Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
8 Август 2023, 13:50

“Ундай матур туғаныбыҙ барлығын белмәгәйнем дә...”

Ғүмере буйы атаһының данын һаҡлап йәшәне.

Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист, яҙыусы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин вафат булғанда ҡыҙы Тамараға ни бары йәш ярым була. Хоҙайбирҙиндар Өфөләге Яңы күпер урамындағы йорттоң бер бүлмәһендә йәшәй. Уларҙан тыш, ул өйҙә тағы бер нисә ғаилә үҙ ғәм-хәсрәте, шатлыҡтары менән көн итә.

 

Булыр бала – биләүҙән

 

– Тамара шаян ҡыҙыҡай булып, гел йылмайған килеш иҫтә ҡалған, – тип хәтергә алды Киевтан килгән Геннадий Федорович Байчиков. – Кәүҙәһе йәтеш кенә, матур. Йәйге ял лагерына мине Тамараға ҡушып ебәрәләр. Минән ҙурыраҡ булыуынан файҙаланып, үҙ туғаны һымаҡ ҡарап йөрөтә. Ғаиләһендә бер бөртөк бала булһа ла, яуаплы ине.

Артабан беҙҙең юлдар айырылды. Тамараны – бейеү буйынса, ә мине Ленинградҡа хәрби училищеға уҡырға оҙаттылар. Каникул да тап килмәй ине. Хәрби училищенан һуң Камчаткаға ебәрелдем. Артабан йөрөмәгән ер ҡалмағандыр, хәрбиҙәр яҙмышы шулай. Хәҙер Киев ҡалаһында йәшәйем. Өфөгә һеңлемә ҡунаҡҡа килдем, – тип һөйләне ул.

Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейының стеналарын һыйпап, бер бүлмәгә әллә нисә ҡабат инеп-сығып йөрөнө уҙаман. Уның шулай йөрөүенең серен бик яҡшы аңлайым: туғыҙ тиҫтәһен ваҡлаған әҙәм балаһы үҙенең бала саҡ иленә килгән...

Һәр кеше был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән тыуа, тиҙәр. Замандың ниндәй генә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем үҙ юлын таба. Шәһит Әхмәт улы ла, етем ҡалып, өҫтөнә кейер кейеме булмаһа ла, Ырымбур ҡалаһына йәйәү барып, барыбер теләгәненә өлгәшә. Башҡорт Ломоносовы.

Ә ҡыҙы һуң?! Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, бәләкәй генә сағынан тыпырлап бейергә әүәҫ булған, тиҙәр. Әсәһе, Маһруй Шәрип ҡыҙы, шатлығын да, һағышын да ҡыҙына баҫҡас, уның уҡырға барам тигән теләген белгәс, бер аҙ ҡурҡып китә. Шулай ҙа бала хыялына арҡыры төшмәй. Тамара 11 йәшендә, 1934 йылда, тиҫтерҙәре менән Ленинградтағы А. Ваганова исемендәге данлыҡлы хореография училищеһына уҡырға инә. Ул уҡыу йортонда Н. Камкова, Е. Ширипина, А. Ширяев кластарында шөғөлләнә. А. Пушкин, М. Романоваларҙан оҫталыҡ дәрестәре ала.

1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, училище уҡыусыларын тыуған яҡтарына ҡайтарып ебәрәләр. Өфөлә Тамара Шәһит ҡыҙы, башҡа курсташтары менән бер рәттән, әле өсөнсө йыл ғына эшләп килгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ижад юлын башлай. Был мәлдә Киевтан Т. Шевченко исемендәге опера һәм балет академия театры Өфөгә эвакуацияланған була. Милләт, зат айырмай, ҡулға-ҡул тотоношоп, артистар бер сәхнәлә сығыш яһай.

Башҡорт труппаһын Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин, Фәүзи Саттаров, Рәйсә Дербишева, Ғәлиә Хафизова, Нинель Юлтыева, Әҙеһәм Нарыҡов, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек башҡорт балеты башланғысында торған артистар тулыландыра. Тап ошо мәлдәр башҡорт балетының ныҡлап тыуыуы, аяҡ баҫыуы ваҡыты була ла инде.

1944 йылда Л. Степановтың “Сыңрау торна” балеты ҡуйыла. Милли балет менән бер рәттән Тамара Хоҙайбирҙина исемле башҡорт балеринаһы үҫеп сыға, тиһәк тә дөрөҫтөр. Ошонан башлап, был сәхнәлә егерме дүрт йыл халыҡ һөйөүенә ҡойоноп ижад итә ул. Чайковскийҙың “Аҡҡош күле”ндә – Одетта-Одиллия, Б. Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны”нда – Зарема, Р. Глиэраның “Ҡыҙыл сәскә”һендә – Тао-Хоа, Н. Жигановтың “Зөһрә”һендә – Зөһрә һәм башҡа бик күп ролдәрен тамашасы күңелендә мәңге ҡалырлыҡ итеп уйнай.

Был заман тураһында республикабыҙҙың данлыҡлы сәхнә оҫтаһы – профессор, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ошондай хәтирәһе менән уртаҡлашҡайны: “Ғәҙәттә, артист балалары театрҙа үҫә. Минең дә шулай булды: үҙемде белә-белгәндән театрҙамын. Ә ул мәлдәрҙә Өфөләге бөтә театрҙар: башҡорт, рус, ҡурсаҡ театры ла опера һәм балет театры бинаһында ине. Үҙҙәренә бүлешеп алған тәртип менән генә репетициялары, сығыштары уҙа. Ә беҙ, артист балалары, әлеге лә баяғы бер ҡайҙа ла яҙылмаған ғәҙәт буйынса, бөтәһенә лә өлгөрәбеҙ, бөтәһен дә беләбеҙ. Ана шул саҡта Тамара Шәһит ҡыҙын тәүгә күрҙем дә инде. Бигерәк һылыу башҡорт ҡыҙы! Уны бөтәһе лә яратып “Тамарочка” тип кенә йөрөттө.

Һуғыштан һуңғы йылдар ине, гастролдәр менән театрға балерина Галина Уланова, опера йырсыһы Сергей Лемешев килде. “Баҡсаһарай фонтаны”н ҡуйҙылар. Мария ролендә – Уланова, ә Зареманы беҙҙең Тамарочка бейене. Халыҡ эркелешеп килгән. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: Хоҙайбирҙинаның сығышын халыҡ күҙ йәштәре аралаш ҡарай. Мин дә илай-илай сәхнәләге тамашаны ныҡ аңлап ҡарағайным. Төп ролдәге балерина мөһим дә түгел ине хатта. Ә Хоҙайбирҙина-Зареманы, эшләгән насар ҡылығына ҡарамаҫтан (һөйгәнен көнләшеп, Марияны үлтерә), һаман аҡларға тырышам. Уның урынында мин булһам да, шулай эшләр инем, тим. Һуңынан, Зареманы йәлләп, төндәрен һаташып уяна инем...”

1947 йылда Тамара Хоҙайбирҙина, Ленинградҡа барып уҡыуын тамамлап, дипломлы белгес булып баш ҡалаға кире ҡайта. Артабанғы тыуҙырған образдары ла Хоҙайбирҙинаса оҫталыҡ, рухи теремеклек менән сәхнәгә сыға. Балеттан тыш, концерттарҙа башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән дә сығыш яһай. Республиканың бейеү сәнғәтен профессиональ юғарылыҡҡа күтәреүҙә уның роле ҙур.

Бейеү сәнғәтенә хеҙмәт итә

 

Бөйөк Ватан һуғышы башында Башҡорт опера һәм балет театры балетмейстеры Фәйзи Ғәскәров Тамараға “Мөғлифә” бейеүен һала. Әллә күпме йылдар буйы Хоҙайбирҙинаның был ижады бүтән илдәр алдында республиканың йөҙөн билдәләгән ынйы бөртөгө булып ҡала. Киләсәктә, сәнғәт институтында студенттарға бейеү буйынса дәрестәр бирә башлағас, Тамара Шәһит ҡыҙы үҙенең дауамы итеп, шәкерттәренә “Мөғлифә”не өйрәтә. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина ошондай уҡ “Заһиҙә”һен һағынып хәтерләй: “Бейеүгә ғашиҡ икәнде белгәс, Тамара Шәһит ҡыҙы дәрестән һуң миңә “Заһиҙә” бейеүен һалды. Институттың бөтә сараларында ла ошо бейеү менән сығыш яһаным. Элек завод, фабрикаларға ла барып бейей инек. Костюмдар табып, бөтә хәстәрҙе үҙ өҫтөнә алып, һәр ваҡыт бергә йөрөнө уҡытыусым. Залда ихлас йылмайып, сығыштарҙы ҡарап ултырҙы. Иртәгәһенә тағы ла репетиция яһайбыҙ, килешмәгән ерҙәрҙе ипле генә итеп төҙәтер ине. Урынлы итеп маҡтаны, кәрәк урында шелтәләп тә алды.

Уҡып бөтөп, театрҙа эшләй башлағас та, мин уйнаған спектаклдәрҙе килеп ҡарап, әсәйем кеүек арҡамдан яратып китә ине. Ошо изгелектәре өсөн уның алдында башымды эйәм. Изге күңелле, алсаҡ, ябай, зыялы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина һаман минең менән”.

1953 йылда Бухарестта уҙғарылған йәштәр һәм студенттарҙың Бөтә донъя фестиваленә Башҡортос­тан делегацияһы составында Тамара Шәһит ҡыҙы ла бара. Фестивалдән оло еңеүҙәр, лауреат исемдәре менән ҡайтҡас, уға ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почет грамотаһын һәм “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирәләр.

1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһында балерина А. Хачатуряндың “Гаянэ” балетынан Нунэ вариацияларын һәм “Мөғлифә”не бейей. Декаданан һуң уны “РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы” исеме менән ҙурлайҙар.

Ниндәй генә илдәрҙә булһа ла, башҡорт халҡының ҡыйыу улы Шәһит Хоҙайбирҙиндың аҫыл ҡыҙы милләттең нәзәкәтлелеген, әҙәплелеген күрһәтеп, уға ихтирам уятып йөрөй. 1955 йылдағы декада алдынан Тамара Хоҙайбирҙинаны башҡорт милли кейемендә бөтә Рәсәйгә таралған “Огонек” журналының тышлығында баҫтыралар. Тап ошо мәлдәрҙе хәтерендә һаҡлай уның ике туған һеңлеһе, Шәһит Хоҙайбирҙиндың иң бәләкәй туғаны Ғәлимәнең ҡыҙы Наилә Исмәғилева: “Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Шәһит бабайымдың Ғибаҙулла ҡустыһы (хәрби кеше була) әсәйемде үҙе менән Ҡырғыҙстанға алып китә. Ул саҡта әсәйем Башҡортостанда уҡытыусылар курсын бөткән була. Ҡырғыҙстанға килгәс, Ғибаҙулла ағайым уны үҙе янына, военкоматҡа эшкә урынлаштыра. Әсәйем ҡырғыҙ һалдаттарына рус телен өйрәтә. Шунда атайым Рәүеф Халиҡов менән танышалар һәм тормош ҡоралар.

Бөгөнгөләй күҙ алдымда, миңә 10 йәш ине, 1955 йыл. Бер көн мәктәптән ҡайтһам, әсәйем ниндәйҙер журнал ҡосаҡлаған да илап ултыра. Илай-илай ҙа, журналдың тышын һыйпап, яратып ала. Ул тышлыҡта матур башҡорт ҡыҙының һүрәте ине.

Башҡортостанда бер тапҡыр ҙа булмағас, ундай матур туғаныбыҙ барлығын да белмәйем. Әсәйемдән һорашҡас ҡына, Шәһит ағаһы, Маһруй еңгәһе һәм уларҙың ҡыҙҙары тураһында һөйләп бирҙе. Ныҡ һоҡланып ҡараным Тамара апайымдың һүрәтенә. Уның менән танышыуҙы оҙаҡ көтөргә тура килде. 1969 йылда ғына Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ. Һәм ошо мәлдән алып Хоҙайбирҙиндар менән арабыҙ өҙөлгәне юҡ”.

Бай эстәлекле ижад тормошонда ҡайнап йәшәй Тамара Шәһит ҡыҙы. Унда шатлыҡтары, юғалтыуҙары ла етерлек була. Ләкин балериналарҙың сәхнә юлы бүтән ижад кешеләренекенә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ. Халыҡ һөйөүен яулап, легендаға әйләнеп, Тамара Шәһит ҡыҙы сәхнәнән китә, әммә сәнғәткә хеҙмәт итеүен ташламай. Өфө сәнғәт училищеһының, институтының тәүге сығарылыштарынан алып 1997 йылға тиклем актерҙар әҙерләү, тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Тик бейеү дәрестәрен генә алып бармай, этикет буйынса ла онотолмаҫ һабаҡтар бирә.

Хәтер был донъяны булмышы менән биҙәгән кешеләрҙе мәңгелек итеүсән. Ошо хәҡиҡәткә тоғро ҡалып, 2018 йылда Тамара Хоҙайбирҙина хаҡында хәтирәләр китабы тупланылды. Олуғ остаздың студенттары – бөгөн үҙҙәре юғары баҫҡыстарға күтәрелгән актер, педагогтар, Тамара Хоҙайбирҙинаның туғандары, коллегалары, таныштары, тамашасыларының хәтирәләре Ф. Рәхимғолова шиғырынан алынған ҡанатлы һүҙҙәр менән аталған “Сәхнәләрҙән остоң күктәргә, дәрт ҡанаты ҡуйып күптәргә!..” китабы донъя күрҙе. Китапҡа ингән ҡайһы бер хәтирәләрҙән өҙөктәр килтереү хилаф булмаҫ.

 

“Бөтә яҡлап күркәм кеше ине...”

 

Рәшиҙә СОЛТАНОВА, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе:

– Күркәм кеше ине Тамара Шәһит ҡыҙы. Күптәрҙең күңелендә бөгөнгөләй башҡорт халҡына хас эскерһеҙлеге, мөләйемлеге менән һаҡлана.

1979 йылдарҙан башлап Клара Төхфәтуллина, Зәйтүнә Насретдинова, Вазифа Байтурина, Майя Таһирова, Зәйнәб Гәрәева, Рәйсә Ғәлимуллина, Тамара Хоҙайбирҙина һәм мин йылы ғына аралашып йәшәнек. Бер-беребеҙгә терәк тә, кәрәк тә инек. Серҙәребеҙ уртаҡ булды. Беҙҙең бындай дуҫлыҡты Абдулла Ғиләжев “клан” тип атаны. Арабыҙҙан ел дә үтә алмағанын күреп белгәнгә лә шулай тигәндер.

Тамара, бик тыйнаҡ, ипле башҡорт ҡатын-ҡыҙы, атаһы Шәһит Әхмәт улының исеменә тап төшөрмәй, ғүмере буйы уның данын һаҡлап йәшәне. Хатта үҙенең тыуған көнөн үҙе тыуған көндә түгел, ә атаһының тыуған көнөндә үткәрҙе. Иң тәүҙә уның ҡәберен барып тәрбиәләй, шунан һуң ғына өйөнә ҡайтып, тыуған көнө уңайынан табын йыя торғайны. Иҫ киткес бәлештәренең тәме оноторлоҡ түгел…

Фәрдүнә ҠАСИМОВА, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:

– Кисен эштән һуңлап ҡына сығабыҙ ҙа йүгерешеп килеп ингән булабыҙ. Үҙебеҙ арыһаҡ та, һаман сөкөр-сөкөр студенттарыбыҙҙы, эшебеҙҙе һөйләйбеҙ. Сәйгә ултырғас, Маһруй апай аптыраған булып беҙгә ҡарай: көндөҙ сәй эсеп алырға ла ваҡытығыҙ юҡмы ни, ти. Ҡайҙан инде сәй эсеп ултырыу? Быға ваҡытыбыҙ йәл ине. Шунан Маһруй Шәрип ҡыҙы, иғтибарыбыҙҙы ситкә йүнәлтәм тип, мандолинаһында уйнап ебәрер ине. Йәшлек тигәнең – арыуҙар онотола, бейергә төшәбеҙ... Маһруй апай бейеүебеҙҙе күҙәтеп торған икән, беҙ туҡтағас:

– Бөгөн бейеү буйынса Фәрдүнә – беренсе урында, икенселә – Суфия, ә Тамара урынһыҙ ҡала...

Урындарҙың былай бүленерен көтмәгәнбеҙ. Тағы гөр килеп көлөшәбеҙ...

Олег ХАНОВ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортос­тандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

– Тамара Шәһит ҡыҙына тормошомдағы ваҡиғаларҙы һөйләй инем. Ул бер ваҡытта ла, һин ошолай ит йәки былай ит, тип үҙен аҡыллы күрһәтеп, кәңәштәр бирмәне. Фекер алышты, аралаша белде. Сер һаҡлай белгәненә һоҡландым. Һүҙ йөрөткәнен күргәнем дә, ишеткәнем дә булманы. Тәбиғәттән бирелгән зыялылыҡ бар ине унда. Итәғәтле, үҙенә талапсан кеше. Моғайын, был сифаттар уға атаһынан бирелгәндер…

Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы:

– 1970 йылдан Өфөлә йәшәгән саҡта ла, урамда Тамара апайҙы осратһам, һаулыҡ һорашып үтә торғайным. Уйлап ҡараһаң, мин – ябай тамашасы, яҡындан таныш та түгелбеҙ. Шулай булһа ла, һаулыҡ һорашыуыма йылмайып яуап ҡайтарыр ине...

Әлмира ҠЫУАТОВА, СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:

– Сибайҙа филармония асҡанда, профессиональ бейеүселәр менән ижад иткәндә Тамара Шәһит ҡыҙының дәрестәренең миңә бик ныҡ кәрәге тейҙе...

Нурия ИРСАЕВА, Башҡортостандың, Татарстан­дың, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры:

– Беҙҙе уҡытҡан мәлендә әле йәш ине, ҡайһы саҡ беҙҙең менән бала роленә лә кереп китә, үсекләшә, ҡушаматтар таға, беҙ булып атлап күрһәтә...

Сара БУРАНБАЕВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:

– “Нишләп кәйефең юҡ, Сара, нимә булды?” – тип һорай. Уның шулай үҙ итеп, арҡамдан һөйөп йылы өндәшеүенә илап ебәреп, нимә булғанын һөйләнем. Шунан Тамара Шәһит ҡыҙы студсовет рәйесен, теге өлкән курс ҡыҙҙарын саҡыртып алды. Беҙҙе татыу­лаштырып, кәйефемде яйға һалып та ҡуйҙы. Уҡыу йылдарында уның ярҙамын, ҡурсалауын күп татыным. Миңә генә түгел, бөтә студенттарына ла иғтибарлы булды.

Зифа ДӘҮЛӘТБАЕВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:

– Тамара Шәһит ҡыҙы икенсе әсәйем ине. Миңә “Мөғлифә” бейеүен ҡуйҙы. Уны 45 йәшемә тиклем бейеп йөрөнөм... Ҡунаҡсыл, алсаҡ. Һәр нимәне шаярыуға әйләндереп, кеше араһында үҙен лайыҡлы тотҡан кеше булды.

***

Рәсәйҙең  атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ  арти­сы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина, үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырып, 1998 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Тормош юлын, ижадын өйрәнгән һайын, яңынан-яңы мәғлүмәттәр килеп сыға. Уның Башҡортостан сәнғәтенә индергән өлөшө хайран ҡалырлыҡ. Киләсәктә белгестәр тарафынан тағы өйрәнелер әле был шәхес, тигән өмөт күңелде йылыта.

 
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА

(Ҡулланылған әҙәбиәт: Г.С. Галина. Тамара Худайбердина. Творческий портрет. – Уфа, Китап. 1996).

Читайте нас: