Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Май 2019, 18:22

Үҙгәрештәр кем файҙаһына?

Рәсәйҙә мотлаҡ медицина страховкалау ҡағиҙәләре үҙгәрә.

Фото sports.ru сайтынан.
Фото sports.ru сайтынан.
Рәсәйҙә мотлаҡ медицина страховкалау ҡағиҙәләре үҙгәрә.
Уларға ярашлы, поликлиникалар ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эште көсәйтәсәк. Алдағы ике йылда бөтә рәсәйҙәр өсөн диспансерлаштырыу һәм иҫкәртеү тикшеренеүҙәре үткәрелерегә тейеш.
Һәр кеше өсөн сәләмәтлек төркөмө билдәләнә, хроник сирҙәр булғанда һәм табиптың даими контроленә ихтыяж күҙәтелгәндә, пациент диспансер күҙәтеүенә ҡуйыла. Бындай пациенттар медицина тикшеренеүен йылына бер нисә тапҡыр уҙа.
Бынан тыш, страховкалау компаниялары граждандарҙың мөрәжәғәттәре, ялыуҙары менән дә эшләйәсәк. Әгәр ҙә пациентты тикшереү һөҙөмтәһе ҡәнәғәтләндермәһә, страховка ойошмаһы күрһәтелгән хеҙмәттәргә экспертиза тәғәйенләйәсәк.
Читайте нас: