Салауат районының Малаяҙ ауылында мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмы буйынса "Йүрүҙән-2019" Бөтә Рәсәй фестивале үтте.
Матур йолаға әүерелгән ярышҡа быйыл илдең төрлө төбәктәренән 100 спортсы килде. Тәбиғәт матур көндәре менән әллә ни ҡыуандырмаһа ла, бәйгеселәрҙең кәйефе күтәренке. Уларҙың һәр береһе төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып, командаһын алдынғы урынға сығарырға тырышты.
Фестиваль спортсыларға палатка ҡороп, тәбиғәт ҡосағында ял итеү мөмкинлеген дә бирҙе. Ҡатнашыусыларҙы еңеүҙәргә дәртләндерер өсөн Йүрүҙән буйына туғандары, яҡындары, ирекмәндәр ҙә килде.
Ҡатнашыусылар өсөн иң ҡатмарлы этаптарҙың береһе - ҡаяға үрмәләү булды. Артабан улар үҙ көстәрен һыуҙа, кәмәләргә ултырып, 150 метр арауыҡҡа уҙышып һынаны. Спортсыларҙың командаларға бүленеп, бәйгеләрҙә ҡатнашыуы уларҙы тағы ла берләштерҙе, тип билдәләй ойоштороусылар.
Ҡыҙыу ярыштарҙан һуң, төрлө төбәктәрҙән йыйылған ҡатнашыусылар усаҡ яғып, киләһе көндәргә уй-хыялдары менән уртаҡлашты, киләсәктә лә бындай спорт ярыштарын ойоштороуҙы матур йолаға әйләндерергә һөйләште.