Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының 1964 йылда төҙөлгән хирургия корпусы бинаһы торошо хәҙер инде заман талаптары һәм нормаларына тап килмәй.
Дауалау учреждениеһының баш табибы Рөстәм Латипов республика етәксеһе Радий Хәбировҡа әле хирургия койкалары менән тәьмин ителештең республика буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда түбәнерәк булыуы хаҡында һөйләне. Бинаға капиталь ремонт бер тапҡыр ҙа үткәрелмәгән. Бүлмәләр тар. Ошондай мохтажлыҡтан коридор төҙөргә мәжбүр булғандар, уларында яҡтылыҡ бөтөнләй юҡ тиерлек.
Палаталарға ауырыуҙар тығыҙ урынлаштырыла. Өс ҡатлы бинала лифт юҡ, шул уҡ ваҡытта лабораториялар, рентген кабинеттары аҫта булһа, операция һәм реанимация бүлектәре – иң юғарыла. Был хәл ашығыс хирургия ярҙамына кире йоғонто яһай. Сантехника, электротехника системаларының иҫкелеге пациенттарҙың да, персоналдың да хәүефһеҙлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Радий Хәбиров хирургия бүлегенең палаталарын, дауалау кабинеттарын, операция блогын ҡараны. Һуңғыһында наркоз аппаратураһын һаҡлау, йыуыу, стерилләү бүлмәләре юҡ, елләтеү системаһы тейешле микроклиматты тотоу, һауаның таҙалығын тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә түгел.
Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, 2012 йылда өс ҡатлы бинаны проектлау өсөн өс миллион һум аҡса бүленгән. 2017 – 2018 йылдарҙа проект-смета документтарына төҙәтмә индерелгән. Объекттың смета хаҡы 521,6 миллион һум тәшкил итә.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Учалы дауаханаһының хирургия корпусы өсөн яңы бина мотлаҡ төҙөләсәк. Һөйләшеү барышында иҫкеһен капиталь ремонтлау, шулай уҡ медицина учреждениеһына маммограф, компьютер томографияһы аппараты алыу тураһында ла һүҙ булды. Республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министрына был мәсьәләне өйрәнеү бурысын йөкмәтәсәген, аҙаҡ тейешле ҡарар ҡабул ителәсәген әйтте.