Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Июнь 2019, 20:41

Ваҡытынан алда тапшырмаҡсылар

Әлеге мәлдә Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының хирургия корпусында ремонт эштәре бара.

Әлеге мәлдә Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының хирургия корпусында ремонт эштәре бара.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ноябрҙә эш сәфәре менән ҡалаға килгән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бинаны ремонтларға ҡушҡайны. Төҙөлөш өсөн подрядсы ойошма тиҙ арала табылды һәм хәҙер бында эш гөрләй.


Октябрьский ҡалаһының төп дауалау учреждениеһы булған был бина уҙған быуаттың уртаһында төҙөлгән. Шуға күрә Радий Фәрит улы сифатлы ремонт менән бергә, бинаның архитектур йөҙөн дә һаҡлап ҡалырға, тигән бурыс ҡуйҙы.


Бөгөнгә бында фундаментты нығытыу эштәре башҡарылған, ҡыйыҡ япмаларын һүткәндәр, лифт шахтаһына кирбес һалып бөткәндәр. Бинала бөтә ерҙә лә тиерлек ағас түбәләр булған. Әле уларҙы тимер бетонлы монолитҡа алмаштырғандар.


Объекттың дөйөм хаҡы – 240 миллион һум. Әйткәндәй, төҙөлөш эштәре дауалауға ҡамасауламай. Башҡа корпустарҙа дауахана ғәҙәти режимда эшләй. Эштәр 2020 йылдың декабрендә тапшырылырға тейеш, тик подрядсылар эште ваҡытынан алда тамамларға йыйына.


Фото: facebook.com/radiyhabirov
Читайте нас: