Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
2 Август 2019, 20:08

Беҙҙә кешеләр мәрхәмәтле

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика йортонда “Ышаныс” хоспистарға ярҙам фонды ойоштороусыһы, Мәскәү күп профилле паллиатив ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы ағзаһы Анна (Нюта) Федермессер менән осрашты. Унда төбәктә паллиатив ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

Нюта Федермессер осрашыу һөҙөмтәһе буйынса матбуғат саралары вәкилдәренә шуны еткерҙе: төбәк етәксеһе ҡарары менән Өфөлә хоспис төҙөләсәк, унда ололар һәм балалар бүлектәре буласаҡ. Учреждение эшен 1,5 йылдан һуң башларға тейеш. Был эште Радий Хәбиров шәхси күҙәтеүгә аласаҡ.

– Был – бик ваҡытлы, кешелекле ҡарар. Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: был осрашыу ваҡытында ғына хәл ителмәне, ә алдан уйланылған эш. Башҡортостандағы хоспис Рәсәйҙә нигеҙенән башлап төҙөлгән икенсе хоспис буласаҡ, тимәк, бында һәр үҙенсәлек уйланылған булыуын күҙалларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта был – илдә тупланған тәжрибәне ҡулланыу мөмкинлеге лә. Хоспис тәүге сиратта үлемесле сиргә дусар яҡындарын тәрбиәләгән кешеләр өсөн кәрәк, – тине Нюта Федермессер.

Баш ҡала ҡунағы Башҡортостанда мәрхәмәтлелек кимәленең ныҡ үҫешкән булыуын да билдәләне.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас: