Ишеттегеҙме әле? Хәҙер муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре араһында даими көсөргәнешле ярыш ойоштороласаҡ.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, район һәм ҡалалар өс зонаға – йәшел (лидер), һары (урта) һәм ҡыҙыл (арта ҡалыусы) зонаға бүленәсәк. Район хакимиәттәре эшмәкәрлеге – 64, ә ҡаланыҡылар 54 күрһәткес буйынса баһаланасаҡ. Мәҫәлән, тормош сифаты, муниципалитет тәьҫирлеге, үҫеш һәм башҡа күп төрлө күрһәткестәр.
Байрам алдынан республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә тәүге квартал һөҙөмтәһе буйынса алдынғылар билдәләнде. Ауырғазы районы – “йәшел”дәр рәтендә. Төбәк халҡына сәләмәтлек һәм уңыштар насип булһын, ошо арала кисерергә яҙған тәбиғәт ҡырыҫлығы, көслө дауыл һөҙөмтәһендәге емереклектәрҙе аяҡҡа баҫтырыуҙа түҙемлек, эшлеклелек теләйбеҙ.
Фото: Ауырғазы районы хакимиәте сайтынан.