Былтыр 1 октябрҙән республикала эшләгән табиптар һаны 185 кешегә, урта медицина персоналы 216 кешегә артҡан. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Хөкүмәтенең былтырғы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһағанда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошондай мәғлүмәт килтерҙе.
– Беҙ медицина университеты һәм колледждары менән йәш белгестәрҙең мәшғүллеге буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барабыҙ. Медицина персоналын ауылда ҡалдырыу алымдарын тикшерәбеҙ. Былтыр “Башҡортостан фельдшеры” программаһы тормошҡа ашырыла башланы. “Ауыл табибы” федераль программаһына эләккән 125 табипҡа өҫтәмә түләүҙәр ҡарала. Яҡын арала табипҡа, айырыуса тар белгестәргә ҡабул итеүгә яҙылыу проблемаһын хәл итергә тырышабыҙ, – тине республика етәксеһе.