Учалы районының Һәйтәк ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды.
Модулле ФАП бөтә заман талаптарына яуап бирә: ауыл халҡына сифатлы тәү медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бина эсенә һыу үткәрелгән, электр тогы менән йылытыласаҡ.
ФАП-та 300-ҙән ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк, шуларҙың 70-е – балалар. График буйынса, ауылға килеп терапевт, педиатр һәм башҡа белгестәр ҙә медицина тикшереүе уҙғарасаҡ.
- Иҫке бинала шарттар насар ине, яңы ФАП хәтәр шәп, - тип шатлыҡтары менән бүлеште һәйтәктәр.