Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Июль 2019, 02:35

Сентябрҙә табиптар күбәйәсәк

Шишмә үҙәк район дауаханаһы баш табибы Камил Яппаров әйтеүенсә, медицина учреждениеһы компьютер томографияһы аппаратына мохтаж.

Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Шишмә үҙәк район дауаханаһы баш табибы Камил Яппаров әйтеүенсә, медицина учреждениеһы компьютер томографияһы аппаратына мохтаж.
Был ҡоролманың хаҡы – 64 миллион һум. Төбәк етәксеһе был мәсьәлә буйынса һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге менән һөйләшәсәген әйтте.
Радий Фәрит улы шулай уҡ дауахананың белгестәр менән тәьмин ителеш кимәле хаҡында белеште. Баш табип әйтеүенсә, быйыл был йәһәттән ыңғай үҫеш бар. Дауахана район хакимиәте менән берлектә БДМУ студенттарын эшкә йәлеп итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара.
Сентябрҙә медицина учреждениеһына ике-өс табиптың килеүе көтөлә.
Читайте нас: