Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Июль 2019, 11:30

Ғаиләләр тарҡала, етемдәр арта...

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы күрһәткестәре буйынса, быйыл 1 ғинуарға республикала 18 йәшкә тиклемге 913,8 мең кеше иҫәпләнгән, уларҙың 467,9 (51,2 проценты) – малай һәм үҫмерҙәр, ҡыҙҙар иһә 446 мең (48,8 процент) тәшкил иткән. Шул иҫәптән төбәктә алты йәшкә тиклемге – 384,3 мең, 7–17 йәшкә тиклемге 529,7 мең бала-үҫмер йәшәй.

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы күрһәткестәре буйынса, быйыл 1 ғинуарға республикала 18 йәшкә тиклемге 913,8 мең кеше иҫәпләнгән, уларҙың 467,9 (51,2 проценты) – малай һәм үҫмерҙәр, ҡыҙҙар иһә 446 мең (48,8 процент) тәшкил иткән. Шул иҫәптән төбәктә алты йәшкә тиклемге – 384,3 мең, 7–17 йәшкә тиклемге 529,7 мең бала-үҫмер йәшәй.


80 йыл элек йәш быуын күберәк булған


1939 йылда республикала 3 миллион 159 мең кеше йәшәгән, уларҙың 1 миллион 539,3 меңен 17 йәшкә тиклемге йәш быуын тәшкил иткән, шул иҫәптән ауыл ерендә – 1318,5 мең, ҡалала – 220,8 мең. 2019 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда бөтәһе 4 051,0 мең кеше йәшәһә, уларҙың 913,8 меңе 17 йәшкә тиклемгеләр, шул уҡ ваҡытта улар ауыл ерендә – 349,3, ҡалала 564,5 мең иҫәпләнә. Һандарға күҙ һалып, түбән­дәге һығымтаны яһарға мөмкин: 1939 йылда 2019 йылға ҡарағанда республика халҡы 892 меңгә кәмерәк булған, әммә ул заманда 17 йәшкә тиклемгеләр 625,5 меңгә күберәк йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта ауылда ла балалар һаны 969,2 меңгә күберәк булған, ә ҡалала, киреһенсә, 343,7 меңгә кәмерәк.


Малайҙар күберәк тыуған


Былтыр республикала 47 010 сабый донъяға ауаз һалған, был иһә алдағы йыл менән сағыштырғанда 4,7 процентҡа аҙыраҡ. Йыл һайын малайҙар күберәк тыуа икән. Мәҫәлән, былтыр 24 239 малай һәм 22 771 ҡыҙ донъяға килгән, йәғни 100 ҡыҙға уртаса 105-107 малай тура килә.
Балаларҙың 83 проценты тулы ғаиләләрҙә тыуған. Ғаилә тормошоноң тәүге биш йылында балалар күберәк тыуа: тәүге йылда – 25,9 процент, бер-дүрт йылда – 37,4 процент.
Никахһыҙ балаға уҙған ҡатын-ҡыҙҙар һаны кәмеүе күҙәтелһә лә, былтыр ул 16,9 процент булған. Йәғни сабыйҙарҙың 56 процентын 18 йәшкә тиклемге яңғыҙ әсәйҙәр тапҡан, 34,2 процентын иһә 18-19 йәшлектәр, 40-тан һуң бәпәйләгәндәр 29,9 процентҡа тиң.
Былтыр тыуған сабыйҙарҙың 36,4 проценты – ғаиләләге беренсе бала, 39,9 проценты – икенсе, 23,6 проценты – өсөнсө, дүртенсе һәм башҡалар. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа икенсегә һәм өсөнсөгә бала тапҡан ҡатындар һаны артҡан.


Айырылыусылар күп...


Республикала ғаилә институтын нығытыу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ошо маҡсатта Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы итеп үҙгәртелде.
Тик әлегә тынысланырға иртә, сөнки һандар беҙҙең файҙаға түгел. Мәҫәлән, былтыр республикала 1000 никахҡа 606 айырылышыу тура килгән, ә 1990 йылда иһә был һан 293-кә тиң булған. Тарҡалған ғаиләләрҙең күбеһендә бә­лиғ булмаған балалар тәрбиәләнә. Былтыр улар 52 процентты тәшкил иткән, йәғни 7 991 пар айырылышҡан. Тимәк, уларҙа тәрбиәләнгән 11 781 бала атай йә әсәй тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған. Күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, республикала бер йылда тотош бер ҙур ҡасаба халҡы һанына тиң бәлиғ булмағандар “етем” ҡалған. Тимәк, ил етәкселегенә ғаилә институтын нығытыу өҫтөндә әле эшләргә лә эшләргә...