Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Май 2019, 14:13

Пациенттарҙың әйтер һүҙҙәре күп

Ике яҡ өсөн дә осрашыу файҙалы булды.

Ике яҡ өсөн дә осрашыу файҙалы булды.


Өфөлә закондар сығарыу һәм башҡарма власть вәкилдәренең онкология пациенттары менән ғәҙәти булмаған осрашыуы үтте. Ни өсөн кәңәшмә бындай форматта ойошторолдо?


Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, осрашыу рәүешенең тап ошондай яңғыраш алыуы юҡҡа түгел. “Бөгөн беҙ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, дауалау учреждениелары, медицина йәмәғәтселеге һәм хоҡуҡ яҡлау­сылар ғына түгел, ә пациенттарҙың үҙҙәре менән күҙгә-күҙ аралаша­саҡбыҙ. Көн үҙәгенә ҡуйылған онкология сирҙәренә дусар ауырыу­ҙарға социаль ярҙам күрһәтеү һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьә­ләһе бөгөн үтә мөһим. Онкология сирҙәре – илдә үлем осраҡтарының төп сәбәбе. Бындай ауырыуҙарға айырым мөнәсәбәт булырға тейеш. Был тема апрелдә Санкт-Петербург ҡалаһында Рәсәйҙең закон сыға­рыусылар Советы ултырышында ла күтәрелде. Пациенттарҙың үҙҙәре менән социаль ярҙамды нисегерәк тәьҫирлерәк итергә кәрәклеген бергәләп уйларға кәрәк”, – тине ул.


Константин Толкачев Рәсәйҙә 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән яңы Милли онкология программаһы әҙерләнеүен дә белдерҙе. Был махсус программаны үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ил Президенты Владимир Путин тәҡдим иткәйне. Проект үлем осраҡтарын бер нисә тапҡырға кәметеү бурысын ҡуя. 2030 йылға тиклем профилле клиникалар инфраструктураһын системалы үҫтереү, онкологтарҙың тәүге звено табиптары менән бәйләнешен нығытыу, финанслауҙы арттырыу күҙ уңында тотола.


“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, әле илдә яман шештән үлем 100 мең кешегә 197,1 тәшкил итә. Башҡа алдынғы илдәр менән сағыштырғанда, был – үтә насар күрһәткестәрҙең береһе. Эксперттарҙың фекеренсә, түбән һөҙөмтәнең сәбәбе – ауырыуҙарҙы дауалауҙа дисциплинар-ара йүнәлештең булмауы. Онкологтар – айырым, ҡалған табиптар – айырым. Төрлө асыҡлан­маған диагноздар ҡуйыла, бөтә саралар ҙа файҙаланып, бер нимә лә ярҙам итмәгәндән һуң, ахырҙа онкологка йүнәлтмә бирелә. Ҡиммәтле ваҡыт юғалтыла, шунлыҡтан йыш ҡына ярҙам итеп булмай. Тәүге звено табиптарына “онкологик һиҙемләү” тигән сифат хас булырға тейеш.


“Тормошҡа тигеҙ хоҡуҡ” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Александр Болонистовтың һаулыҡ һаҡлау тармағы етәксеһе Максим Забелинға ла, яңы ғына онкология диспансерына баш табип итеп тәғәйенләнгән Адель Измайловҡа ла һорауҙары күп булды. Йәмәғәтсе залды шығырым тултырған па­циент­тарҙың дәғүәләрен, тәҡдим­дәрен еткерергә тырышты. Шулар­ҙың бер нисәһе: пациенттарҙы маршрутлау, сирҙе ваҡытында асыҡлау, дарыуҙар менән тәьмин итеү. Александр Николаевич билдәләүенсә, дауалауҙың бөтә этабында ла проблемалар тыуып тора. Мәҫәлән, ул белгестең тәүге консультацияны биш көндән дә һуңлатмай үткәрәсәгенә, биопсия һәм башҡа тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтә­ләре 15 көн эсендә әҙер була­сағына, диагноз ҡуйыл­ғандан һуң махсус ярҙам күрһәтеү срогының 10 көндән дә артмаҫҡа тейешлегенә икеләнеү белдерҙе. Диагностика сифатына зарар килмәҫме, тигән хәүеф тә бар.


Пациенттарҙы ниндәй яңы препараттар барлығы, нур менән дауалауҙы алмаш­тырырҙай технологиялар булыу-булмауы, ни өсөн дауалау алымдары үҙгәрмәүе ҡыҙыҡһындырҙы. Уларҙы борсоған мәсьәләләр күп: табиптарға яҙыла алмау, ауырыуҙарға насар мөнә­сәбәт, тупаҫлыҡ.


Медицина берләшмәһе вәкил­дәре, программаға ярашлы, республикала төҙөләсәк онкология үҙәктәре, кадрҙар мәсьәләһе, яңы пландар менән таныштырҙы.


Яңы форматтағы осрашыуҙың ике яҡ өсөн дә файҙалы, йөкмәткеле булыуына шик юҡ. Моғайын, ул һуңғыһы түгелдер. Медицина мәсьәләләренән тыш, ауырыуҙар араһында аңлатыу, иҫкәртеү эшен дә йәнләндерергә кәрәктер, сөнки диагноз хөкөм ҡарары булмаһа ла, “онкология” һүҙе һәр кемде лә ҡурҡыта, икеләндерә, өмөтһөҙлөккә төшөрә. Ошо ҡурҡыу тойғоһон еңеү, ҡиммәтле ваҡытты юғалтмау, психологик ҡаршылыҡты үтеү өсөн һис һүҙһеҙ табиптың тылсымлы һүҙҙәре бик кәрәк.
Читайте нас: