Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Апрель 2019, 13:16

Һәр нәмә үҙ урынында яҡшы

Ауылыбыҙ магазинында араҡы һатып алып торған күрше ауыл егетен: “Ни өсөн үҙегеҙҙең магазиндан алмайһың?” – тип мәрәкәләйҙәр. Был егет, әсенеп: “Һеҙ көләһегеҙ, ә беҙҙә ошо “Айыҡ ауыл” иғлан ителгәндән һуң биш ҡатын ағыуланып үлде”, – тигәс, халыҡ шымып ҡалды.

Ауылыбыҙ магазинында араҡы һатып алып торған күрше ауыл егетен: “Ни өсөн үҙегеҙҙең магазиндан алмайһың?” – тип мәрәкәләйҙәр. Был егет, әсенеп: “Һеҙ көләһегеҙ, ә беҙҙә ошо “Айыҡ ауыл” иғлан ителгәндән һуң биш ҡатын ағыуланып үлде”, – тигәс, халыҡ шымып ҡалды.
Хәтерегеҙгә төшөрөп китәм: совет осоронда беҙҙең Әбйәлил районында башланған был йола тора-бара популяр сараға әүерелде. Уны республиканың башҡа төбәктәрендә лә эләктереп алдылар. Ул совет осоро өсөн бик урынлы булды, сөнки бында йәмғиәт мәнфәғәттәре алғы планда торҙо, айырым кешенең талаптары, уның хоҡуҡтары менән әллә ни иҫәпләшмәнеләр.
Донъялар үҙгәреп киткәнен “Айыҡ ауыл” яҡлылар аңлап бөтмәне. “Заман башҡа – заң башҡа” бит. Баҙар иҡтисады шарттарында айырым кешенең мәнфәғәттәре йәмғиәттекенән өҫкә сыҡты. Демократия кеше хоҡуҡтарының беренсе урында булыуын талап итә. Ошондай шарттарҙа совет осорона яраған күп нәмә кәрәкһеҙ булып сыға. Быны, үкенескә ҡаршы, һаман да аңлап етмәйҙәр.
Башҡортостанда башлыса ағинәйҙәр тырышлығы менән “Айыҡ ауыл” хәрәкәте әле булһа киң даирәлә алып барыла. Һүҙ юҡ, эскелеккә ҡаршы көрәш – бик кәрәкле сара. Әммә ни өсөндөр был көрәш башлыса ауыл магазиндарында араҡы һатыуҙы тыйыуға ғына ҡайтып ҡала. Шуныһы ҡыҙыҡ: бындай тәҡдим менән килгән халыҡты бер етәксе лә кире бороп сығара алмай, сөнки был уның карьераһы өсөн хәүефле.
Араҡыны һатыуҙы тыйыуҙың төп зыяны һәр кемгә лә мәғлүм:
1. Дәүләт ҡаҙнаһына алып килгән юғалтыуҙар. Мәҫәлән, 2014 йылда республика ҡаҙнаһы легаль булмаған спиртлы эсемлектәр һатыу арҡаһында яҡынса 500 миллион һум юғалтты. Валентина Матвиенко әйтеүе буйынса, Рәсәй буйынса был сумма 200-270 миллиард һумға барып баҫа. Сағыштырыу өсөн: 1985 йылда алкоголь һатыу СССР ҡаҙнаһына йылына 33,3 миллиард һум (дөйөм табыштың 10,2 проценты) табыш килтерһә, бөгөн был күрһәткес ни бары 3,3 процент ҡына тәшкил итә.
2. Көмөшкә, ялған араҡы яһап һатыу. Был эш менән ауыл халҡының байтағы мәшғүл. Ҡаҙна юғалтҡан аҡса башлыса ошо бутлегерҙарҙың кеҫәһенә инеп ята. Уларҙы тик рейдтар үткәреп кенә тыйып булмаясаҡ, сөнки, баҙар ҡанундарына ярашлы, уларҙың хоҡуҡтарын дәүләт яҡлай.
3. Ялған араҡы, теләһә нәмәнән ҡыуылған көмөшкә эсеп ағыуланып, зәғиф ҡалыу, үлем осраҡтарының артыуы. Рәсми сығанаҡтар буйынса, ошо сәбәп менән республикала йылына яҡынса 200 кеше үлеп тора. Ауыл урамдарында ҡасандыр типһә тимер өҙөрлөк булған егеттәрҙең инвалид коляскаһында ултырыуын күреп йөрәк әрней.
Быларҙың бөтә халыҡҡа мәғлүм икәненә шик юҡ. Әгәр кемдер әлеге аҙымға бара икән, тимәк, был уның өсөн бик файҙалы. Юҡҡа боронғо латиндар “cui prodest” (куи продэст)” – “кемгә отошло” тип әйтмәгәндер.
Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ, бынан кемдәр файҙа күрә:
1. хәҙерге Рәсәй дәүләте ул легаль булмаған алкоголь һатып байыусылар тора-бара капиталисҡа әйләнеп китер тип өмөтләнә;
2. үҙҙәренең маҡсатын Рәсәй халҡын ҡырыуҙа күргән йәшерен дошмандар;
3. “эскелеккә ҡаршы көрәшәйек” тигән изге маҡсатты үҙҙәрен байытыу сараһы итеп күргән айырым замандаштарыбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта Марат Абдуллин менән Роберт Дәүләтшин тигән аҫыл егеттәребеҙҙең “спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы бөтөнләй тыяйыҡ” тип оран һалыуы ла дөрөҫ түгел. Был сара тик ошо бутлегерҙар файҙаһына ғына эшләйәсәк. Михаил Горбачевтың “ҡоро законы” күптәрҙе көмөшкә ҡыуырға өйрәткәнен улар белеп бөтмәй бит. “Айыҡ туй” тигән комедияларҙы ла күрмәгән был егеттәр. Уларға араҡы табам тип этләнгән кешеләрҙең михнәте лә таныш түгел.
Уйлап ҡарағанығыҙ бармы: ни өсөн араҡыны “йәшел йылан” тип йөрөтәләр? Сөнки был йылан сихри көскә эйә: ул үҙенә күмәк көрәш асҡандарҙы яратмай һәм был кешеләрҙе “саға”. Ағыуланып үлгән, зәғифләнгән кешеләрҙең, атай-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙың ҡарғышы, “йыландың” зәхмәте башлыса уларға төшә.
Башҡортостан халҡына сертификаты булмаған алкоголь һатыуҙы геноцид тип атап, Радий Хәбиров юҡҡа ғына көрәште Әбйәлил районында башламаны бит. “Айыҡ ауыл” ошонда тыуғайны...
Читайте нас: