Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Июль 2019, 16:39

Инвалид балалар ниңә арта?

Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы илдә инвалид балаларҙың артыуын белдерҙе. Быйыл физик кәмселектәре булған сабыйҙар 19 меңгә артып, дөйөм һан 670 меңгә етте.

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы илдә инвалид балаларҙың күбәйеүен белдерҙе.
Быйыл физик кәмселектәре булған сабыйҙар 19 меңгә артып, дөйөм һан 670 меңгә етте.

Бынан өс йыл элек кенә улар 617 мең тәшкил итә ине.
Инвалидтарҙың йылдан-йыл күбәйеүен белгестәр ҙә таный. 24,3 проценты – психик тайпылыштарға, 23,2 проценты – нервы системаһы сирҙәренә, 17,7 проценты тыумыштан килгән физик кәмселектәргә дусар.
Читайте нас: