуң фотоальбом төҙөй. Унда ҡайҙа барыуҙары, кемдәр менән осрашыуҙары яҙыла, фотоһүрәттәре ҡуйыла. Бындай ҡулдан төҙөлгән тиҫтәләгән альбом бөгөн Юлдыбай ауылы музейында ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.
Шул саҡта Мөслим Бәхтиәр улы ауылдарҙың килеп сығышы, мәктәптәр тарихы, уларҙың тәүге уҡытыусылары һәм уҡыусылары, тирә-яҡтағы ер-һыу атамаларының этимологияһын өйрәнә, оло быуын кешеләренән яҙып ала һәм теркәп бара. Ошо хәтирәләр нигеҙендә әлеге көндә күп ауылдар, үҙ тарихын белеп, тәбиғәт атамаларының килеп сығышын, араларҙың шәжәрәләрен өйрәнә. Иҫ китмәле байлыҡ ҡалдырыуын, бәлки, яҙыусы һәм мөғәллим ул саҡта аңлап та бөтмәгәндер. Әммә был яҙмалар хәҙер тарих, шул осорҙоң йылъяҙмаһы булып ҡалды һәм оло әһәмиәткә эйә бер хазинаны тәшкил итә.
Урта мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Фирҙәүес Ҡашҡарова бар оҫталығын һалып алып барған, Юлдыбай ауылы таланттарының концерт сығыштары менән байытылған хәтер кисәһе һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ошондай күркәм сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе А.А. Сухов китапханасы Рәмилә Айытҡоловаға, Светлана Әбсәләмоваға рәхмәт хаттары тапшырҙы, әҙиптең яҡты исеменең киләсәктә лә яҡташтарына маяҡ булып торасағын билдәләне.
“Берләм һуҡмаҡтар”, “Үрҙәр”, “Һуңғы бейеклек”, “Хәлфә” кеүек халыҡ араһында киң танылыу тапҡан китаптар авторы, туған телебеҙҙең, һүҙҙең тәмен тойоп, ҡөҙрәтен белеп, онотолмаҫ сағыу образдар тыуҙырған танылған яҙыусы Мөслим Бәхтиәр улы Әбсәләмов әҙип булараҡ билдәлелек яулаһа ла, ғүмер буйы яратҡан һөнәре – уҡытыусы эшенә тоғро ҡала, шуға күрә лә уның һүҙҙәре менән “Мин иң тәүҙә – мөғәллим” тип аталды ла инде был хәтирәләргә бай, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, онотолмаҫ осрашыу.
Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА