Ошо көндәрҙә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы. Бындай бәхетле мәлде Наил Ғарипов, Гөлсиә Юлбахтина, Илдус Шәмсетдинов һәм Таңсулпан Яҡупова кисерҙе.
Федераль программа ярҙамында йортло булған йәштәрҙең шатлығын уртаҡлашып, Илгиз Лирман улы уларға үҙ фатирҙарында бәхетле ғүмер кисереүҙәрен, күпләп балалар үҫтереүҙәрен теләне.
Районда етем балаларға фатир биреү Башҡортостан Республикаһындағы “Етем балаларҙы фатир менән тәьмин итеү” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Йәштәргә бирелгән һәр йорт санитар нормаларға тап килә һәм унда тулыһынса уңайлыҡтар булдырылған: һалҡын һәм эҫе һыу селтәре, зәңгәр яғыулыҡ, канализация үткәрелгән, душ төшөү өсөн кабиналар, ванна, газ плитәһе ҡуйылған.
Ағымдағы йылда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға йәнә бер йорт тапшырыласаҡ.
Фото: Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.