Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Апрель 2019, 12:57

“Әсәйемә эйәреп...”

“Ауыл табибы” программаһы сиктәрендә Красноусол үҙәк район дауаханаһына һуңғы йылдарҙа 30-ға яҡын йәш белгес эшкә ҡайтҡан. Бөгөн район халҡы офтальмолог, акушер-гинеколог, травматолог, хирург, невролог, фтизиатр, терапевт кеүек юғары белемле табиптар ярҙамында медицина ярҙамы алыуға өлгәшә. Шуныһы ҡыуаныслы: күп кенә йәштәр эшле лә булған, торлаҡ мәсьәләһен дә ыңғай хәл иткән.

— Красноусол дауаханаһында тәүге хеҙмәт сынығыуы үтеүемә шатмын, коллектив бында абруйлы, тәжрибәле белгестәрҙән тора, — ти йәш табип-невролог Азат Сөләймәнов. — Әлбиттә, тәүге осорҙа ауыр булһа ла, үҙ эшенә мөкиббән өлкән табиптарҙың яҡлауын тойоп, тиҙ арала эшкә күнегеп киттем.

Башҡортостан дәүләт медицина университетын һайлауы юҡҡа түгел егеттең, уның әсәһе Рита Мансур ҡыҙы ла ошо уҡ дауаханала оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләй. “Әсәйем медицина өлкәһен һайлауыма сәбәпсе булғандыр инде, сөнки бала саҡта йыш ҡына уға эйәреп дауаханаға килер инем”, — ти егет.

Шуға ла уҡыу йортон тамамлағас, “Ауыл табибы” программаһына эләгеп, тыуған яғына эшкә ҡайтырға була Азат Закир улы. Коллегалары, дауахана етәкселеге киләсәктә уның абруйлы табип булып китеренә өмөт итә. Ауырыуҙар ҙа йәш белгестең кешелекле, кеселекле, итәғәтле булғаны һәм үҙ эшен яратып башҡарғаны өсөн ихтирам итә.

Әле Азат Закир улы Сөләймәнов программа сиктәрендә бүленгән дәүләт ярҙамына район үҙәгендә йорт һалырға ниәтләй, баҡса үҫтерергә һәм, иң мөһиме, яҡташтарына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә иҫәп тота.

Ғафури районы
Читайте нас в