Бер һүҙ кешене күтәрә йә бөтөрә тигәндәре бик дөрөҫ икән. Быға 90 йәшлек Бибикамал Ғүмәрова үҙ миҫалында инанған.
Күптән түгел ҡатын туғандарына йәшәргә барған һәм документтарында тыуған йылының яҙылыуы, ә тыуған көнөнөң һәм айының күрһәтелмәүен белгән. Был хәл документтарҙы юллауға кәртә булған. Һөҙөмтәлә ул яңы йәшәү урыны буйынса теркәлә алмаған һәм пенсияһыҙ тороп ҡалған. Яҡындары ЗАГС-ҡа барған, әммә унда ҡатындың тыуыу тураһындағы таныҡлығының күсермәһе табылмаған.
Был документтарҙың беҙҙең республика архивына эләгеүе мөмкин, сөнки 1934 йылға тиклем Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районы Башҡорт АССР-ы составындағы Арғаяш кантонына ингән булған.
Шуға күрә документтар менән эш иткәндә иғтибарлы булырға кәрәк.