Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Апрель 2019, 19:39

Ветерандарҙы хәстәрләп

Белорет районы хакимиәтендә “Ветерандар тураһында”ғы федераль законға ярашлы, йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн мохтаждарға сертификаттар тапшырылды.

Белорет районы хакимиәтендә “Ветерандар тураһында”ғы федераль законға ярашлы, йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн мохтаждарға сертификаттар тапшырылды. Афған һуғышын үткән - дүрт, Төнъяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан бер яугиргә 742 590 һумлыҡ торлаҡ сертификаттары тапшырылды.
Шулай уҡ, сертификаттар Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Садовщиковҡа һәм ире һуғышта вафат булған Александра Точилкинаға ла бирелде.
Бөгөнгө көндә районда ошо категорияға ҡараған 19 граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора.
Читайте нас: