Учалы районы Ахун ауылында күп балалы йортта янғын сыға.
Өйҙөң ҡыйығы һәм верандаһы зыян күрә. Бәхеткә күрә, янғын иҫкәрткес ҡоролма арҡаһында барыһы ла иҫән ҡала.
Янғын сыҡҡанда 12 һәм 13 йәшлек ҡыҙҙар өйҙә була. Иҫкәрткес сыйылдай башлау менән улар тышҡа йүгереп сыға. Ихатала эшләп йөрөгән йорт хужаһы шунда уҡ ҡотҡарыусыларҙы саҡыра.
Был йортҡа янғын иҫкәртеүсе ҡорамалды март айында муниципаль программаға ярашлы урындағы бюджет иҫәбенә урынлаштырған булалар. Ошондай ҡулайламалар барыһы 50 йортҡа ҡуйыла.