Табип ҡулында — сабый ғүмерҙәре.
Һуңғы йылдарҙа район дауаханаларына йәш табиптарҙың ҡайтыуы матур күренешкә әйләнә бара. “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә ҡайтҡан йәш белгескә һәр ерҙә һорау ҙур. Асҡар үҙәк район дауаханаһында педиатр һөнәрен үҙ иткән Азат Ҡаҙаҡбаев та – тап шундай “миллион”лы табиптарҙың береһе.
Азат Яхъя улы бала саҡтан табип булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағас, документтарын Силәбеләге Көньяҡ Урал дәүләт медицина университетына тапшыра һәм студент булыу бәхетенә ирешә. Алты йыл юғары уҡыу йортонда белем ала һәм бер йыл интернатурала ҡала. “Студент булғас та дөрөҫ юл һайлағаныма инандым. Кешеләргә ярҙам итеү — төп маҡсатым”, — ти ул.
Хыялына өлгәшеү өсөн тырышып белем ала, уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Дүртенсе курста уны педиатрия фәненән профессор Михаил Бабайлов уҡыта. Киләсәктә үҙен хирург булараҡ күргән егет Михаил Сергей улының лекцияларын көтөп ала, уның балалар һаулығы хаҡындағы һөйләгәндәре күңеленә үтеп инә. Яратҡан уҡытыусыһы Константин Ивлиев исемле йәнә бер остазы менән “Һау-сәләмәт сабый” исемле проект өҫтөндә эшләй. Был проектҡа ярашлы, ата-әсәләр менән берлектә табиптар сабыйҙың тәүге көндәренән нисек тәрбиәләү, һаулығын нығытыу буйынса төрлө тәжрибәләр өйрәнә, үҙҙәренең кәңәштәрен бирә. Бар яҡлап тырыш студент та был эшкә йәлеп ителә һәм үҙенә ҙур тәжрибә туплай. Бер юлы буласаҡ табип ҡала дауаханаһында эшләп тә йөрөй. Тап ошо ваҡытта Азат Яхъя улы ныҡлы ҡарарға килә: ул балалар табибы буласаҡ һәм кескәй дуҫтарын дауалаясаҡ.
2017 йылда ҡулына диплом алған табип-педиатр Магнитогорск ҡалаһына эшкә урынлаша. Аҙаҡ тыуған яғына ҡайтырға теләк белдерә һәм, “Ауыл табибы” программаһына эләгеп, Асҡарҙа эш башлай. Тәүге көндәрҙән үк йәш белгесте ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа яратып ҡабул итә. “Аҡ халатлы “ағайыбыҙ” тип яҡын күреп өндәшеүҙәрендә лә табипҡа ҡарата ышаныс һәм хөрмәт ята.
— Көнөнә 30-ҙан ашыу баланы ҡабул итергә тура килә. Айына меңдән ашыу йәш пациентты ҡарайым, — ти Азат Яхъя улы. — Ҡалала йәшәүсе ата-әсәләр менән ауыл ерендәгеләрҙе сағыштырып, шуны әйтергә мөмкин: ҡаланыҡылар үҙ балаһының һаулығы өсөн ныҡ борсола. Йүткерһә лә, сөскөрһә лә шунда уҡ табипҡа күрһәтә һәм дөрөҫ эшләй ҙә. Районда йәшәүселәр тәүҙә үҙҙәренсә дауалап маташа. Шуны онотмаһалар ине: баланың сәләмәтлеге өсөн иң тәүҙә ата-әсә яуап бирә, табиптар уларға ярҙам итә.
Шундай хәлгә барып етеүселәр ҙә юҡ түгел, интернет аша дауалап, үҙҙәре балаға укол һала, кәрәкһеҙ дарыуҙар ашата. Ахыр, сир тамам аҙғас, беҙгә алып килә. Ата-әсәләргә әйтер инем: башта табип менән кәңәшләшегеҙ, дөрөҫ диагноз ҡуйылғас ҡына сабыйығыҙҙы дауаларға тотоноғоҙ. Уны сит илгә алып сығаһығыҙмы, баш ҡалала дауалайһығыҙмы, әллә урындағы дауаханаларға ҡалдыраһығыҙмы — уныһы һеҙҙең шәхси ҡарарығыҙ. Тик бала тәүҙә тейешле медицина тикшеренеүе үтергә бурыслы.
Балалар һаулығы һағында тороу – донъялағы иң изге һәм шәфҡәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Ә инде сабыйҙарҙы үҙ эшен белгән һәм яратҡан табип ҡараһа, икеләтә ҡыуаныс. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, һәр пациентты яғымлы ҡаршылап, йылы һүҙҙәр менән оҙатҡан табип-педиатр Азат Ҡаҙаҡбаевҡа балалар үҙҙәре үк барырға атлығып тора икән, тимәк, уның һайлаған һөнәре тиккә булмаған.
Әйткәндәй, йәш белгес үҙенең “миллион”дарын яңы йорт төҙөү өсөн тотонмаҡсы, ер урынын һайлаған. Әлегә кәләш алырға ғына ҡалған. Уныһын да сер итеп кенә геройым әйтеп ҡуйҙы: “Һөйгән ҡыҙым менән был хаҡта һөйләштек, туйыбыҙҙы быйыл үткәрергә теләк бар”.
Тимәк, Азат Ҡаҙаҡбаев, тыуған яғына ҡайтып, һис тә яңылышмаған: эше бар, тиҙҙән йортло һәм кәләшле лә булыр.