Тыйылған матдәләрҙе Голландиянан ебәрелгән ҡәҙимге посылкала тапҡандар. Әйткәндәй, уның хужаһына бер ай элек ошондай уҡ хилаф эш менән шөғөлләнгән өсөн енәйәт эше асҡан булғандар. Тик ул саҡта посылканың ауырлығы 6,2 килограмға еткән.
– Наркотиктарға интернет селтәре аша заказ бирелгән, халыҡ-ара почта менән ул Голландиянан Рәсәйгә килеп еткән. Бер ай элек әфйүн төркөмөнә ҡараған 4,5 килограмм наркотик табылды. Был 2500 доза тигән һүҙ, партияның хаҡы “ҡара баҙар”ҙа биш миллион һумға барып баҫа. Унан тыш, енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған кешенең фатирында тыйылған матдәләрҙе үлсәү, ҡапҡа төрөү өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ 1,7 килограмм наркотик табылды, – ти хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре.