Бында 60 урынлыҡ мәктәп менән 40 урынлыҡ балалар баҡсаһын берләштергән яңы мәғариф учреждениеһы һалына. Әле бинала эске биҙәү эштәре бара, иҙәнгә линолеум түшәйҙәр, стеналарҙы буяйҙар, түшәм ҡоралар, йыһаздарҙы урынлаштыралар, объекттың тирә-яғын төҙөкләндереү менән шөғөлләнәләр, асфальт түшәргә юлды әҙерләйҙәр. Белем усағына бөтә коммуникациялар үткәрелгән. Ихатала уйын майҙансығына нигеҙ һалынған.