Аҡса кеҫәгә “йәйәүләп” килә.
— Зәүҡиә малайы Илдар үлгән!
— Нишләп булһын, эсеп инде. Һуңғы ваҡытта айныҡ көнө булдымы ни?
— Олоғайған көнөндә Зәүҡиәгә Аллаһ ярҙам бирһен. Ниндәй булһа ла, бала бит...
“Күҙ йәштәре кеүек көмөшкә”
Мәктәптә уртаса ғына уҡыған Илдар IX класты тамамлағас, училищела тракторсы һөнәрен үҙләштерҙе. Биш йәшендә йығылып аяғын һындырған малайҙың уң аяғы ҡыҫҡараҡ ялғанғас, сатанлабыраҡ атларға тура килде. Шул кәмселеге биленә һары ҡайыш быуыу бәхетенән мәхрүм итте егетте. Иптәштәре кирза итектә, һалдат кейемендә киң күкрәктәрен киреп ҡайтҡанда, ул майға батҡан махсус кейемдә колхоз тракторында эшләп йөрөй ине.
Егеттәрҙең уҡығаны уҡыны, эшкә урынлашҡаны эшле булып, матур ғына йәшәп китте. Илдар ситкә сығып китә алманы. Әсәһенең йәше ҡырҡҡа еткәндә генә осраҡлы кеше менән башы әйләнгән мәлдәге берҙән-бер мөхәббәт емеше ул. Атаһының кем булыуы, ҡайҙан икәнлеге мәғлүм түгел егеткә. Паспортында “атаһының исеме” графаһы буш. Бәләкәй сағында әсәһенән һораша башлаһа, уныһы һүҙҙе гел ситкә бора ине.
Үҫмер сағында ҡыйыу тойолған Илдар, йәше арта барған һайын, үҙенә нығыраҡ бикләнде, ауылдаштарына бесән килтереү, баҡса һөрөү, урман сығарыу кеүек эштәрҙә йөрөп, тора-бара эскегә һабышты. Өйләнә лә алманы.
Ауылдағы ҡыҙҙар айныҡ егеттәрҙе һайланы. Мәктәп ябылғас, күп ғаиләләр бынамын тигән йорттарын бикләп, ситкә сығып китте. Бөгөнгө менән киләсәкте бәйләгән мәктәп ишегенә йоҙаҡ һалынғас, йәштәр ауылдан ситләште. Күмәк хужалыҡ эшмәкәрлеге лә бер нисә йыл тартышты ла туҡтап ҡалды. Бер көн килеп Илдар ҙа эшһеҙ ҡалды, аҙна буйы баш күтәрмәй ҡайғыһын араҡы менән йыуҙы.
Бер заман ауылға Хөснә исемле бик үткер ҡатын ҡайтып төштө. Әллә Үзбәкстан, әллә Ҡаҙағстан яғынан, тинеләр. Ғүмере буйы сауҙала эшләгән, ҡәрҙәшлек тамырҙары ошо ауылға барып тоташа, имеш.
Ире лә бик уңған. Ауыл уртаһындағы иҫке генә бер өйҙө алып, ҡурсаҡ кеүек ремонтлап сыҡтылар. Ҡура, мунса, келәт төҙөп ҡуйҙылар, тирә-яғын ике метр бейеклектәге ҡалай менән ҡоймалап алдылар. Өй эсе хан һарайы кеүек күркәм ине. Улар ауылдаштарға нисек йәшәргә кәрәклекте күрһәтте. Таштан гараж төҙөп бөтөрөүгә, ихатаға өр-яңы сит ил машинаһы ҡайтып ҡунаҡланы.
Хәбәр ауылда оҙаҡ көттөрмәй тарала. Хөснә төндәрен өйөнән һыра, көмөшкә һата. Өйҙөң артҡы ишеге аҫтынан бесәй инеп-сығып йөрөрлөк тишек ҡалдырған алтын ҡуллы ире. Төндә ишек ҡағыусылар менән шул тишек аша ғына иҫәп-хисап яһала...
...Төнгө сәғәт икелә, Хөснә сираттағы көмөшкәһен ҡыуып бөтөргәндә, ишек ҡаҡтылар.
— Хөснә, был мин, Илдар... Үлтермә, бир әле нимәң булһа ла...
— Һуң, йәнем, көндөҙ генә күҙ йәше кеүек көмөшкәмде биреп сығарҙым бит. Бурысың күпме йыйылды, беләһеңме?
— Бер йыйып түләрмен, Хөснә... Белмәгән кешең түгелмен. Юҡһа үләм. Ҡотҡар, башты иҙә, сыҙар әмәл юҡ.
— Ай, йәнем, үлмә әле һин! Бер генә шешәм бар. Үҙебеҙ өсөн генә тотҡанын бирәм. Бар, ҡайт, айны. — Ҡатын тишектән “зәм-зәм” һыуын һуҙҙы.
Хөснәнең йорт ҡапҡаһы төнөн һирәк ябыла. Бөгөнгө төн дә шул рәүешле үтте. Йәштәр һыра һорап килде. Көтмәгәндә ҡунаҡтар килеп төшкән бер ауылдаш Хөснәнең “үҙе өсөн генә тип тотҡан, күҙ йәштәре кеүек көмөшкә” тулы шешәне ҡосаҡлап, рәхмәт уҡып, сығып йүгерҙе. Уның артынан күп тә тормай Галя килде. Ауылда бына тигән гармунсы, йырсы, һүҙ оҫтаһы, заманында клуб мөдире булған Иҙристең ҡартайған көнөндә юлыҡҡан бәхетһеҙлеге ул.
Ҡатыны Рәйсә вафат булғандан һуң тормошо түбән тәгәрәне ирҙең. Армияға киткән берҙән-бер улы, бәхетһеҙлеккә эләгеп, табутта ҡайтты. Ҡайғыһынан хәмер менән дуҫлашып алды.
Себер яҡтарына сығып, бер-ике вахта эшләп алды ла һуңғыһында Галяны эйәртеп ҡайтты. Мал-тыуар ҡарау, баҡса ултыртыу юҡ. Тәүге йылдарҙа Иҙристең атаһынан ҡалған йорт кәртә-ҡураһын яғып йылындылар. Унан келәтте һүтеп яҡтылар. Хәҙер мунсаларына сират еткән... Ярай әле йорттары ауыл ситендә урынлашҡан. Емерек ихатаны кеше түгел, көтөүҙән аҙашып килеп сыҡҡан йорт хайуандары ла урап уҙа.
Кешегә эшләп, тамаҡ туйҙырып көн иткән йәндәр ике йыл электр энергияһына түләмәгән бурыстары өсөн яҡтылыҡтан мәхрүм ҡалды. Икеһенең дә пенсия аҡсаһы килә башлағас, электрҙы ялғаттылар-ялғатыуын. Мәгәр эсеүҙән баш тартҡан көндәре юҡ. Ауылда уларҙы исемдәре менән атамайҙар, халыҡ телендә икеһенә бер ҡушамат тағылды: “хәмер ҡолдары”.
Пенсия аҡсаларының байтаҡ өлөшө ай һайын Хөснәнән алған бурысты түләргә китә. Галя был төндә лә ҡауырһын кәнистрҙән 1:1 нисбәтендә һыу менән шыйыҡланған техник спирт менән хушһынды.
Ишек төбөндәге батмуста таралып ятҡан ҡағыҙ аҡсаны йыйып алғанда, Хөснәнең шатлыҡтан йоҡоһо осто. Төҫтәренә ҡарап, айырып һалып ҡуйғас, иҫәбен сығарҙы. Бер-ике көн шулай уңышлы “эшләп” алһа, ярты миллион һумға тула килеме. Ниндәй рәхәт йәшәүҙәре! Аҡса йәйәүләп килә! Эшләп тораһы ла түгел!
Кәнистргә ҡойолоп, төндә сығарылған шикле шыйыҡса баҙға төшөрөп йәшерелә, шунда шешәләргә тултырыла.
Ире лә йылғыр. Вахтаға йөрөп эшләгән ир-аттың ҡайтыуын көтөп ала. Башта баҡса ситендәге беседкаға саҡырып, сусҡа итен ҡыҙҙырып, ҡайтыуҙары хөрмәтенә байрам ойоштора. Иртәгәһенә күршеләр баш төҙәтергә инә. Өсөнсө көндә бурысҡа алып эсә.
Ә бер мәлде Хөснәнең ире күберәк “һалып”, шул хәшәрәт эсемлектән ағыуланды. Ҡатыны ваҡытында күреп ҡалып, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып ҡына алып ҡалды. Юҡһа, ул да ауылдың күңелһеҙ тарихында ҡала ине.
Үлән үҫергә өлгөрмәгән әле...
Илдарҙы ерләнеләр. Зыяратта кеше күп булманы. Зәүҡиә үҙенең үлемтегенә әҙерләгән хәйерҙе күршеләренә биреп сығарҙы. Уларҙы ерләү мәшәҡәттәренән һуң ҡәбер янында тараттылар. Зыяраттың был өлөшөндә, ауылға Хөснә ҡайтҡас, уның “зәм-зәм” һыуын эсеп ағыуланған, мәңгегә күҙҙәрен йомған ауылдаштар ерләнгән. Ҡайһы береһенә үлән үҫергә лә өлгөрмәгән әле. Ул яҡҡа боролоп ҡарарға ла ҡурҡа ауылдың ир-аты, йөрәктәре өшөп китә: “Сиратта кем?”
Ҡайтырға юлланған ирҙәр баштарын эйеп урам буйлап атланы. Кемдер магазинға — һыраға, кемдер Хөснәләр йортона юлланды.
Кемдер полицияға хәбәр һалған. Икенсе көндә участковый ауыл буйлап йөрөнө. Ҡултыҡ аҫтына һоро папкаһын ҡыҫтырған капитан иң башта хәмер ҡолдарына туҡталды. Ир — иҙәндә, ҡатын эске бүлмәләге тахтала йоҡлап ята, өйгә таралған сигарет, хәмер еҫе танауҙы яра.
— Һинекен эсмәнем, үҙемдекен эстем... — Күҙҙәре шешенгән Иҙрис көскә тороп ултырҙы.
— Кемдән алып эстең, Хөснәнәнме? — Капитан иҙәндә теҙелеп ултырған буш шешәләрҙе тибеп ебәрҙе.
— Быныһы ҡайҙан килгән? Магазинда этикеткаһыҙ шешә һатылмай! Дөрөҫөн һөйлә!
— Как һатылмай? Этикеткаһын эсмәйбеҙ бит. Беҙгә эсендәгеһе ҡәҙерле. Юлда төшөп ҡалғандыр...
— Башыңды иҫәргә һалма. Әйҙә, хәҙер үк Хөснәләргә...
— Ә-ә-ә, юҡ. Мин һатлыҡйән түгел. Бармайым да, йөрөмәйем дә. Хөснә беҙҙе әжәл дарыуы менән ҡотҡарып ҡала, понимаешь... Мин уны һатырға тейешме? Не выйдет! Не дождешься! — Иҙрис, тороп баҫып, ҡулдары менән һелтәнә башланы.
Капитан урамда осраған кешеләрҙе һөйләндереп ҡараны. Береһе лә Хөснә йортона инергә, законһыҙ һатылған хәмерҙе алып сығырға риза булманы. Аҙаҡ көтөү ҡаршыларға йыйынған ҡатын-ҡыҙ төркөмө янына юлланды.
— Ауыл буйлап буй күрһәтеп йөрөйһөгөҙ, Хөснә кеүек оятһыҙҙың халыҡты ағыулы араҡы менән ҡырыуына күҙ йомаһығыҙ! — тип ташланды аранан иң өлкәне. Уға башҡалары ҡушылды:
— Уларға нимә? Көн үтә, аҡса бара...
— Өлөшөнә ингәндер. Һинең менән мин һатһаҡ, минутында килеп етерҙәр, башыңды бәләгә тарытырҙар ине...
— Күҙ алдында нисә кеше юҡ булды. Үлгән һәр береһен ярып ҡайтаралар ҙа, йөрәге туҡтаған, тип күмәләр. Бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән...
— Апайҙар, туҡтағыҙ әле, аңлашайыҡ...
Барығыҙ ҙа зарланаһығыҙ, ә бит Хөснә кеүек өйҙән законһыҙ алкоголле эсемлек һатҡан кешене яуаплылыҡҡа тарттырыр өсөн контроль һатып алыу үткәрергә кәрәк. Йә, ҡайһығыҙ мин биргән аҡсаға алып сыға? Кемегеҙ протоколға ҡул ҡуя?
— Ах, шулаймы? Хөснәгә килеп төртөлгәс, беҙ инеп алып сығырға тейешме? Ниндәй ҡыҙыҡ кешеләр һеҙ, погонлылар, ә? Ҡыҙым директор булып эшләгән супермаркетҡа контроль һатып алыусыға кеше тапҡанһығыҙ бит! Ун һигеҙ йәше тулмаған танышығыҙҙы индереп, ишек төбөндә көтөп баҫып торғанһығыҙ. Законлы эшләгән магазиндарҙы тикшерергә яйын табаһығыҙ, көнө-төнө ағыу һатҡандарҙы тоторға булһа, мең төрлө шарт ҡуяһығыҙ!
— Апай, асыуланмағыҙ улай. Һәр эштең үҙ тәртибе бар.
— Тәртибе бар? Ҡайҙа ул тәртип? Тырышып-тырмашып донъя көтөргә тырышҡан бәндәгә протокол тултырып, шартлатып штрафын да һалаһығыҙ. Үкертеп талайһығыҙ!
Шул мәлдә капитандың кеҫә телефоны шылтыраны.
— Эйе. Участкаламын, халыҡ менән әңгәмә үткәрәм. Өйҙәрендә булдым. Эйе. Бер сәғәт тирәһе элек. Хәҙер барып етәм... — Капитан, ҡатындар менән хушлашып та тормай, машинаһын ҡабыҙып, ҡуҙғалып китте.
Ҡатындар яңы һүҙ башлағансы, төркөмгә хәмер ҡолдарының күршеһе килеп ҡушылды:
— Бөгөн көн имен генә үтерме тиһәм, юҡ, туған...
— Күршеләрем китеп барған! Икәүләшеп! Галя йоҡлаған ерендә үлеп ятҡан. Иҙрис күтәрмә төбөндә бөгәрләнеп ятып йән биргән...
— Уларға көндөҙ участковый ҙа инеп сыҡты...
— Уның инеүенән берәй толҡа бармы ни?
— Әләйһә, шул хәбәрҙе еткергәндәрҙер инде участковыйға. Әйтәм, бик тиҙ табанын ялтыратты...
Ауыл башында һыйыр малының мөңгөрәшкәне ишетелде. Тормоштоң дауам итеүен аңғартып, шомло уйҙарҙы таратып, көтөү үҙ йорттарына ыңғайланы.