Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Апрель 2019, 20:19

Аҡсаһыҙ яҡшы тормош юҡ

Илдәге пенсия күләме лайыҡлы тормош шарттарын тәьмин итә алмай. Был хаҡта Премьер-министр Д. Медведев Дәүләт Думаһында Министрҙар Кабинеты эшмәкәрлеге тураһындағы отчет докладында белдерҙе.

Илдәге пенсия күләме лайыҡлы тормош шарттарын тәьмин итә алмай. Был хаҡта Премьер-министр Д. Медведев Дәүләт Думаһында Министрҙар Кабинеты эшмәкәрлеге тураһындағы отчет докладында белдерҙе.


Етәксенең һүҙҙәренә ҡарағанда, пенсияны индексациялау тураһында төрлө ҡарарҙар ҡабул ителгән. “Бер кемде лә алдамайыҡ: лайыҡлы һәм ҡыҙыҡлы тормош – был аҡса мәсьәләһе лә”, – тине ул. 2019 йылда страховка пенсияһының уртаса күләме эшләмәгән пенсионерҙар өсөн 15,4 мең һум тәшкил итһә, 2024 йылға ул 20 мең һумға етәсәк. Ысынбарлыҡта, инфляцияны ла иҫәпләгәндә, түләүҙәр ни бары 9,5 процентҡа артасаҡ тигән һүҙ.


Фото: selorodnoe.ru
Читайте нас: