Быйыл йыл аҙағында Бәләбәйҙә күптән көткән бала табыу йорто асыласаҡ. Һуңғы өс йыл Бәләбәй ҡатындары бала табыу өсөн күрше Октябрьский ҡалаһына йөрөргә мәжбүр. Әммә ул ҡаланың дауаханаһында ла бөтә теләгәндәр өсөн урын юҡ. Шуға күрә Туймазы ҡалаһы, Приют ауылына барыусылар ҙа бихисап. Ҡайһы бер ҡатындар хатта 200 километр алыҫлыҡтағы Өфөгә килеп тә бала таба. Һүҙ юҡ, был бик уңайһыҙ.
Бәләбәй ҡалаһы бала табыу йортоноң ябылыу сәбәбе – сифатһыҙ яһалған капиталь ремонт. Үҙәк район дауаханаһы был учреждениены ҡабул итергә риза булмай. Еренә еткереп эшләү өсөн тағы 200 миллион һум аҡса талап ителә. Республика етәксеһе бында килеп киткәндән һуң – аҡса табыла.
Пациенттарҙы яңы бала табыу йорто йыл аҙағында ҡабул итә башлаясаҡ. Бынан тыш бында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы менән гинекология бүлексәһе лә буласаҡ.