Сирлеләрҙең хоҡуғын яҡлау буйынса эксперттар сифатлы медицина хеҙмәттәренә эйә булыуға ҡағылышлы кәңәш бирә. Улар ошо өлкәләге имеш-мимеште таратыуға булышлыҡ итер, тигән өмөттәбеҙ.
Ғәмәлдә мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса тештәге кариесты дауалау, теште һурҙыртыу һәм пломба ҡуйҙыртыу түләүһеҙ.
Эксперттар “дауаханаға йәки поликлиникаға килгән пациент үҙ хоҡуғын яҡлап, ауыҙын асһа, табиптар асыуланып үс ала башлаясаҡ” тигән хаталы фекер менән ҡәтғи килешмәй. Ғәҙәттә, табип йәки башҡа медицина хеҙмәткәре пациенттың хоҡуҡи йәһәттән аҡыллы икәнлеген, үҙ мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булыуын күрһә, эшен намыҫлыраҡ башҡара башлай, сөнки улар хәҙер граждандарҙың етди вәкәләтле ярҙамсылары, хоҡуҡ яҡлаусылары барлығын белә. Улар – беҙгә мотлаҡ медицина страховкаһы полистарын биргән страховка медицина компаниялары белгестәре, йәғни страховка вәкилдәре.
Әйткәндәй, быйыл уларҙың пациенттарҙы яҡлау йәһәтенән вәкәләттәре тағы ла арта төштө. Шул уҡ ваҡытта страховка вәкиленең бурыстарын теүәл үтәмәүен, сифатлы медицина ярҙамы алыуға булышлыҡ итмәүен тойһағыҙ, полисты икенсе компаниянан алыу мөмкинлеге бар. Әле бындай медицина ойошмалары араһында ярайһы уҡ конкурентлыҡ күҙәтелә. Компанияны нисек алмаштырыу тураһында түбәндәрәк белерһегеҙ.
Страховка вәкиленән тормоштағы аныҡ хәл-шарттарҙа теге йәки был медицина ярҙамы төрөнөң мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса түләүһеҙҙәр иҫәбенә инеү-инмәүен асыҡларға була. Бөтә Рәсәй страховкалаусылар союзы пациенттар өсөн файҙалы рейтинг төҙөнө. Унда түләүһеҙ медицина ярҙамының 10 төрө индерелгән. Тап улар өсөн граждандар йыш ҡына аҡса түләй. Берәүҙәр хеҙмәттең бушлай күрһәтелеүен белмәй, икенселәре иһә – медицина персоналы ҡушыуы буйынса, өсөнсөләре – сиратта торорға теләмәгәндән. Дөйөм алғанда, бындай осраҡтарҙа ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуйыла.
Кемгәлер, медицина күрһәтмәһенә ярашлы, ошо исемлеккә индерелгән ярҙам төрө талап ителһә, ул мотлаҡ бушлай күрһәтелергә тейеш. Шулай түгел икән, страховка вәкиленә ялыу итә алаһығыҙ. Иң элек полис биргән ойошманың “ҡыҙыу элемтә”һенә шылтыратып, хәлде аңлатығыҙ. Уның телефон һандарын компанияның атамаһы буйынса интернет селтәрендә табырға мөмкин.
Энәнән УЗИ-ға тиклем: кеҫәбеҙ ниңә бушай?
Мотлаҡ медицина страховкаһына һәм дәүләт бюджеты иҫәбенә түләүһеҙ булырға тейешле медицина ярҙамының ошо төрҙәренә пациенттар байтаҡ аҡса түгә. Уларға нимәләр инә һуң?
1. Стационарҙа дауаланғанда дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнешендәге барлыҡ саралар (энә, шприц, бинт һ.б.)
Кешене мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса дауаханаға һалалар икән, медицина күрһәтмәләренә ярашлы талап ителгәндәрҙең барыһы ла, шул иҫәптән дарыуҙар ҙа, бушлай бирелергә тейеш.
2. Кеше организмына индерелгән, ҡуйылған медицина әйберҙәре.
Ғәҙәттә, төрлө эндопротездар, стенттар, яһалма күҙ яҫмағы һ.б. тураһында һүҙ бара.
3. Амбулаторияла тикшергәндә һәм дауалағанда сығым материалдары: стоматологияла пломба материалы, рентген пленкаһы, КТ (компьютер томографияһы) һәм МРТ (магнит-резонанс томографияһы) һөҙөмтәләрен яҙыу өсөн дисктар.
4. Амбулатор, шулай уҡ стационар шарттарында МРТ һәм КТ.
Әйткәндәй, ҡануниәткә ярашлы, медицина күрһәтмәләре буйынса башҡарылған тикшереүҙең был төрҙәре 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса үткәрелергә тейеш.
5. Стоматология ярҙамы (теш ҡуйыуҙан тыш).
Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса кариесты дауалау, теште һурыу. Уға пломба ҡуйыу бушлай.
6. Яман шеште дауалау өсөн дарыуҙар: стационарҙа ла, шулай уҡ амбулаторияла дауаланғанда ла.
Ҡағиҙә булараҡ, дәүләт тарафынан раҫланған исемлектәге дарыуҙар тәғәйенләнә (теге йәки был препаратты үҙегеҙҙең страховка медицина компанияһында асыҡларға мөмкин). Шәхси күрһәткестәргә ҡарап, поликлиниканың (дауахананың) табиптар комиссияһы пациентҡа исемлеккә инмәгән препаратты яҙа ала. Уны ла бушлай бирергә тейештәр.
7. Ҡанды тикшертеү, шул иҫәптән гормонды асыҡлау буйынса ҡиммәтле анализдар ҙа.
8. УЗИ, рентгенография, гастроскопия кеүек тикшереүҙәрҙе көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу.
Ҡануниәткә ярашлы, бындай тикшереүҙәр 14 көн эсендә бушлай үткәрелергә тейеш.
9. Табип күрһәтмәһе буйынса тергеҙеүсе дауа (массаж, дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеү һ.б.).
10. “Тар” белгестәр (окулист, невролог, лор, хирург, онколог һ.б.) консультацияһы.
Ҡағиҙә буйынса бындай табиптар 14 көн эсендә түләүһеҙ ҡабул итергә тейеш.
– Етешһеҙлектәр асыҡланһа йәки һорау тыуһа, үҙегеҙҙең страховка вәкиленә шылтыратыуҙан тартынмағыҙ.
– Әгәр унан файҙа булмаһа, төбәктәге территориаль медицина страховкаһы фондына мөрәжәғәт итергә була (бәйләнеш өсөн мәғлүмәтте интернет селтәрендә табырһығыҙ).
– Мотлаҡ медицина страховкаһы полисын биргән страховка компанияһы ҡәнәғәтләндермәһә, уның хеҙмәтенән баш тарта алаһығыҙ.
Йылына бер тапҡыр, 1 ғинуарҙан 1 ноябргә тиклем, пациент медицина страховкалаусыһын алмаштырырға хоҡуҡлы. Бының өсөн үҙегеҙ һайлаған яңы страховка медицина компанияһына паспортығыҙҙы, СНИЛС-ты (пенсия страховкаһы таныҡлығын) күрһәтеп, ғариза тапшырыу шарт. Аныҡ төбәктә мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында эшләгән страховкалаусылар исемлеген территориаль медицина страховкаһы фонды сайтынан табырға мөмкин. Бындай мәғлүмәтте шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки “Минең документтарым” дәүләт хеҙмәттәре үҙәге аша алырға һәм ғариза бирергә була.
2019 йылдан мотлаҡ медицина страховкаһында нимәләр үҙгәрә?
Иң мөһим яңылыҡтар хаҡында Бөтә Рәсәй страховкалаусылар союзының мотлаҡ медицина страховкаһын ойоштороу буйынса эш төркөмө рәйесе, медицина фәндәре докторы Алексей Березников һөйләне.
– Яман шештән яфаланған пациенттарҙы дауалауға 150 миллиард һум самаһы, йәғни былтырғы менән сағыштырғанда, икеләтә тиерлек күберәк аҡса (2018 йылда – 80 миллиард һумға яҡын) бүленә. Финанслауҙы арттырыу яман шеште мотлаҡ медицина страховкаһы нигеҙендә дауалауҙа өр-яңы препараттарҙы һәм схемаларҙы ҡулланыу мөмкинлеген бирәсәк. Был аҡсаның нисек һәм ҡайҙа тотонолоуына медицина страховкаһы компаниялары контроллек итәсәк, – тине ул. – 1 ғинуарҙан тәүге тапҡыр яман шеш диагнозы ҡуйылған пациенттарға мәғлүмәти ярҙам күрһәтелә. III кимәлдәге страховка вәкилдәре (мотлаҡ медицина страховкаһы системаһындағы иң квалификациялы эксперттар) бөтә ил күләмендә ошондай сирлеләр өсөн медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын һәм уға эйә булыу мөмкинлеген күҙәтәсәк. Әгәр пациент “юғалһа”, йәғни медицина ярҙамы һорап ваҡытында мөрәжәғәт итмәһә, страховка вәкиле уның менән телефон, мессенджер йәки электрон почта аша бәйләнешкә инеп, табипҡа барыу кәрәклеге тураһында иҫкәртәсәк, юғалыуҙың сәбәбен асыҡлаясаҡ, кәрәк икән, медицина ойошмаһына хәбәр итәсәк.
Тағы ла бер үҙгәреш – химия терапияһы алған онкосирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеүгә эксперт контроле һәм мәғлүмәти булышлыҡ. III кимәлдәге страховка вәкилдәре химия терапияһы курстары араһындағы арауыҡтың үтәлеүен, дауалау схемаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы билдәләгән клиник тәҡдимдәргә ярашлылығын күҙәтәсәк. Әгәр ярҙам теүәл күрһәтелмәһә йәки терапия курстары араһындағы срок боҙолһа, экспертиза үткәрелә.
Быйылдан башлап диспансер күҙәтеүендәге пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеүгә эксперт контроле ғәмәлгә индерелә. Атап әйткәндә, хроник сирҙәрҙән (яман шештән, диабеттан, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан) яфаланған кешеләр тураһында һүҙ бара. Страховка вәкилдәре уларға медицина тикшереүе үтеү, дауаланыу һәм реабилитация үтеү зарурлығы хаҡында ваҡытында иҫкәртеп торасаҡ. Шулай уҡ ошондай пациенттарҙы хеҙмәтләндереү сифатына һайлап алып, экспертиза үткәрәсәктәр.