Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселәре әйтеүенсә, әле республикала 14 йәшкә тиклемге балалар һаны арта.
“Балалар һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы, медицина ярҙамын яҡшыртыу, перинатология, неонатология, педиатрия өлкәләрендә медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү буйынса ҙур эштәр көтә.
Рәсәй Президенты В.В. Путин:
“Тәү сиратта 2021 йылда уҡ бөтә балалар поликлиникаларын тулыһынса яңы стандарттарға күсерергә кәрәк. Иғтибар итегеҙ: “Һаҡсыл поликлиника” вывескаһы барлыҡҡа килһен өсөн түгел. Иң мөһиме, ниһайәт, кешеләр үҙҙәренең сәләмәтлегенә дәүләт тарафынан хөрмәтле, ысын мәғәнәһендә һаҡсыл мөнәсәбәтте тойһон өсөн”.
Кескәйҙәр сәләмәтлегенә ҡағылған мәсьәләләрҙең борсоғандары ла етерлек. Мәҫәлән, инвалидтар һаны быйыл 4,3 процентҡа артҡан. Сабыйҙар үлеме үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда бер ни тиклем күбәйә төшкән “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа балалар өсөн уңайлы, йыһазландырылған поликлиникалар менән бергә юғары квалификациялы, эшен яратып башҡарған профилле белгестәрҙең булыуы шарт.
Республиканың медицина ойошмаларында балалар өсөн поликлиника бүлексәләрен арттырыу планлаштырыла. Быйыл Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында кескәйҙәр өсөн поликлиникалар төҙөлә. Ғөмүмән, балаларҙы ҡаршы алған һәр медицина учреждениеһы матур ҙа, уңайлы ла, зауыҡлы ла булырға тейеш, тип иҫәпләй республика етәкселәре.