Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Июль 2019, 14:36

Өфөлә хәҙер юл йөрөүгә хаҡ түләмәйҙәр...

Автобус водителе аҡса алмай. Кемдәрҙән?

Фото: 2gis.ru
Фото: 2gis.ru
Аҡсаһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереп булмай. Хатта бер һумың ғына етмәһә лә, магазинда икмәк һатмайҙар, ошондай уҡ хәл пассажирҙар транспортында ла күҙәтелә. Бер шофер ҙа бараһы урынға автобусында бушлай илтмәҫ. Әммә изге йөрәкле кешеләр бар икән: баш ҡалалағы 216-сы маршрут водителе юл хаҡын алмай!
Тик бер шарт бар: был ҡағиҙә йәше 65-те үткәндәргә ҡағыла. Ошо хаҡта салонда яҙыуҙар эленгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: барыһы ла быны күрмәй икән. Шуға шофер бушлай йөрөтөү хаҡында иғлан итә. Шулай итеп, Рәфил Мәхмүтов хаҡлы ялдағыларға ярҙам итергә булған. Мәрхәмәтле кешеләр бар икән донъяла! Әйткәндәй, автобус маршруты Дим биҫтәһендә башлана һәм “Төньяҡ автовокзал” туҡталышында тамамлана.


Был акция ике ай буйы дауам итә икән. Нимә бушлай йөрөтөүгә сәбәпсе булған һуң? Әлбиттә, әлеге лә баяғы аҡсаһыҙлыҡ. Өлкән йәштәгеләр, пенсияның ғына етмәүе сәбәпле, һәр тинде иҫәпләргә мәжбүр. Шуға улар, ғәҙәттә, юл хаҡы осһоҙораҡ булған троллейбуста йөрөй һәм, ниндәй генә тәбиғәт шарттары булмаһын, ошо электр транспортын көтә. Был хәлгә шаһит Рәфил Мәхмүтов оҙаҡ уйлап тормай: “65+” акцияһын иғлан иткән.
1 сентябрҙән пассажирҙарҙы тағы бер яңылыҡ көтә. Был мәктәптә тик “бишле” билдәләренә уҡығандарға ҡағыласаҡ. Уларға ошо уҡ маршрутта бушлай йөрөү бәхете тәтейәсәк. Әммә бер бәләкәй генә шарт бар: уҡыусыларға шоферға көндәлек күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Бына шулай Өфөлә изгелек таратыусы бер шофер бар. Тимәк, бар донъя аҡса тип кенә йәшәмәй икән әле. Арабыҙҙа мәрхәмәтлек, кешелеклелек, башҡалар хәлен аңлай белгәндәр бар. Был үҙе бер мөғжизә түгелме?
Читайте нас: