Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Апрель 2019, 16:49

Вице-премьер нимә тип шатландырҙы?

Рәсәйҙәр паллиатив ярҙамды өйҙә алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһына төҙәтмәләр индерелде.

Рәсәйҙәр паллиатив ярҙамды өйҙә алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһына төҙәтмәләр индерелде.


“Тәү тапҡыр паллиатив ярҙам медицина ойошмаларында ғына түгел, өйҙә лә күрһәтеләсәк”, — ти вице-премьер Т. Голикова. Ауырыуҙарға бирелеүсе ҡорамалдар исемлеге оҙаҡламай раҫланасаҡ. Онкология буйынса диагноз ҡуйыу ваҡыты аныҡ билдәләнә — тикшеренеү башланғандан һуң 14 көндән дә һуңламай хәбәр ителергә тейеш. Медицина тикшеренеүҙәрен һәм диспансерлаштырыуҙы көндөҙ генә түгел, кисен дә, ял көндәрендә лә үтеү мөмкин буласаҡ.



Читайте нас: