Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Июнь 2019, 13:03

Өйөгөҙгә газ үткәрә алмаһағыҙ, аҡса бирәсәктәр!

Башҡортостанда ауыл халҡына тәбиғи газға тоташыу өсөн аҡса бүленәсәк. Дәүләт был маҡсатта субсидия йә сертификат бирәсәк. Уның буйынса ғаиләгә сығымдарҙы өлөшләтә ҡапларға мөмкин буласаҡ. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

– Беҙ ауылдарға газ индерәбеҙ, ә кешеләр үткәргескә тоташа алмай, сөнки бының хаҡы 100 мең һумдан ашыу. Шуға күрә мохтаждарға ошо эште башҡарырға ярҙам итәсәкбеҙ, – тине ул.

Әлеге мәлдә республика Хөкүмәтендә урындарҙағы етәкселектән мәғлүмәт йыялар. 3,5 мең хужалыҡ бындай ташламаны алырға теләк белдергән. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы субсидияларҙы бүлеү һәм уларға хоҡуғы булған граждандар категорияһын билдәләй.

Фото: “Башинформ”
Читайте нас: