Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Май 2019, 00:01

Ниндәй осраҡтар артҡа һөйрәй?

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин тармаҡта яңы объекттар төҙөлөшө барышы хаҡында хәбәр итте.

Фото: glavarb.ru
Фото: glavarb.ru
Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин тармаҡта яңы объекттар төҙөлөшө барышы хаҡында хәбәр итте.


Мәҫәлән, Дүртөйлө һәм Туймазы балалар поликлиникаларын төҙөү эше графиктан алда бара. Шулай ҙа артта ҡалған осраҡтар ҙа бар. Әйтәйек, Языков үҙәк район дауаханаһына төкәтмә һалыу эше һуҙыла, Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусы буйынса документтарға төҙәтмәләр индерелә, кардиоүҙәккә төкәтмә төҙөү буйынса аукцион кисектерелә килә.


Радий Хәбиров был эштәрҙең барышына контролде көсәйтергә, Дүртөйлөлә сафҡа инәсәк балалар поликлиникаһына медицина ҡорамалдары алыуға кәрәкле аҡса табырға, йәнә 13 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүгә финанс бүлергә ҡушты.


“Киләһе “Сәләмәтлек сәғәте”нә авария хәлендәге һәм ремонт талап иткән ФАП-тар буйынса планды күрһәтеүҙе һорайым. Ике-өс йылда был проблеманы хәл итергә тейешбеҙ”, – тине республика етәксеһе.


Ул шулай уҡ һәр ҡала-районға медицина белгестәрен йәлеп итеү тураһында квартал һайын отчет бирә барырға ҡушты, сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”нең береһен күсмә итеп ойоштороп, Республика кардиоүҙәгендә үткәреү кәрәклеген белдерҙе.

Читайте нас: