Башҡортостан
-8 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Социаль мәсьәлә
18 Май 2019, 00:11
450 мең һумды нисек алырға?
Рәсәйҙең Финанс министрлығы күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн биреләсәк 450 мең һумды алыу ҡағиҙәһен ябайлаштырырға тәҡдим итте.
Фото: noyabrsk24.ru
Рәсәйҙең Финанс министрлығы күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн биреләсәк 450 мең һумды алыу ҡағиҙәһен ябайлаштырырға тәҡдим итте.
Хөкүмәт ҡарары проектына ярашлы, граждандар программала ҡатнашыу хоҡуғын биргән документтар менән ипотека бүләсәк банкка мөрәжәғәт итергә тейеш. Финанс ойошмаһы үҙ сиратында был документтарҙы “ДОМ.РФ” агентлығына ебәрә. Тикшереү үткәрелгәс, аҡсаны бурысты ҡаплауға йүнәлтеү мәсьәләһе хәл ителәсәк, төрлө сәбәп буйынса рөхсәт бирелмәүе лә ихтимал.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ипотеканы ҡаплау өсөн бюджеттан 450 мең һум аҡса 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө һәм унан күберәк балаһы тыуған ғаиләләргә бирелә. Яңы механизм ил Президентының ҡушыуы буйынса Хөкүмәт тарафынан эшләнелә. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн быйылға 15 миллиард һум бүлеү ҡаралған.
Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә милли проекттарға ярашлы күп балалы ғаиләләргә һәр яҡлап булышлыҡ ҡылыу бурысын ҡуйҙы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.