Мөрәжәғәттә ҡалалағы 12 етемдең оҙаҡ ваҡыт инде торлаҡ алыуға сиратта тороуы, ләкин, ошо үҫмерҙәргә 18 йәш тулып уҙһа ла, муниципалитеттың уларға фатир бирергә ашыҡмауы тураһында әйтелә. Ә бит, торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы, уларға социаль торлаҡ бирелергә тейеш.