Шулай тип атап йөрөтә уны Юлдыбай ауылы халҡы. Әйтмәҫлек тә түгел шул, сөнки табип-терапевһыҙ аҙ йонсоманы улар. Ниһайәт, Бәләбәй ҡыҙы Регина Халиҡова, Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап ҡулына диплом алғас та, йыраҡ тип тормай, төпкөлдәге Йылайыр районының Юлдыбай ауыл дауаханаһына эшкә килергә тәүәккәллек итә. “Ауыл табибы” программаһына эләгеп, “миллион”лы ла була.
– Бында килеүемә һис тә үкенмәйем, иң мөһиме – эшемде яратып башҡарам. Тыуған яғым, әсәйем һәм туғандарым һағындыра, шулай ҙа Юлдыбай халҡы ла күңелемә яҡын. Көнөнә 15-20 кешене хеҙмәтләндерәм, күберәк оло йәштәгеләр мөрәжәғәт итә. Төнөн йә байрам көндәрендә саҡырыу булһа, мотлаҡ барабыҙ. Йылайыр район дауаханаһына дежур ҡабул итеү ҙә ойошторолған, унда ла йыш йөрөйбөҙ. Эштә бер ниндәй проблема юҡ, ҡайһы саҡ тел мәсьәләһенә бәйле ҡыйынлыҡтарға осрарға тура килә. Башҡортса һөйләшергә өйрәнә башланым (йылмая – авт.). Бар яҡлап миңә тәжрибәле шәфҡәт туташы Фәриҙә Айытҡолова ярҙам итә, ул уң ҡулым да, оҫта тәржемәсем дә, – ти йәш табип.
Регина Айрат ҡыҙы, йәш булыуға ҡарамаҫтан, үҙ эшен яҡшы белә, сирлеләргә иғтибарлы һәм хәстәрлекле булыуы менән айырылып тора. Уның яғымлы йөҙө, йылы һүҙе лә сирлеләрҙе дауаларға ярҙам итә, сөнки кешегә бер йылы һүҙ, иғтибарҙың булыуы ҡайһы осраҡта ҡиммәтле дарыуҙан да шифалыраҡ. Йәш табипҡа артабан да уңыштар теләйек, һайлаған изге һөнәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар халыҡ сәләмәтлеге һағында хеҙмәт итергә яҙһын.