Республикала яңы медицина учреждениелары төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә.
Был турала республика Хөкүмәтенең ултырышында әйтелде. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова әйтеүенсә, йыл аҙағына саҡлы ике ҙур поликлиниканы һәм 25 фельдшер-акушерлыҡ пунктын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Туймазыла һәм Дүртөйлөлә яңы поликлиникалар, ә Языковола дауалау корпусы төҙөлөштәре әүҙем бара.