Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Июнь 2019, 17:48

Милләтебеҙгә бәйле иң киҫкен мәсьәлә

Ул үҙ ыңғайы менән яйланмаясаҡ, һәр йәһәттән булышлыҡ ҡылырға кәрәк.

Автор фотолары.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшен секция эштәре дауам итә.
Демография һәм һаулыҡ һаҡлау секцияһы эшендә билдәле социолог, Рәсәй Фәндәр академияһы Федераль фәнни-тикшеренеү социологик үҙәгенең Башҡортостан филиалы директоры ҡатнаша.

Рим Марс улы һәр халыҡтың үҙенсәлектәре булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, милләтебеҙ үҫешенең демографик һәм социологик структураһы менән таныштырҙы.
Һандарға килгәндә,1926 йылда 713 мең самаһы башҡорт иҫәпкә алынһа, 2010 йылда был күрһәткес 1 миллион 500 мең тирәһе булған. Әммә шатланырға иртә, сөнки демографик мәсьәлә милләтебеҙҙең иң киҫкен проблемаларының береһе булып ҡала. Тик ул үҙ ыңғайы менән яйланмаясаҡ, һәр йәһәттән булышлыҡ итергә кәрәк.