Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Июль 2019, 16:27

Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр эш таба алмай?

Хеҙмәт урыны эҙләгәндәрҙең 53 проценты бөтөнләй аптырата: улар...

Фото: “НеаdHunter” агентлығы сайтынан.
Фото: “НеаdHunter” агентлығы сайтынан.
“НеаdHunter” агентлығының матбуғат үҙәге хәбәр итеүенсә, был компания төрлө ойошмаларҙың (шул иҫәптән – Башҡортостандың) кадрҙар яллау буйынса менеджерҙары араһында һорау алыу үткәргән.
Асыҡланыуынса, эш һорап килеүселәрҙең 71 проценты артыҡ ҙур хеҙмәт хаҡына өмөт итеүе арҡаһында үҙенә урын таба алмай икән. Уларҙың 57 проценты үҙ һөнәренә һәм профиленә тура килмәгән урындарға ынтыла, һөҙөмтәлә эш таба алмай.
Эҙләүселәрҙең 53 проценты бөтөнләй аптырата: улар үҙҙәренә ниндәй эш кәрәк икәнлеген үҙҙәре лә аңламай.
Был кешеләрҙең 26 проценты тейешле резюме яҙа белмәй, 17 процентының белеме һәм һөнәри тәжрибәһе заманға яраҡһыҙ, туғыҙ проценты эшлекле һөйләшеү (яҙышыу) алып барырға өйрәнмәгән.
Читайте нас: