Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Апрель 2019, 15:45

“Халыҡ контроле” уяу

Рәсәйҙә бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйылыуына ҡарамаҫтан, законды боҙорға теләүселәр һәр саҡ табыла.

Рәсәйҙә бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйылыуына ҡарамаҫтан, законды боҙорға теләүселәр һәр саҡ табыла.
Әлшәй районында “Халыҡ контроле” йыш ҡына сауҙа нөктәләренә сығып, законды боҙоу осраҡтарын тикшереп тора. Сираттағы рейдта райондың “Йәш гвардия” ойошмаһы етәксеһе Диана Әхмәтрисламова һәм әүҙем йәш гвардиясылар ҡатнашты.
Алкоголле эсемлектәр һатыуҙа етешһеҙлектәр күҙәтелгән бер нисә сауҙа нөктәһе хужалары иҫкәртелде. “Бындай рейдтар тәьҫирле, үҫмерҙәргә спиртлы эсемлектәр һатыуға юл ҡуймаясаҡбыҙ”, — ти йәш гвардиясылар.
Читайте нас: