Төбәктәрҙә “100 йыллыҡҡа — яңы 100 объект” республика программаһына ярашлы социаль учреждениелар сафҡа индерелә. Шөкөр, ошо программа сиктәрендә Мәсетле районында ла байтаҡ эш башҡарыла, ауылдарҙа социаль-мәҙәни үҙәктәр, яңы ФАП-тар, балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм башҡа мөһим объекттар төҙөлә. Быйыл сафҡа ингән кирбес заводы ла халыҡты сифатлы продукцияһы менән ҡыуандыра.
Район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылының Көньяҡ биҫтәһе һуңғы йылдарҙа ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә, заманса яңы йорттар ҡалҡа. Әле микрорайонда 140 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы балалар баҡсаһы төҙөлә, учреждение барлыҡ заманса стандарттарға яуап бирәсәк. Заказсыһы — Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Подрядсыһы — Өфө ҡалаһының “ГлавСпецСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Төҙөүселәр баҡсаны көҙ айында сафҡа индерергә күҙаллай. Әйткәндәй, төҙөлөштә башлыса Мәсетле районы егеттәре эшләй.
— Бында алты төркөм өсөн иркен, яҡты бүлмәләр, медпункт, уйын бүлмәләре, спорт һәм музыка менән шөғөлләнеү өсөн залдар буласаҡ, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лифт менән пандус ҡаралған, — ти участка начальнигы Артем Давыдов. — Әле төҙөлөш йылдам бара, бер ниндәй тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй, төҙөлөш материалдары ваҡытында килтерелә, район хакимиәте лә төҙөлөш барышы менән ҡыҙыҡһынып тора.
Район үҙәгендә бөгөн алты балалар баҡсаһы уңышлы эшләй, етенсеһе асыла ҡалһа, балалар баҡсаһына сират бөтөнләй кәмейәсәк, ти район хакимиәте белгестәре. Әле “Көньяҡ” биҫтәһендә ике меңгә яҡын кеше йәшәй, йорттар, халыҡ һаны йыл һайын арта ғына. Баҡсаны йәш ғаиләләр генә түгел, ололар ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы